Исҡужина Миңзифа Усман ҡыҙы
Миңзифа Усман ҡыҙы Исҡужина (рус. Искужина Минзифа Усмановна; 1965 йылдың 15 ғинуары, Темәс, Башҡорт АССР-ы) — Рәсәй йырсыһы. 2000 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының «Далан» эстрада төркөмө вокалсыһы.
Биографияһы
1965 йылдың 15 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Темәс ауылында тыуған. Урта белемде Темәс мәктәбендә ала. Бала саҡтан йыр-моңдо һөйгән, гармунда өҙҙөрөп уйнаған ҡыҙҙың сәнғәткә юлы ҡатмарлы ғына була. Башта Баймаҡ һөнәрселек училищеһында һатыусы һөнәрен үҙләштереп, Темәстә һатыусы булып эшләй. Артабан Өфө моторҙар эшләү заводында токарь була[1]. 21 йәшендә генә Өфө сәнғәт училищеһына килә, Фәрзәнә Сәғитова класында уҡый. Артабан Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай.
Йырсы бер нисә тапҡыр үҙ тамашасылары өсөн соло концерттары менән сығыш яһаны. Ул башҡорт композиторҙарының йырҙарын (З. Исмәғилев, «Былбылым»; Х. Әхмәтов, «Тыуған ауылым»; Б. Ғайсин, «Ике аҡҡош»; А. Туҡтағолов, «Мөхәббәт») һәм башҡорт халыҡ йырҙарын («Бала ҡарға», «Шәүрә», «Һандуғас» һәм башҡалар) бер рәттән ҙур оҫталыҡ менән йырлай[2].
Миңзифа Исҡужинаның концерт программалары һәр ваҡытта бай һәм масштаблы, үҙенең йырҙарын «Далан» эстрада төркөмө, Башҡортостан Республикаһының халыҡ инструменттары милли оркестры, филармонияның эстрада-джаз оркестры һәм Башҡортостан Республикаһының академия хор капеллаһы оҙатыуында йырлай.
«Далан» эстрада төркөмө вокалисткаһы булараҡ Төркиә Республикаһында Башҡортостан Республикаһы көндәрендә (Истанбул, 2006—2008), Һарытауҙа, Мәскәүҙә, Ырымбурҙа (2007), Санкт-Петербургта (2008) лайыҡлы сығыш яһаны>.
«Рәсәй Федерацияһы башҡорттары» Федераль программаһы сиктәрендә Рәсәй төбәктәре буйынса һабантуйҙарҙа ҡатнаша һәм гастролдәргә сыға. Тәбиғәттән бирелгән абсолют ишетеү һәләте уға вокаль материалды ҡыйынлыҡһыҙ үҙләштереү, башҡарылған әҫәрҙе тамашасыларға түкмәй-сәсмәй еткереү өсөн ҙур мөмкинлектәр бирә, ул һәр ваҡыт репертуарын яңыртып тора, үҙ оҫталығы өҫтөндә даими эшләй[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- «Мәҙәниәттәге һәм сәнғәттәге хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (2025)[4];
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1997);
- «Яҙғы тауыштар» республика конкурсы лауреаты.
Популяр йырҙары
- «Башҡорт балы» ;
- «Әлдә дуҫтар бар әле»;
- «Аҡ ҡайындар»;
- «Бәғерем тиермен»;
- «Баймак»;
- «Юҡһыныу» (Миңзифа Исҡужина музыкаһы, Шәриф Бикҡол һүҙҙәре);
- «Ауыл көйө»;
- «Балаларыма»;
- «Тыуған яғым ҡышында»;
- «Мин иҫләйем…».
- Артур Туҡтағолов менән дуэт
- «Яраттым шул»;
- «Мин бэхетле хинен менэн»;
- «Куззэремэ кереп барам»;
- «Һөйәһеңме тип ниңә һорайһың»;
- «Ғүмер бүләгем»;
- «Ғүмер-аҡҡан һыу» (Ф. Абдулина һүҙҙәре, А. Исҡужина музыкаһы).
Ғаиләһе
- Тормош иптәше — Артур Туҡтағолов (1967), Рәсәй йырсыһы, музыкант-аккомпаниатор (баян, клавишалылар). Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2009), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1997). Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының «Далан» эстрада төркөмөнөң художество етәксеһе.
- Улы — Буранбай Артур улы Туҡтағолов, композитор, аранжировкалаусы, «Далан» төркөмөнөң тауыш режиссёры[5][6];
- Ҡыҙы;
- Һеңлеһе — Гөлнур Нарынбаева, опера йырсыһы[7].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Баймаҡ еренең күренекле улдары һәм ҡыҙҙары. Библиографик белешмә. Баймаҡ ҡалаһы. 2010 йыл, 63 бит.
- ↑ https://bashmusic.net/ru/music/ispolniteli-music-profile/view/playlist/id/293 Искужина Минзифа Усмановна
- ↑ Народная артистка Башкортостана Минзифа Искужина отмечает двойной юбилей. Культурный мир Башкортостана (14 февраль 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 апрель 2026.
- ↑ Владимир Путин подписал указ о награждении жителей Башкирии госнаградами (рус.). 3 декабрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ В Сургуте тысячи горожан отметили праздник Сабантуй. IVEST.kz (16 июнь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июль 2026.
- ↑ Туктагулов Буранбай. Далан, эстрадная группа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июль 2026.
- ↑ В Башкирской филармонии весна наступит на концерте двух сестер — Минзифы Искужиной и Гульнур Нарынбаевой. bashinform.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июль 2026.