Кәбиров
Кәбиров — башҡорт ир-ат, Кәбирова — ҡатын-ҡыҙ фамилияһы. Кәбир исеменән яһалған. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла бар.
Билдәле йөрөтөүселәр
- Кәбиров Артур Зиннур улы (1985 йылда тыуған), театр һәм кино актёры, музыкант, үҙешмәкәр композитор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2022).
- Кәбиров Марат Миҙхәт улы (1956—2016), спортсы, тренер. СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1979).