Баймаҡ районы

Баймаҡ районы — Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан район. Көнсығышта Силәбе өлкәһе менән сиктәш. 1930 йылда ойошторолған. Майҙаны 5432 км². Райондың административ үҙәге — Баймаҡ ҡалаһы менән Өфө араһы тура һауа юлынан 275 км, автомобиль юлынан — 489 км.

Район халҡы 1995 башына 43,5 мең кеше булған (1970 — 47,9, 1979 — 41,4, 1989 — 42,1 мең кеше). Ауыл халҡының уртаса тығыҙлығы 1 км²-ға 8 кеше. Күпселеген башҡорттар һәм урыҫтар тәшкил итә. 90 ауыл бар. Иң ҙурҙары: Темәс (3,1 мең кеше), Урғаҙа (2,7 мең), Иҫке Сибай ауылы (2 мең), Аҡморон ауылы (1,7 мең).

Символикаһы

География

Геологик йәһәттән район територияһы Тагил-Магнитогорск бөгөлөнөң һәм Уралтау күтәрелешенең тектоник структураларынан ғибәрәт. Колчедан рудаһы (Сибай, Баҡыртау, Таштау, Балтатау, Ҡамаған һ.б.), рудалы алтын (Вост.-Семеновский, Түбә, Юлалы һ.б.), сәсмә алтын (Ҡараһаҙ, Төйәләҫ, Шүрәле һ.б.), цеолит (Сибай), биҙәү ташы (20-ләп ятҡылыҡ), эзбизташ, кирбес сеймалы һ.б. ятҡылыҡтар тикшерелгән.

Райондың төньяҡ-көнбайыш өлөшөн Уралтау һырты биләй. Уның был тирәһе бейек түгел һәм тигеҙләнгән, ләкин ярайһы уҡ дымлы, ҡарағай, ҡайын һәм уҫаҡ урмандары менән ҡапланған. Уралтау һәм Ирәндек һырттары араһындағы түбән урындарҙа ваҡ сусаҡтар бар. Уңдырышлы ҡара тупраҡлы далала төрлө үлән һәм ҡылғандар үҫә, уның байтаҡ өлөшө һөрөлгән, ҡоролоҡ хас. Район территорияһын меридиональ йүнәлешттә киҫеп үткән Ирәндек һыртының киңлеге 10—20 км, уртаса бейеклеге төньяғында 700—800 м, көньяғында— 400—500 м, урыны менән ҡарағас ҡатыш ҡайынлыҡтар, ҡаты төп тау тоҡомдары ер өҫтөнә сығып торған, аҙ уңдырышлы, эрозияға бирелгән тупраҡ өҫтөнлөк итә. Район территоряһының көнсығыштағы тар ғына һыҙатын эреле-ваҡлы убалар теҙмәһенән торған тигеҙлек тәшкил итә. Бындағы ҡара тупраҡлы далала ҡылған һәм һәр төрлө үлән үҫә.

Баймаҡ районы Урал тауҙары аръяғында урынлашҡанлыҡтан, Азия материгының континенталь климаты йоғонтоһон кисерә.

Климаты ҡоро, ҡышын ҡар аҙ була. Гидрографик селтәре Һаҡмар, Таналыҡ, Оло Урғаҙа (бәләкәй ҡушылдыҡтары менән) йылғалары, Талҡаҫ, Күлтабан күлдәренән тора. Майҙанының ҙур өлөшөн дала ерҙәре тәшкил итә. Ағас запасы 18,8 млн м³ булған 126,4 мең га майҙанда (Райондың дөйөм майҙанының 24,4 %) урман үҫә (шуның 3,4 млн м ылыҫлы ағас).

Тәбиғәт объекттары

Ирәндек (тау һырты) — көньяҡ-көнсығыш Башҡортостандағы тау арҡаһы. • Төйәләҫ йылғаһыҺаҡмар йылғаһыТанылыҡ йылғаһыЙылайыр йылғаһыУрғаҙа йылғаһыҒәҙелша шарлауығыҺаҡмар һыуһаҡлағысыБалыҡлы күлеӘптекәй күлеТалҡаҫ — Көньяҡ Уралдың көнбайыш битләүендәге күл. • ҮләндекүлСолтанкүлЯугүл (Култабан) күле — Урал йылғаһы бассейнына ҡараған күл.

