15 ғинуар
15 ғинуар (рус. 15 января) — рәсми календарь буйынса йылдың 15-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 350 көн ҡала (кәбисә йылында 351). Мосолман календары буйынса 1446 йылдың Рәжәб айының 16-сы көнө.Өфөлә ☀️Ҡояш 9 сәғәт 25 минутта ҡалҡа, 17 сәғәт 12 минутта бата. Көн оҙонлоғо 🕒 7 сәғәт 47 минут. 🌕 Тулы Ай (йәше 15.45 көн).
← ғинуар → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
27 | 28 | 29 | 30 | 31 | ||
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер:
- Интернет-энциклопедия Википедияның тыуған көнө.
- Баш кейеме көнө.
- Шәүрмә көнө.
АҠШ: Сәй бәшмәге көнө.
Индонезия: Диңгеҙ һәм океан көнө.
Куба: Фән көнө.
Мысыр: Ағас ултыртыу көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Конькиҙа фигуралы шыуыу көнө
Һиндостан: Армия көнө.
АҠШ: Башланғыс мәктәп уҡытыусылары көнө.
Венесуэла: Уҡытыусылар көнө.
Мексика: Композиторҙар көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Рәсәй Федерацияһының Тәфтиш комитеты ойошторолған көн.
- Хәрби-Диңгеҙ флотының Баш штабы көнө.
Төбәк байрамдары
- Краснодар крайы: Нотариустар көнө.
- 1759 йыл: Британия музейы халыҡ өсөн асыла.
- 1826 йыл: Францияла «Le Figaro» гәзитенең беренсе һаны донъя күрә.
тулы исемлек
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Каширин Иван Дмитриевич (1890—20.09.1937), дәүләт органдары хеҙмәткәре. Октябрь революцияһы ваҡиғаларында һәм Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1920 йылдың февраленән 1921 йылдың апреленә тиклем Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш комиссияһы рәйесе, бер үк ваҡытта 1920 йылдың 19 ноябренән 1921 йылдың февраленә тиклем Башҡорт АССР-ының эске эштәр халыҡ комиссары. Почётлы чекист. Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Никон I (донъяуи исеме Лысенко Павел Карпович; 1890–25.05.1972), православие дине әһеле. 1959—1963 йылдарҙа Өфө һәм Стәрлетамаҡ епискобы. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. Өфө епархияһы етәксеһе вазифаһында сиркәүҙәрҙе ябыуға ҡаршы сыға, православие руханиҙары эшмәкәрлегенең әһәмиәтен арттырыу менән шөғөлләнә. Сығышы менән хәҙерге Украинаның Киев өлкәһе Ходаровка ауылынан.
тулы исемлек
- Кәрим Дияров (1910—17.11.1986), педагог, ҡурайсы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1946—1975 йылдарҙа Баймаҡ районы мәктәптәре уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1983).
- Мортазин Рәүеф Әхмәт улы (1910—10.04.1994), композитор, педагог, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1951—1957 йылдарҙа Башҡорт музыка училищеһы уҡытыусыһы. 1947—1966 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Композиторҙар союзының идара рәйесе урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1957) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1990). II дәрәжә Ватан һуғышы һәм ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1955, 1971).
- Сидоренко Александр Филиппович (1915—20.06.1982), Халхин-Гол йылғаһы буйындағы 1939 йылғы ҡораллы бәрелештә һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, артиллерист, лейтенант (1945). Советтар Союзы Геройы (1944). Сығышы менән хәҙерге Алтай крайының Хабар районы Новосвободный ҡасабаһынан.
- Ғәлиев Рәшит Нух улы (1925—01.2017), малсылыҡ тармағы һәм урындағы башҡарма орган хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1951—1966 һәм 1969—1986 йылдарҙа Кушнаренко районы «Алға» колхозының сусҡа фермаһы мөдире, 1967—1968 йылдарҙа Иҫке Ғүмәр ауыл советы башҡарма комитеты рәйесе. Ленин, II дәрәжә Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм Халыҡтар Дуҫлығы ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо ауылдан.
