Ҡаракүл (Дыуан районы)

Ҡаракүл (рус. Каракулево) — Башҡортостандың Дыуан районындағы ауыл. Арый ауыл Советы сотавына инә. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 357 кеше[2]. Почта индексы — 452539, ОКАТО коды — 80223804003.

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Мәсәғүт): 6 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Арый): 15 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Һилейә): 81 км

Ҡаракүл ауылы Әй йылғаһы ҡушылдығы Әнйәк йылғаһы буйында, район үҙәге Мәсәғүт ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 6 километр һәм Һилейә (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан 81 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Тарихы

1870 йылда әле Ҡаракүл ауылы иҫәпкә алынмаған, тимәк, ундай ауыл булмаған. XX быуат башында Златоуст өйәҙе территорияһындағы Арый ауылы кешеләре, төп ауылдан бүленеп сығып, Ҡаракүл ауылына нигеҙ һалған.

Һәм 1920 йылда Ҡаракүл ауылындағы 48 йортта 228 кеше йәшәгән.

1939 йылда Ҡаракүл ҡасаба булараҡ иҫәпкә алына, ә 2005 йылдан хәҙерге статусына эйә[4].

Биләмә берәмектәренә инеүе

Теркәү йылы Улус, ауыл советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1784 Һарт улусы Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1816 -се йорт 4-се Загорный Башҡорт кантоны Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1834 -се йорт -се Башҡорт кантоны Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1847 -се йорт -се Башҡорт кантоны Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1859 -се йорт -се Башҡорт кантоны Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1895 Мырҙалар улусы Златоуст өйәҙе Өфө губернаһы Рәсәй империяһы
1920 Үрге Ҡыйғы биләмәһе Дыуан-Ҡошсо кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы (Бәләкәй Башҡортостан) Coat of arms of the Russian Soviet Federative Socialist Republic.svg РСФСР
1926 улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы СССР СССР
1935 Мәсәғүт ауыл Советы Дыуан районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1941 Мәсәғүт ауыл Советы Дыуан районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1990 Мәсәғүт ауыл Советы Дыуан районы Башҡортостан Республикаһы Рәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы
2008 Мәсәғүт ауыл Советы Дыуан районы Башҡортостан Республикаһы Рәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы

Ҡаракүл ауылының XX быуаттағы һәм бөгөнгө үҫеше

Әлеге ваҡытта ауылда башланғыс кластар-балалар баҡсаһы мәктәбе, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб (мәҙәниәт йортонда «Гөлнәзирә» башҡорт халыҡ фольклор ансамбле) эшләй[3].

Халыҡ һаны

Ҡаракүл ауылында башҡорттар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 228
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 62
1959 йыл 15 ғинуар 196
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 291
2002 йыл 9 октябрь 335
2010 йыл 14 октябрь 357 162 195 45,4 54,6

Билдәле кешеләре

Урамдары

  • Тыныслыҡ урамы (рус.  Мира (улица)
  • Үҙәк урамы (рус.  Центральная (улица)
  • Ялан урамы (рус.  Полевая (улица)
  • Яңы урамы (рус.  Новая (улица)
  • Мәктәп урамы (рус.  Школьная (улица)
  • Йылға урамы (рус.  Речная (улица)
  • Еңеү урамы (рус.  Победы (улица)[5]

Тирә-яҡ мөхит

Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Йылғалар:

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Тәбиғәт һәйкәле: Ҡаракүл һаҙлығы ауылдан көнбайышҡа табан 2 километрҙа урынлашҡан, майҙаны - 106 гектар. Һаҙланған тал, ерек, ҡайын ағаслыҡтары һәм күрәнле-йәшел мүкле, ҡамышлы комплекс, еүеш һәм һаҙланған туғайҙар менән уратып алынған. Һаҙлыҡтың төньяҡ-көнбайышында йәшел мүк үҫкән ҡарағайлыҡ утраусығы бар[6].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Әҙәбиәт

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 26 февраль 2021)
  • Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 112-113 с. – 304 с. — ISBN 5—295—02843—7 (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 26 февраль 2021)