Әхтәмов Исмәғил Хәмит улы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Әхтәмов Исмәғил Хәмит улы
Ахтямов Исмагил Хамитович.jpg
Тыуған көнө 15 ғинуар 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Мәндәғол ауылы
Вафат булған көнө 3 июнь 2008({{padleft:2008|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (71 йәш)
Вафат булған урыны Башҡортостан Республикаһы Белорет ҡалаһы
Ил
Эшмәкәрлеге металлург
Наградалары һәм премиялары
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены
СССР Дәүләт премияһы — 1977

Әхтәмов Исмәғил Хәмит улы (15 ғинуар 1937 йыл — 3 июнь 2008 йыл) — металлург. СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1977). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған металлургы (1981). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1977) һәм III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордендары (1975) кавалеры

Исмәғил Хәмит улы Әхтәмов 1937 йылдың 15 ғинуарында Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Бөрйән районы Мәндәғол ауылында тыуған.

1944 йылда Күгәрсен районының Юлдыбай ауылында беренсе класҡа уҡырға бара. 1952—1953 йылдарҙа Бөрйән районы Иҫке Собханғол урта мәктәбендә уҡый.

Эшләгән урындары: 1955 йылдан 1959 йылға тиклем — Мораҡ МТС-ы комбайнёры, 1962—1966 йылдарҙа — Күгәрсен районында СПТУ мастеры, 1966—2000 йылдарҙа — Белорет металлургия комбинатында волочильщик.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
  • СССР Дәүләт премияһы (1977) — сәнәғәт ҡеүәтен срогынан алда үҙләштереүгә нигеҙләнеп, металлургия производствоһын һиҙелерлек күтәргән өсөн; яңы техника һәм технологияларҙы, инициативаны индереп, һәр эш урынында резервтарҙы тулы ҡулланыу һәм ярышып эшләүҙе үҫтергән өсөн.
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1977)
  • III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены (1975).

СССР Дәүләт премияһы лауреаты Әхтәмов Исмәғил Хәмит улы иҫтәлегенә ул уҡып киткән Иҫке Собханғол урта мәктәбе бинаһы фасадында мемориаль таҡтаташ ҡуйыла.