- Кәримов Зәки Вәли улы (1925—18.05.2011), тарихсы-ғалим. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1981—2003 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы. Тарих фәндәре кандидаты (1976), профессор (1991). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1956), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1993). Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) һәм II дәрәжә Ватан һуғышы (1985) ордендары кавалеры.
- Рәжәпов Шифа Ғарифулла улы (1925—1.10.2011), механизатор, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1965 йылдан Миәкә районы «Башҡортостан» колхозы тракторсыһы, 1985—1990 йылдарҙа — трактор бригадаһының бригадир ярҙамсыһы. СССР-ҙың һигеҙенсе саҡырылыш (1970—1974) Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). Сығышы менән ошо райондың Сатай ауылынан.
- Солтанғәлиева Әниә Ғилфан ҡыҙы (1925), йөҙйәшәр, күп балалы әсә, колхозсы, механизатор. Борай районы Чапаев исемендәге колхоздың элекке тракторсыһы һәм комбайнсыһы. II һәм III дәрәжә «Әсәлек даны» ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Сәйет-Көрйә ауылынан.
- Сотников Михаил Васильевич (1925—17.05.1945), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Дан орденының тулы кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Федоровка районының 1970 йылдарҙа бөткән Прасковьино-Васильевка ауылынан.
- Баянов Рим Ғәли улы (1930—10.02.1996), театр артисы. 1953—1990 йылдарҙа Салауат драма театры актёры, бер үк ваҡытта 1969—1975 йылдарҙа режиссёр һәм баш режиссёр, 1972—1974 йылдарҙа директор вазифаһын башҡарыусы, 1985—1990 йылдарҙа театрҙың әҙәби бүлек мөдире. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1980).
- Исҡужин Сибәғәт Һиҙиәт улы (1930—8.01.2015), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1947—1951 йылдарҙа Хәйбулла районы «Новый восход» колхозы тракторсы, бригадир ярҙамсыһы; 1953 йылдан «Красное знамя» колхозы бригадиры, 1981—1990 йылдарҙа — комплекслы бригада етәксеһе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1975). Сығышы менән ошо райондың Йәнтеш ауылынан.
- Мәхмүтов Әнәс Хөсәйен улы (1930—31.07.2020), иҡтисадсы-ғалим, йәмәғәтсе. 1991—1998 йылдарҙа хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһы ректоры, 1998—2001 йылдарҙа «Экономика и управление» журналының баш мөхәррире, 1982—2005 йылдарҙа СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең Ирекле иҡтисад йәмғиәте Башҡортостан республика ойошмаһының идара рәйесе. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (1995), иҡтисад фәндәре докторы (1983), профессор (1984), РСФСР-ҙың (1990) һәм Башҡорт АССР-ының (1977) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1999). «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2010) һәм Салауат Юлаев (2020) ордендары кавалеры.
- Ҡаһирова Нурхәниә Хәләф ҡыҙы (1935), малсы. 1968 йылдан Благовар районы «БашЦИК» исемендәге совхоз эшсеһе, 1972 йылдан — быҙау ҡараусы. Малсылыҡтың 1-се класлы оҫтаһы. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы Собханғол ауылынан.
- Саватнеев Савген Курмилович (1935—2017), ауыл хужалығы хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. Ауырғазы районы «Путь Ленина» һәм «Правда» колхоздарының элекке рәйесе. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш (1990—1993) Юғары Советы депутаты. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондан.
- Стариков Владимир Николаевич (1940—28.04.2007), физик-ғалим. 1991—1994 йылдарҙа Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты проректоры. 1994—2003 йылдарҙа Өфө дәүләт сервис институтының информатика кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1996—1998 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының уҡытыуҙың яңы мәғлүмәт технологиялары кафедраһы мөдире һәм 1997 йылдан — Интернет үҙәге директоры. 2003—2007 йылдарҙа Бөтә Рәсәй ситтән тороп уҡыу финанс иҡтисад институтының Өфө филиалы директорының фәнни эштәр буйынса урынбаҫары. Физика-математика фәндәре докторы (1988), профессор (1990).
