Кәбиров Марат Миҙхәт улы

Марат Миҙхәт улы Кәбиров (рус. Кабиров Марат Мидхатович1956 йылдың 15 ғинуары, Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР2016 йылдың 17 марты, Өфө) — совет һәм Рәсәй спортсыһы, тренер. 1977—1979 йылдарҙа бокс буйынса СССР йыйылма командаһы ағзаһы. 1996—2011 йылдарҙа Өфөләге 22-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең уҡытыусы-тренеры. СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1979).

Биографияһы

М. М. Кәбиров 1956 йылдың 15 ғинуарында Өфө ҡалаһында тыуған. Бокс менән «Нефтяник» спорт клубында шөғөлләнә, тренеры В. Ш. Вәлиуллин.

1983 йылда П. Ф. Лесгафт исемендәге Ленинград физик культура институтын тамамлаған.

СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1977—1979).

1996 йылдан башлап Өфө ҡалаһында 22-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә бокс буйынса тренер-уҡытыусы булып эшләне[1].

М. М. Кәбиров 2016 йылдың 17 мартында Өфөлә вафат булды[2].

Ҡаҙаныштары

  • СССР чемпионатының көмөш призеры (1979)
  • РСФСР чемпионатының бронза призеры (1977—1979)
  • СССР-ҙың спорт комитеты призына халыҡ-ара турнир еңеүсеһе (1979).
  • СССР беренселегенең бронза призеры (1975) үҫмер спортсылар араһында.

Иҫкәрмәләр

  1. Admin. Кабиров Марат Мидхатович | Спорт-страна.ру (3 июль 2022). 10 июнь 2026 тикшерелгән.
  2. Кабиров Марат Мидхатович. Башкирская энциклопедия: в 7 тт.. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 июнь 2026.