Борис Тадич
Биографияһы
Сараево ҡалаһында Белград университеты уҡытыусыһы Любомир Тадич һәм табип-нейропсихиатр Невенка Тадич ғаиләһендә тыуған.
Башланғыс һәм урта мәктәпте Белградта тамамлай. Белград университетында социаль психологияны өйрәнә. 1-се Белград гимназияһында психология уҡытыусыһы булып эшләй.
Демократияны үҫтереү буйынса үҙәккә нигеҙ һалыусы һәм беренсе директоры.
1990 йылдан Демократик партия ағзаһы. Партия рәйесе итеп 2004 йылда, Зоран Джинджич үлтергәндән һуң бер йыл үткәс һайлана.
Бульдозер революцияһынан һуң 2000 йылдың ноябренән 2001 йылдың июненә тиклем телекоммуникация министры вазифаһында Югославия хөкүмәте составына инә. Шулай уҡ Сербия һәм Черногория министрҙар советында оборона министры функцияһын башҡара.
Европа интеграцияһы яҡлы; уның президент программаһының төп пункттарының береһе — Сербияны йәһәтләп Европа берләшмәһенә интеграциялау. 2004 йылда 53 процент тауыш йыйып, националист Томислав Николичты үтеп китеп, президент һайлауҙарының икенсе турында еңеп сыға. Сербия президенты вазифаһында Предраг Марковичты алмаштыра. 2008 йылда президент һайлауҙарының беренсе турында ҙур булмаған өҫтөнлөк менән Томислав Николичтан еңелә, әммә икенсе турҙа еңеү яулай, икенсе тапҡыр президент була.
2012 йылдың 4 апрелендә Сербия президенты вазифаһынан ваҡытынан алда отставкаға китеүе тураһында иғлан итә[4]. Үҙенең отставкаһы тураһында Скупщина рәйесенә хәбәр иткәндән һуң, 5 апрелдә рәсми рәүештә вәкәләттәренән баш тарта[5].
Инглиз, серб һәм француз телдәрен белә. Өйләнгән, ике балаһы бар.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Boris Tadić // Brockhaus Enzyklopädie (нем.) / Hrsg.: Bibliographisches Institut & F. A. Brockhaus, Wissen Media Verlag
- ↑ Boris Tadic // Munzinger Personen (нем.)
- ↑ Демократическая партия не имеет отношения к Демократической партии Сербии
- ↑ Президент Сербии сложил полномочия, Лента.ру (4 апреля 2012). 4 апрель 2012 тикшерелгән.
- ↑ Председница Народне скупштине расписала председничке изборе (серб.)(серб.)
Һылтанмалар
- Борис Тадич 2008 йылдың 25 февраль көнөндә архивланған.
- Президент Сербии 2021 йылдың 8 май көнөндә архивланған.
- Тадич, Борис — статья в Лентапедии. 2012 год.