Ҡалмаш (Дыуан районы)

Ҡалмаш (рус. Калмаш) — Башҡортостандың Дыуан районындағы ауыл. Дыуан ауыл Советы составына инә. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 131 кеше[2]. Почта индексы — 452537, ОКАТО коды — 80223807004.

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Мәсәғүт): 70 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Һилейә): 145 км

Ҡалмаш ауылы Йүрүҙән йылғаһы буйында, район үҙәге Мәсәғүт ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 70 километр һәм Һилейә (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 145 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Тарихы

XX быуаттың 20-се йылдарында Мәсәғүт кантоны территорияһында, урман-сәнәғәт хужалығы булдырыу менән бәйле, Дымлы Ҡалмаш (Сырой Калмаш) ҡасабаһы тип аталған Ҡалмаш ауылына нигеҙ һалына[4].

Ауылдың XX быуаттағы һәм хәҙерге үҫеше

1925 йылда Ҡалмаш ауылында 11 йорт теркәлгән. 1950‑се йылдарҙан башлап хәҙерге атамаһы менән йөрөтөлә, 2005 йылдан — хәҙерге статусына эйә.

Ҡалмаш ауылы, Заимка, Загора, Комсо­мольский, Октябрьский, Победа ҡасабалары кеүек, 1920 йылда иҫәпкә алынмаған. Һуңыраҡ барлыҡҡа килгән[4].

Әлеге ваҡытта Ҡалмаш ауылында төп мәктәп, балалар баҡсаһы, клуб, китапхана бар[3].

Халыҡ һаны

Ҡалмаш ауылында урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 439
1959 йыл 15 ғинуар 535
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 208
2002 йыл 9 октябрь 155
2010 йыл 14 октябрь 131 66 65 50,4 49,6

Билдәле кешеләре

Урамдары

  • Яр урамы (рус.  Береговая (улица)
  • Үҙәк урам (рус.  Центральная (улица)[5]

Тирә-яҡ мөхит

Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Йылғалар:

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Башҡа урын-ер атамалары:

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Һылтанмалар