- Щербаков Салауат Александрович (1955), скульптор, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы, профессор. Рәсәй Художество академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының халыҡ рәссамы (2011). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2024). Атаһы — Александр Семенович Ишкильдин, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, башҡорт, сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһенән.
- Миңзифа Исҡужина (1965), йырсы. 2000 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының «Далан» эстрада төркөмө вокалсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, «Яҙғы тауыштар» республика йыр конкурсы лауреаты.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Саҡаева Мәстүрә Фәхретдин ҡыҙы (1916—16.05.2007), табип-нефролог. 1947—1990 йылдарҙа Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы табибы, шул иҫәптән 1958—1984 йылдарҙа бөйөр ауырыуҙары бүлеге мөдире. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1969). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1966), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1956). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Бүздәк ауылы эсендә ҡалған Табанлыкүл ауылынан.
- Баһауетдинов Рәйес Ғөбәйҙулла улы (1926—12.06.2018), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1962—1986 йылдарҙа Стәрлетамаҡ районының Салауат исемендәге колхоз рәйесе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған зоотехнигы (1980), райондың почётлы гражданы (1999).
тулы исемлек
- Шәйҙуллин Марат Ғәвис улы (1931—16.04.2007), нефтсе. 1969 йылдан «Башвостокнефтеразведка» тресының Ҡалтасы быраулау контораһы (артабан идаралығы) директоры, 1970—1995 йылдарҙа идаралыҡ начальнигы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1979), Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1994), СССР-ҙың почётлы нефтсеһе (1981). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1976) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Ҡыҙыл Байраҡ ауылынан.
- Ҡасимов Рәйес Шәйәхмәт улы (1936—18.07.2012), журналист. 1969 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. 1966 йылдың декабренән «Совет Башҡортостаны», 1973 йылдан — «Кызыл таң» гәзите хәбәрсеһе, шул иҫәптән 1978—1992 йылдарҙа бүлек мөдире, 1996—1997 йылдарҙа яуаплы секретарь; 1999—2006 йылдарҙа «Өмет» гәзите хеҙмәткәре. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991) һәм Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (1992). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы Ҡырмыҫҡалы ауылынан.
- Косачёв Василий Семёнович (1936—24.10.2017), нефтсе. 1966—1997 йылдарҙа «Ишимбайнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы операторы, артабан мастер һәм инженер-технолог. СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты (1985). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981).
- Сәлимгәрәева Ирина Мөхәмәт ҡыҙы (1936—8.06.2008), ғалим-инженер-технолог. 1962 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Химия институты хеҙмәткәре, 1974 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр; 1986–1991 йылдарҙа Бөтә Союз нефтте һәм нефть продукттарын йыйыу, әҙерләү һәм күсереү ғилми-тикшеренеү институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр. Химия фәндәре докторы (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Нуриман районы Ҡыҙылъяр ауылынан.
- Таратунин Виктор Андреевич (1951), хеҙмәт ветераны. «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһенең элекке баш метрологы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы.
- Байышев Фәнил Нафиҡ улы (1956—6.01.1993), тел белгесе, шәрҡиәтсе. 1987 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре, 1992 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр. Ҡөрьәнде башҡорт телендә баҫтырып сығарыуҙа ҡатнашыусы (1993). Тарих фәндәре кандидаты (1992). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1994, үлгәндән һуң).
- Кәбиров Марат Миҙхәт улы (1956—16.03.2016), спортсы, тренер. 1977—1979 йылдарҙа бокс буйынса СССР йыйылма командаһы ағзаһы. 1996—2011 йылдарҙа Өфөләге 22-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең уҡытыусы-тренеры. СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1979).
