Рухтин

Рухтин (рус. Рухтино) — Башҡортостандың Дыуан районындағы ауыл. Рухтин ауыл Советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 676 кеше[2]. Почта индексы — 452521, ОКАТО коды — 80223831001.

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Мәсәғүт): 8 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Һилейә): 67 км

Рухтин ауылы Әй йылғаһы ҡушылдығы Әнйәк йылғаһы буйында, район үҙәге Мәсәғүт ауылынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 8 километр һәм Һилейә (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһының төньяҡ-көнбайышына табан 67 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Тарих

Рухтин (Исхаҡ) ауылына 1808 йылда Троицк өйәҙе Мәсәғүт ауылы дәүләт крәҫтиәндәре шул уҡ өйәҙҙең Тырнаҡлы улусы башҡорттарынан һатып алған ерҙәрендә нигеҙ һалған, һәм ауылға тәүге төпләнеүселәр ағай-энеле Рухтин Василий, Гаврила, Матвей һәм Трофим Рухтиндар исеме бирелгән.

«1808 йылдың 22 июлендә Тро­ицк өйәҙе Тырнаҡлы улусы йорт старшиналары Әлибай Ишмөхәмәтов һәм Амангилде Хәсәнов һәм түбәндә иселәнгән башҡа имза һалып, яҙа белмәүселәр ырыу тамғаһын ҡуйып, Троицк өйәҙе ведомствоһы Емаши улус идаралығына ҡараған алты йортта йәшәгән Мәсәғүт ауылы крәҫтиәндәре Гаврил, Тро­фим, Василий һәм Матвей Рухтиндар... Мәсәғүттән ете саҡрымда ятҡан урында, һуңғараҡ күпселеге Бөрө округына күсеп киткән старшина Мөбәшәр Ибра­һимов командаһындағы мишәрҙәр менән йәнәш урынлашты, элек улар йәшәгән Исхаҡ ауылында тороп ҡалған дүрт ихатала йәшәгән мишәрҙе, үҙҙәре теләп ҡуҙғалғанға тиклем, Рухтиндар йәберләмәүе һәм ҡыҫырыҡламауы шарты менән был килешеүҙе төҙөнөк».

.

1808 йылдың 29 октябрендә килешеү Троицк өйәҙ судында раҫлана. Документта һүҙ ер һатыу тураһында бара, ләкин ысынында урыҫ крәҫтиәндәре менән, уларҙан бер юлы 2 мең һум алып һәм йыл һайын һәр хужалыҡтан 25-әр тин оброк түләү шарты менән, 100 йылға керҙәшлек килешеүе төҙөлгән. Һуңынан 1832 йылғы ер тураһындағы закон нигеҙендә урыҫ крәҫтиәндәренең барыһы ла, милексе булып, бер кешегә 15 дисәтинәнән ер алып, милексе хоҡуғын ала. Әйтеш ауылы аҫаба башҡорттары дәүләт крәҫтиәндәре Исҡаҡ (Рухтин) ауылында йәшәгән. Рухтиндар шулай уҡ, башҡорттарға займға аҡса биреү юлы менән, ҡуртымға алынған ерҙәрҙең майҙанын арттыра. Әйтәйек, 1812 йылда тырнаҡлыларҙың вәкилдәре поход сотниктары Ҡорманғәле Зәйнетдинов менән Сыңғыҙ Сәйетов Гаврил Рухтинға 50 һум аҡса биреп, крәҫтиәнгә 50 урын (ярты дисәтинә - оҙонлоғо 80 сажинға һәм киңлеге 20 сажинға тиң) бирә.

1816 йылда 22 дәүләт крәҫтиәне, 14 иҡтисад крәҫтиәне, заводтарға яҙылған крәҫтиән — 20, Дыуандан сыҡҡан — 10 ир һәм ҡатын-ҡыҙ йәшәгән.

1842 йылда 33 йортта йәшәгән 200 кешегә 52 йылҡы малы, 80 һыйыр, 120 һарыҡ, 50 сусҡа тура килгән. Крәҫтиәндәр игенселек, малсылыҡ, кәсепселек менән шөғөлләнгән. Дөрөҫ булмаған сәсеү әйләнеше ҡулланылып, тупраҡты тиреҫ менән ашлағандар. Ауылда бер нисә һуҡҡыс һәм елгәргес, тирмән бар[4].

Рухтин ауылының XIX быуатта артабанғы үҫеше

1859 йылда Рухтин ауылында 280 кеше, 1865 йылда 37 йортта 271 кеше, 1895 йылда — 555 кеше йәшәгән.

Игенселек, умартасылыҡ, сабата үреү менән шөғөлләнгәндәр. Ауылда 3 тимерлек, 4 кибет булған. 1885 йылда сиркәү төҙөлгән. 1893 йылда земство училищеһында 22 уҡыусы уҡыған[4].

Ауылдың XX быуаттағы һәм хәҙерге үҫеше

1906 йылда Рухтин ауылында сиркәү, земство мәктәбе, шарап һәм мануфактура кибете теркәлгән.

1920 йылда 168 хужалыҡта — 1072 кеше донъя көткән[4].

Әлеге ваҡытта Рухтин ауылында урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана бар[3].

Халыҡ һаны

Рухтин ауылында урыҫтар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 1072
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 600
1959 йыл 15 ғинуар 454
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 541
2002 йыл 9 октябрь 639
2010 йыл 14 октябрь 676 329 347 48,7 51,3

Билдәле кешеләре

Урамдары

  • Тыныслыҡ урамы (рус.  Мира (улица)
  • Киров урамы (рус.  Кирова (улица)
  • Яңы урам (рус.  Новая (улица)
  • Дауахана тыҡрығы (рус.  Больничный (переулок)
  • Ялан урамы (рус.  Полевая (улица)
  • Юл урамы (рус.  Дорожная (улица)
  • Совет урамы (рус.  Советская (улица)[5]

Тирә-яҡ мөхит

Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Йылғалар:

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Башҡа урын-ер атамалары:

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Һылтанмалар