Кәбиров Артур Зиннур улы
Артур Зиннур улы Кәбиров (рус. Артур Зиннурович Кабиров; 1985 йылдың 10 апреле, Арый, Башҡорт АССР-ы) — театр һәм кино актёры, музыкант, үҙешмәкәр композитор. 2007 йылдан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт (2022)[1] һәм Шәйхзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты (2017)[2]. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2022).
Биографияһы
Кәбиров Артур Зиннур улы 1985 йылдың 10 апрелендә Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Дыуан районы Арый ауылында тыуған[3]. Арый урта мәктәбендә белем ала.
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика интернат-гимназияһын тамамлағандан һуң, Бөтә Рәсәй М. С. Щепкин исемендәге юғары театр училищеһында В. П. Селезнёв оҫтаханаһында театр сәнғәте серҙәрен өйрәнә.
2007 йылдан Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры.
Ролдәре
Башҡорт дәүләт академия драма театрында уйнаған ролдәре:
- Рәми Ғарипов — «Февраль. Буран…»;
- Закир — «Ҡара йөҙҙәр»;
- Тимерхан — «Нәркәс»;
- Ильяс — «Хыялға ҡаршы»;
- Миңлеғәле Шайморатов — «Ат уйнатып алдан бара…»;
- «Ҡырағай» кинофильмында (режиссёр Ф. Утарбаева);
- «Ургала» кинофильмында (режиссёр А. Асҡаров)[4].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Шәйхзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты (2017)[2];
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2022);
- Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2022);
- Рәми Ғарипов миҙалы (2026).
Иҫкәрмәләр
- ↑ Кабиров Артур Зиннурович
- ↑ 1 2 [1]
- ↑ Артур Кабиров — актёр театра и кино
- ↑ Репертуарный лист актёра Башкирского государственного академического театра драмы имени Мажита Гафури, заслуженного артиста Республики Башкортостан Кабирова Артура Зиннуровича. Сайт «Prepropost». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 май 2026. (рус.)