- Сөләймәнова Лена Шәһиҙулла ҡыҙы (1961), ғалим-тарихсы, юрист. 1995—1998 йылдарҙа һәм 2001 йылдан хәҙерге Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 2002 йылдан Хеҙмәт һәм социаль мөнәсәбәттәр академияһының (Өфө) кафедра мөдире; 2006 йылдан — Өфө дәүләт нефть техник университеты хеҙмәткәре. Тарих фәндәре докторы (2001), профессор (2003). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2012). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Мәндем ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Фәхретдинов Ғабдрахман Ризаитдин улы (1887—1936), Башҡорт милли хәрәкәтендә һәм Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. Ырымбур губернаһы башҡорттарынан Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы депутаты. 1918 йылдың авгусынан Башҡорт хөкүмәтенең мәғлүмәт бүлеге мөдире, «Башҡортостан хөкүмәтенең теле» гәзите мөхәррире. 1919 йылдың сентябренән Социаль тәьминәт буйынса халыҡ комиссариатының коллегия ағзаһы, октябрҙән — социаль тәьминәт буйынса халыҡ комиссары вазифаһын башҡарыусы, 1920 йылдан —Дәүләт нәшриәте мөдире. 1923—1924 йылдарҙа Халыҡ Комиссарҙары Советында тәржемәсе, артабан «Башҡортостан» гәзите хеҙмәткәре. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Ғәлин Мәхмүтйән Харрас улы (1917—1995), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, рота командиры, батальон командиры урынбаҫары, гвардия капитаны; ҡурайсы. Ҡыҙыл Байраҡ (1943), Александр Невский (1944), 1-се (1985) һәм 2-се (1945) дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Ишмөхәмәт ауылынан.
тулы исемлек
- Миһранов Әнүәр Низам улы (1922 — ????), урындағы башҡарма һәм партия органдары хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1962—1966 йылдарҙа хеҙмәтсәндәр депутаттарының Мәсетле район Советы башҡарма комитеты рәйесе.
- Солтанов Мәғнәүи Гәрәй улы (1922—23.08.2017), нефтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1957—1977 йылдарҙа «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы операторы. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Дүртөйлө районының почётлы гражданы (2015). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Бишҡурай ауылынан.
- Бикҡолов Шакир Сәлим улы (1932—18.05.1983), журналист, шағир һәм тәржемәсе. 1958—1973 йылдарҙа Башҡортостан китап нәшриәтенең өлкән мөхәррире, 1975 йылдан Башҡорт АССР‑ы Телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитеты мөхәррире. 1968 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
- Басиров Хәләф Хаматйән улы (1937—10.12.2016), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1952—1999 йылдарҙа Дүртөйлө районы «Шишмә» колхозы механизаторы. III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1975). Сығышы менән ошо райондың Шишмә ауылынан.
- Воронин Анатолий Васильевич (1937), инженер-энергетик-ғалим. 1963—2009 йылдарҙа «Сода» производство берекмәһе хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1972 йылдан — баш энергетик урынбаҫары, 1975 йылдан — баш энергетик, 1988 йылдан — баш инженер, 2005 йылдан — генераль директор урынбаҫары. 2010—2011 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты Стәрлетамаҡ филиалы директорының фән буйынса урынбаҫары. 2014 йылдан Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Ғәмәли тикшеренеүҙәр институты хеҙмәткәре. Техник фәндәр кандидаты (1995). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (1995), Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2007). СССР-ҙың химия сәнәғәте отличнигы (1986). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Покровка-Озерки ауылынан.
- Иҙелбаев Фәтхетдин Ғариф улы (1937—1993), урман эшсеһе. 1951—1992 йылдарҙа Баймаҡ леспромхозының ағас ҡырҡыусыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
- Әхтәмов Исмәғил Хәмит улы (1937—3.06.2008), металлург. 1966—2002 йылдарҙа Белорет металлургия комбинатының металл һуҙыу станы операторы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған металлургы (1981). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1977) һәм III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордендары (1975) кавалеры. СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1977).
