Актёрлыҡ сәнғәте

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Чарли Чаплин — Америка актёры һәм кинорежиссёры

Актёрлыҡ сәнғәте йәки актёрлыҡ оҫталығы (рус. Актёрское искусство) — башҡарыу ижады төрө. Ул башҡарыу сәнғәте өлкәһендәге һөнәри ижади эшмәкәрлекте үҙ эсенә ала һәм сәхнә образдарын (ролдәрен) ижад итеүҙән (һынландырыуҙан) тора[1].

Актёр йәки актриса алдан бирелгән ролде театрҙа, телевидениела, кинола йә радиола уйнап, уның сәхнә күсермәһен булдыра, йәғни персонажды һынландыра һәм уның исеменән сығыш яһай. Спектакль барышында тамашасыға тәьҫир итеү һөҙөмтәһендә махсус уйын киңлеге булдырыла һәм актёрҙар менән тамашасылар берлеге тыуа[1].

Актёрлыҡ сәнғәте принцибы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Актёрлыҡ сәнғәтенең идея йөкмәткеһе — образға инеү. Ул тышҡы һәм эске була, уға өлгәшеү ысулы актёр ҡулланған техникаға, мәктәпкә, мәҫәлән, Константин Сергеевич Станиславский йәки Михаил Александрович Чехов мәктәбенә, шулай уҡ ролгә тышҡы тәьҫирҙәргә (партнерҙар, режиссер, гример һ.б. эштәре) бәйле булыуы менән айырыла.

Актёрҙың һөнәри ҡоралдары ла тышҡы һәм эске яҡтарға айырыла:

  • Тышҡы (технологик) — грим, костюм, театрҙың ҡайһы бер төрҙәрендә — битлек.
  • Эске (психо-физик)-физик—тән, пластика һәм моторика, тауыш (шул иҫәптән дикция), музыкаль ишетеү, ритм тойғоһо; психик: эмоционаллек, күҙәтеүсәнлек, хәтер, күҙ алдына килтереү, реакция тиҙлеге, импровизация һәләте.

Актёрлыҡ сәнғәте тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Актёрлыҡ сәнғәтенең башы ул ваҡытта ниндәйҙер башҡарыу ижады бөтөнләй булмаған тәүтормош йәмғиәтенең күп яҡлы эшмәкәрлегенә барып тоташа. Ул дәүерҙең донъяға үтә ябай һәм бер ҡатлы ҡарашлы кешеһе бындай ғәмәлдәргә тәбиғәт көстәренә йоғонто яһау, һунарҙа уңыш килтереү йәки дошманды ҡурҡытыу һәләтенә эйә булған сихри мәғәнә һалған.

Бөтә ҡәбилә башҡарған күмәк ғәмәлдәрҙең уйындарға һәм бейеүҙәргә тарҡалыуы халыҡтың башҡарыусыларға һәм тамашасыларға бүленеүенә алып килгән.

Галерея[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Большая Российская энциклопедия: В 30 т. / Председатель науч.-ред. совета Ю. С. Осипов. Отв. ред С. Л. Кравец. Т. 1. А — Анкетирование. — М.: Большая Российская энциклопедия, 2005. — 766 с.: ил.: карт.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Лосев С. М. Георгий Товстоногов репетирует и учит — Литературная запись С. М. Лосева. Санкт-Петербург: Балтийские сезоны, 2007.
  • Захава Б. Е. Мастерство актёра и режиссёра — М., 1969.
  • Корогодский З. Я. Первый год — Л., 1991.
  • Станиславский К. С. Работа актёра над собой. Работа актёра над ролью. Собр. соч. в 8-ми тт. Тт. 2, 3, 4. М., 1954—1957.
  • Творческое наследие Вс. Э.Мейерхольда — М., 1978.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]