Арый

Арый (рус. Ариево) — Башҡортостандың Дыуан районындағы ауыл. Арый ауыл Советының административ үҙәге.

Географик урыны

Арый ауылы Әй йылғаһы ҡушылдығы Әнйәк йылғаһы буйында, район үҙәге Мәсәғүт ауылынан төньяҡҡа 18 километрҙа һәм Һилейә (Силәбе өлкәһе) тимер юл стацияһынан төньяҡ-көнбайышҡа 93 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[2].

Тарихы

Арый ауылына XVIII быуатта Себер даруғаһы Һарт улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған.

Ауыл атамаһы уға нигеҙ һалыусы кеше исеменә бәйле. Сығанаҡтарҙа Арый исеме күренмәй. 1816 йылғы VII рәүиз материалдарында билдәләнгәнсә, Арыйҙың ике улы булған. Олоһо — Әмин Ариев 1776 йылғы, уның улы — Сафиулла. Арыйҙың кесе улы — Ниғмәтулла Ариев 1779 йылғы, уның ике балаһы: Мөлхиә һәм Алмашәкәр, һәм уларҙың 1894 йылда әле иҫән булыуҙары тураһында мәғлүмәттәр бар.

1795 йылда Арый ауылындағы 13 йортта 76 кеше, 1816 йылда 14 йортта — 114 кеше, 1834 йылда 30 йортта — 188 кеше йәшәгән.

Ауылда йәшәүселәр арыш, һоло, арпа һәм бойҙай сәскән. Иген үҫтереү бик файҙалы булған. Ашлыҡты аттар менән көнсығыш төбәктәргә алып барып һатыр булғандар. Көнбайышҡа иһә Әй йылғаһындағы Мәтәле пристаненән һыу юлы менән оҙатҡандар. Картуф ултыртыу ҙа күптәрҙең хәлен еңеләйткән.

Арыйҙа 1 һуҡҡыс һәм елгәрткес, тирмән булған. Халыҡ күпләп мал да тотҡан.

1842 йылда 188 кешегә 53 сирек ужым һәм 274 сирек яҙғы ашлыҡ сәселгән, шулай уҡ 7 сирек, йәки 56 бот картуф ултыртылған. Быуат аҙағында өс баҫыу сәсеү әйләнеше еңгән. Арыш, һоло, арпа, бойҙай сәскәндәр. Баҫыуҙарҙы тиреҫ менән ашлағандар. 1-әр һуҡҡыс һәм елгәргес, тирмән булған. Урындағы тоҡом малы үрсетелгән. Үҙҙәре әҙерләгән бесән етмәгән, шуның өсөн 20 бот бесән йөгөн 1 һумға Мәсәғүт ауылы баҙарынан һатып алғандар. Игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр.

1906 йылда 1878 йылда уҡ төҙөлгән мәсет, мәҙрәсә, мануфактура кибете теркәлгән[3].

Риүәз һәм халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны динамикаһы

Халыҡ иҫәбе
1795 1816 1834 1859 1865 1870 1906 1920
76 ↑114 ↑188 ↑256 ↓255 ↓119 ↑417 ↑461
1939 1959 1969 1979 1989 2002 2010 2025
↓271 ↑294 ↑370 ↑401 ↓399 ↓361 ↑385 ↑452
100
200
300
400
500
1859
2020

Уфаген сайты һәм Башҡорт энциклопедияһы мәғлүмәттәре негеҙендә төҙөлдө[3][2].

Хәҙерге торошо

undefined

2025 йылға мәғлүмәттәр буйынса, ауылда 452 кеше йәшәй. Бында йәшәүселәрҙең дөйөм һанынан 35 кеше – бәлиғ булмағандар, 262-һе – эшкә яраҡлы йәштә, 155-е – пенсионерҙар. Белем кимәле: 99 кеше юғары белемле, 194 кеше һөнәри белемле, 158 кешенең дөйөм мәктәп белеме бар[4].

Арыйҙа эшләгән учреждениелар:

  • Урта дөйөм белем биреү мәктәбе

(Мәсәғүт лицейы №1 филиалы),;

  • Балалар баҡсаһы;
  • Фельдшер-акушерлыҡ пункты (ФАП);
  • Мәҙәниәт йорто;
  • Китапхана.

Билдәле кешеләре

Хәтер

Урамдары

  • Яңы урамы (рус.  Новая (улица)
  • Мәктәп урамы (рус.  Школьная (улица)
  • Салауат Юлаев урамы (рус.  Салавата Юлаева (улица)
  • Үҙәк урам (рус.  Центральная (улица)[5]

Тирә-яҡ мөхит

Арый янындағы тауҙа үҫкән дала сейәһе ҡыуаҡлыҡтары тәбиғәт һәйкәле булып тора[6].

Иҫкәрмәләр

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
  2. 1 2 Л.А.Морозова, В.Ш.Гильванов. Ариево. Энциклопедия: Населённые пункты Башкортостана (29 июнь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 август 2025.
  3. 1 2 Ариево. Генеология и архивы Уфаген. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2025-0826.
  4. Жизнь в селе Ариево Дуванского района Республики Башкортостан. Жизнь в России:Информация о жителях и жизни в России.
  5. Село Ариево на карте. MapData.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 август 2025.
  6. Памятники природы Дуванского района. Образовательная социальная сеть (26 март 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2025-0826.

Һылтанмалар

Әҙәбиәт

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
  • Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.