- Хәсән Назар (1942), шағир, журналист, публицист һәм тәржемәсе. 1966—1995 йылдарҙа республика матбуғат баҫмалары хеҙмәткәре. Башҡортостандың халыҡ шағиры (2017). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2000), Рәми Ғарипов (2007) һәм Зәйнәб Биишева (2007) исемендәге әҙәби премиялар лауреаты.
- Кәримов Ҡәүи Кәрим улы (1947), фән һәм юғары мәктәп ветераны, ғалим-тарихсы. 1986 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм хәҙерге М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1988 йылдан ситтән тороп уҡыу буйынса, 1993—1997 йылдарҙа уҡытыу-тәрбиә эше буйынса проректор, 1999—2008 йылдарҙа башҡорт филологияһы факультеты деканы; 2010 йылдан — Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (2000), профессор (2001). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1993), СССР‑ҙың (1990) һәм Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1997), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006).
- Савко Зөлфирә Хәмит ҡыҙы (1947), китапханасы. 1974—2008 йылдарҙа Дуҫлыҡ ауыл китапханаһы мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993). Сығышы менән шул райондың Йәрмөхәмәт ауылынан.
- Смирнова Валентина Ивановна (1947), педагог. Өфө ҡалаһының 5-се балалар музыка мәктәбенең элекке уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Буранбай Исҡужин (1952—14.04.2007), уҡытыусы, журналист, шағир, прозаик һәм драматург. 1977 йылдан Хәйбулла һәм Баймаҡ районы мәктәптәре уҡытыусыһы, 1980—1985 йылдарҙа «Октябрь байрағы» (хәҙер «Баймаҡ хәбәрҙәре») гәзите хеҙмәткәре. 1992 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы.
- Иҫәнов Зөфәр Зинур улы (1952), мәғариф, комсомол, партия, һалым органдары һәм муниципаль орган хеҙмәткәре. 2001—2011 йылдарҙа Мәләүез район хакимиәте башлығының урынбаҫары һәм беренсе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы. Сығышы менән ошо райондың Әбет ауылынан.
- Флүрә Килдейәрова (1952), йырсы, педагог. 1981 йылдан хәҙерге Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры, 1989—2014 йылдарҙа хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, бер үк ваҡытта 1992—1997 йылдарҙа һәм 2000 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Профессор (2013), Пётр сәнғәт академияһының мөхбир ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (2002) һәм Башҡорт АССР-ының (1989) халыҡ артисы. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1985). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2022).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Хәмиҙуллин Ғәфүр Байрамша улы (1918—2005), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Мәскәүҙәге Еңеү парадында ҡатнашыусы. Тәтешле районы «Дэмен» колхозының элекке механизаторы. I дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән ошо райондың Бәләкәй Бәлзүгә ауылынан.
- Хәйретдинов Суфиян Ғәлимйән улы (1928—2017), төҙөүсе. 1955—1990 йылдарҙа Кушнаренко районы Свердлов исемендәге колхоздың техник-төҙөүсеһе. Ленин ордены кавалеры. Райондың почётлы гражданы. Сығышы менән ошо райондың Шыршы-Тартыш ауылынан.
тулы исемлек
- Яратҡолов Яңыбай Кинйәбай улы (1928—24.04.2012), механизатор. 1945 йылдан Хәйбулла районы Салауат исемендәге колхоз тракторсыһы, 1972—1988 йылдарҙа Хәйбулла урман хужалығы рамсыһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1966). Сығышы менән ошо райондың Ғәлекәй ауылынан.
