Вознесенка (Дыуан районы)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Вознесенка
башҡ. Вознесенка
55°47′58″ с. ш. 57°56′18″ в. д.HGЯO
Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Федерация субъекты Башҡортостан
Муниципаль район Дыуан районы
Ауыл биләмәһе Вознесенка ауыл Советы
Тарихы һәм географияһы
Сәғәт бүлкәте UTC+6:00
Халҡы
Халҡы 1217[1] кеше (2010)
Һанлы идентификаторҙар
Почта индексы 452541
Автомобиль коды 02, 102
ОКАТО коды 80 223 806 001
ОКТМО коды 80 623 406 101
ГКГН номеры 0521608

Вознесенка (Дыуан районы) (Рәсәй)
Вознесенка
Вознесенка (Дыуан районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Вознесенка

Вознесенка (рус. Вознесенка) — Башҡортостандың Дыуан районындағы ауыл. Вознесенка ауыл Советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 1217 кеше[2]. Почта индексы — 452541, ОКАТО коды — 80223806001.

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Район үҙәгенә тиклем (Мәсәғүт): 47 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Һилейә): 122 км

Вознесенка ауылы Мәләкәҫ йылғаһы буйында, район үҙәге Мәсәғүт ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 47 километрҙа һәм Һилейә (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа 122 километрға табан урынлашҡан[3].

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Вознесенка ауылына Троицк өйәҙе территорияһында урыҫ крәҫтиәндәре нигеҙ һалған. 1865 йылда тәүге төпләнеүсе исеме менән Мусихинский бүлендеге (йорт һәм халыҡ һанын күрһәтмәйсә) тип аталған. Шулай уҡ Хиуа (Хивинский) бүлендеге (выселок) тип тә теркәлгән.

Таҙтүбә менән бер бөтөн булған Цыгановский ҡасабаһы менән Мусихинский бүлендеге 1870 йылда барлыҡҡа килгән. Һуңғараҡ Вознесенка ауылына әйләнгән Мусихинский бүлендегендә 109 йорт, ә Цыгановский ҡасабаһында 17 йорт булған. Таҙтүбәнән бүленеп сыҡҡан ауылдар бик күп булған: Харинский (Мусихин бүлендегенең бер өлөшө — 1877). Аптышевский бүлендеге 11 йорттан торған. 14 йорттан торған Луканинский бүлендеге ерҙе Оло Ҡошсо улусынан ҡуртымға алған. 26 йорттан торған Зайцевский бүлендеге 1898 йылда Таҙтүбәнең бер өлөшө булған, 235 дисәтинә ерҙе биләгән[4].

Биләмә берәмектәренә инеүе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Теркәү йылы Улус, ауыл советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1816 -се йорт 8-се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1834 -се йорт 8-се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1847 -се йорт 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1859 -се йорт 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1895 Һарт улусы Өфө өйәҙе Өфө губернаһы Рәсәй империяһы
1920 Дыуан-Ҡошсо улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы Coat of arms of the Russian Soviet Federative Socialist Republic.svg РСФСР
1926 Дыуан улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы СССР СССР
1935 Вознесенка ауыл Советы Дыуан районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1941 Вознесенка ауыл Советы Дыуан районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1990 Вознесенка ауыл Советы Дыуан районы Башҡортостан Республикаһы Рәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы

Вознесенка ауылының XIX быуатта артабанғы үҫеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Халыҡ игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнгән. XIX быуат аҙағында 3 һыу тирмәне булған[4].

Ауылдың XX быуаттағы һәм хәҙерге үҫеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1906 йылда Таҙтүбә менән бергә иҫәпкә алынған. 1823 һәм 1896 йылдарҙа төҙөлгән 2 сиркәү, 3 сиркәү-мәхәллә мәктәбе, 2‑класлы министрлыҡ мәктәбе, земство мәктәбе, земство дауаханаһы, поташный заводы, канат һәм һабын етештереү заведениелары, 9 һыу тирмәне, мануфактура, бакалея һәм галантерея кибеттәре, запас иген һаҡлау мөгәзәйҙәре булған. Йәрминкәләр үткәрелгән. Кәсепселек менән шөғөлләнгәндәр. XX быуаттың 20-се йылдарынан хәҙерге атамаһы нығынған[4].

Әлеге ваҡытта Вознесенка ауылында урта мәктәп, балалар баҡсаһы, врач амбулаторияһы, Мәҙәниәт һарайы («Неунывашки» урыҫ халыҡ фольклор ансамбле), китапхана бар[3].

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Вознесенка ауылында урыҫтар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 2135
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 1263
1959 йыл 15 ғинуар 1431
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 1100
2002 йыл 9 октябрь 1220
2010 йыл 14 октябрь 1217 581 636 47,7 52,3

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле кешеләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Малиновка урамы (рус.  Малиновка (улица)
  • Үҙәк урам урамы (рус.  Центральная (улица)
  • Йәштәр урам (рус.  Молодёжная (улица)
  • Цыгановка урамы (рус.  Цыгановка (улица)
  • Мусихин урамы (рус.  Мусихина (улица)[5]

Тирә-яҡ мөхит[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Йылғалар:

  • Әй, Мәләкәҫ

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Тәбиғәт һәйкәлдәре: Вознесенка ауылы эргәһендәге Таҙтүбә һәм Черношарский һаҙлығы — тәбиғәт һәйкәле.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

[[Category::«Тышҡы һылтанмалар» ҡалыбы буш]]