- Иҫәнбаев Ильяс Нәсип улы (1933—23.12.2000), педагог, журналист. 1951 йылдан Йылайыр районы Матрай мәктәбе уҡытыусыһы, 1976—1993 йылдарҙа «Совет Башҡортостаны» (хәҙер «Башҡортостан») гәзитенең үҙ хәбәрсеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1976) һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1986), БАССР Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1982). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районының 2-се Этҡол ауылынан.
- Рәжәпова Фрида Ғүмәр ҡыҙы (1943), педагог. Ауырғазы районы Талбазы ауылындағы 82-се һөнәри лицейҙың (хәҙерге Ауырғазы киң профилле колледжы) элекке уҡытыусыһы. Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре һәм һөнәри белем биреү отличнигы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Иглин районының Үктәй ауылынан.
- Приходько Василий Викторович (1953), инженер. Күмертау авиация етештереү предприятиеһының элекке цех һәм производство начальнигы. Рәсәйҙең атҡаҙанған машина эшләүсеһе.
- Дмитриева Наталья Витальевна (1963), йырсы. 1987 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы вокалсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы. Сығышы менән хәҙерге Приморье крайының Арсеньев ҡалаһынан. Йырсы Кәмилә Чертованың ҡыҙы.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Бажов Павел Петрович (1879—3.12.1950), рус яҙыусыһы, башҡорт халыҡ ижады мотивтары һәм образдары нигеҙендә яҙылған хикәйәләр авторы. СССР-ҙың 2-се (1946—1950) һәм 3-сө (1950—1954) саҡырылыш Юғары Советы депутаты. II дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1943). Ленин ордены кавалеры (1944). Сығышы менән хәҙерге Свердловск өлкәһенең Сысәрт ҡалаһынан.
- Алексий (донъяуи исеме Сергеев Виктор Михайлович; 1899—6.04.1968), дин әһеле, 1942 йылда Өфө һәм Дәүләкән архиепискобы.
тулы исемлек
- Ғайсин Шакир Әхмәтдин улы (1904—4.10.1969), агроном-ғалим, фәнни учреждение, партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1945 йылдан ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты ауыл хужалығы бүлегенең мөдир урынбаҫары, 1950 йылдан республика ауыл хужалығы министры урынбаҫары, 1952 йылдан — СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Биология институты директоры, 1956—1965 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының бүлек мөдире. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1949). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1964). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1949).
- Әмир Чаныш (Чанышев Әмир Иҙрис улы; 1909—4.04.1996), әҙәбиәт белгесе-ғалим, яҙыусы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1957—1977 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. 1979 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Филология фәндәре кандидаты (1949). II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.
- Заманов Мәсғүт Фәйзрахман улы (1914—16.02.1988), механизатор. 1939—1940 йылдарҙағы совет-фин һуғышында ҡатнашыусы. 1934—1938 йылдарҙа Баймаҡ районы хужалыҡтары механигы, 1941 йылдан — трактор бригадаһы бригадиры, 1955 йылдан Сибай МТС-ы, 1957—1960 йылдарҙа — «Сибай» совхозы комбайнсыһы. СССР-ҙың бишенсе саҡырылыш (1958—1962) Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1957). Сығышы менән ошо райондың Иҫәнбәт ауылынан.
- Әйүпов Хәмит Вәли улы (1914—26.03.1987), ветеринария табибы-ғалим. 1964 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1964—1983 йылдарҙа фәнни эштәр буйынса проректор, бер үк ваҡытта 1978—1985 йылдарҙа кафедра мөдире. Башҡорт АССР-ының 8-се саҡырылыш (1971—1975) Юғары Советы депутаты. Ветеринария фәндәре докторы (1969), профессор (1970). РСФСР‑ҙың (1974) һәм Башҡорт АССР‑ының (1964) атҡаҙанған фән эшмәкәре. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1971).
- Хәмиҙуллин Наил Ғәли улы (1929—1991), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1961—1990 йылдарҙа Кушнаренко районы Свердлов исемендәге колхоздың техник-осеменаторы. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1981). РСФСР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Ленин, Октябрь Революцияһы һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры.
- Әхтәмов Мөхтәр Хөснөлхаҡ улы (1929—19.10.2020), башҡорт теле белгесе-ғалим, 1972—2013 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (1996), профессор (1994). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2009), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1989), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001).
- Абдразаҡов Әмир Ғәбделмән улы (1934—6.03.2008), театр актёры, кинорежиссёр һәм сценарист. «Башҡортостан» киностудияһын ойоштороусы һәм уның беренсе директоры. 1961 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы, 1997 йылдан Рәсәй Кинематографсылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1974), Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2006) һәм Зәйнәб Биишева исемендәге премия (2010, үлгәндән һуң) лауреаты.
- Әхийәретдинова Роза Әсләм ҡыҙы (1934—9.05.2003), бейеүсе, балетмейстер. 1969—1992 йылдарҙа Өфө ҡалаһының «Юбилейный» мәҙәниәт һарайы балетмейстеры. РСФСР‑ҙың (1983), Башҡорт АССР‑ының (1976) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы лауреаты (1986). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Баҡыев Әхмәт Вәхит улы (1939—13.08.2016), инженер‑механик-ғалим. 1960 йылдан Өфө нефть институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1974 йылдан ситтән тороп һәм киске уҡыу буйынса проректор, 1989—1999 йылдарҙа — кафедра мөдире. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (1998), техник фәндәр докторы (1985), профессор (1986). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998), Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1989).
- Ғәлиев Ринат Ғәзим улы (1949—2015), ауыл хужалығы һәм партия органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1976 йылдан Миәкә районы «Сулпан» колхозының партбюро секретары, 1980—1999 йылдарҙа «Дружба» колхозы рәйесе. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш (1990—1993) Юғары Советы депутаты.
- Николаев Виталий Квинтильянович (1954), биҙәү-ҡулланма сәнғәте рәссамы. 1995 йылдан Рәсәй Рәссамдәр союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2014). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Бишбүләк районы Ҡушйылға ауылынан.
- Назаров Алексей Михайлович (1964), физик‑химик-ғалим. 1986 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Органик химия институтының ғилми хеҙмәткәре, 1999 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр, артабан Башҡортостан Республкаһы Фәндәр академияһы Тәжрибә заводының, «МедфармЦентр» йәмғиәтенең генераль директоры. Химия фәндәре докторы (2000). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1622 йыл: Мольер, Франция драматургы, актёр.
- 1795 йыл: Александр Грибоедов, Рәсәй империяһы дипломаты, шағир, яҙыусы һәм драматург.
тулы исемлек
- 1850 йыл: Софья Ковалевская, Рәсәй империяһы ғалим-математигы, илдең беренсе ҡатын-ҡыҙ профессоры.
- 1850 йыл: Михай Эминеску, Румыния шағиры.
- 1891 йыл: Диана Будисавлевич, Югославия табибы.
- 1933 йыл: Әлфиә Авзалова, Татарстан йырсыһы.
- 1958 йыл: Борис Тадич, Сербия сәйәсмәне.
- 1919 йыл: Роза Люксембург, марксизм тәғлимәте теоретиктарының береһе, философ, иҡтисадсы һәм публицист.
- 1943 йыл: Көбәкәев Тимерәй Көбәкәй улы, Советтар Союзы Геройы (1943), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир.
тулы исемлек
- 1943 йыл: Үтәғолов Зөбәй Төхвәт улы, Советтар Союзы Геройы (1943), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир.
- 1944 йыл: Сыртланов Муллайәр Исламгәрәй улы, Советтар Союзы Геройы (1944). Бөйөк Ватан Һуғышында һәләк булған яугир.
- 2004 йыл: Муса Ғәли, башҡорт яҙыусыһы, Бөйөк Ватан Һуғышында ҡатнашыусы, Салауат Юлаев исемендәге премияһы лауреаты.