Халыҡ һаны

1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):

Йыл Халыҡ һаны
1939 йылдың 58 971 [2][3]
1959 йылдың 51 073 [4][3]
1970 йылдың 60 195 [5][3]
1979 йылдың 55 970 [6][3]
1989 йылдың 58 556 [7][3]
Йыл Халыҡ һаны
2002 йылдың 44 214 [8][3]
2008 йылдың 56 304 [9]
2009 йылдың 56 124 [10]
2010 йылдың 58 572 [11][3]
2012 йылдың 58 028 [12]
Йыл Халыҡ һаны
2013 йылдың 57 712 [13]
2014 йылдың 57 283 [14]
2015 йылдың 57 226 [15]
2016 йылдың 57 176 [16]
2017 йылдың 57 043 [17]
Йыл Халыҡ һаны
2018 йылдың 56 390 [18]
2019 йылдың 55 770 [19]
2021 йылдың 54 946 [1]
Халҡы иҫәбе
1989[20]2002[21]2008[22]2009[23]2010[24]2012[25]2013[26]2014[27]
58 03544 21456 30456 12458 57258 02857 71257 283
2015[28]2016[29]2017[30]2021[31]
57 22657 17657 04354 946


10 000
20 000
30 000
40 000
50 000
60 000
2002
2013
2021

Ауыл халҡының уртаса тығыҙлығы 1 км²-ға 8 кеше тәшкил итә.

Урбанизация

Ҡала шарттарында (Баймаҡ ҡалаһы) район халҡының Аңлатма хатаһы: Танылмаған "•" тыныш билдәһе % йәшәй.

Милли составы

2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ һанын иҫәпкә алыу мәғлүмәттәре буйынса: башҡорттар — 83,3 %, урыҫтар — 11,9 %, татарҙар — 3,5 %, башка — 1,3 %[32].

Иҡтисад

19 быуаттың 30-сы йылдарында Төйәләҫ йылғаһының үрге ағымында һибелмә алтын ятҡылыҡтары үҙләштерелә башлай. Һибелмә һәм рудалы алтындың яңы ятҡылыҡтарын үҙләштереү, баҡыр колчеданы рудаларынан алтынды айырып алыу иҫәбенә алтын табыу арта. 1923 йылда Таналыҡ-Баймаҡ таулы округы бөтөн Уралда сығарылған алтындың 40 % таба. Баҡыр колчеданы рудаларын эшкәртеү менән Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинаты, алтын сығарыу менән «Башзолото» дәүләт производство предприятиеһының Түбә руднигы, «Зауральская» һәм «Түбә» старателдәр артелдәре шөғөлләнә. Төйәләҫ ятҡылығында эзбизташ сығарыла. Яндырылған эзбиз шәкәр заводында ҡулланыла һәм башҡа региондарға ла ебәрелә.

Район сәнәғәтенең башҡа тармаҡтарына ағас әҙерләү (Темәс һәм Баймаҡ леспромхоздары), төҙөлөш материалдары етештерә (Темәс хуж.-ара кирбес заводы), мет. эшкәртеү (Түбә йоҙаҡ һәм тимер-томор әйберҙәр заводы) һәм еңел сәнәғәт (Түбә тегеү фабрикаһы) инә. Баймаҡ районы ауыл хужалығы продукцияһы күпләп етештерелә. Ауыл хужалығы ерҙәре 331,3 мең га (Башҡортостанда 1-се урында тора), шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр — 164,1 мең га, сабынлыҡтар — 44,0 мең га (Белорет районынан һуң 2-се урында), көтөүлектәр — 123,0 мең га (1-се урында). 19 ауыл хужалығы предприятиеһы, шул иҫәптән Башҡортостан игенселек һәм баҫыу культуралары селекцияһы институтының Баймаҡ тәжрибә-производство хужалығы бар. Район малсылыҡ һәм игенселек буйынса махсуслашҡан. Һарыҡсылыҡ тармағы ҙур урын тота. Башҡортостанда етештерелгән көслө һәм ҡаты сортлы бойҙайҙың төп өлөшө ошо районға тура килә. Иң ҙур ауыл хужалығы предпритиеһы — Йылайыр совхоз-техникумы. Совхоздың 80 мең га ауыл хужалығы ере бар, ул районда үҫтерелгән игендең өстән бер өлөшөн етештерә.

Транспорт

Район территорияһын Ира—Йылайыр—Сибай—Магнитогорск һәм Аҡъяр—Сибай—Асҡар—Сермән автомобиль юлдары киҫеп үтә. Сит өлкәләр менән бәйләнештә Сибай тимер юл станцияһы һәм аэропорты мөһим роль уйнай. Урындағы бәйләнештәрҙә Баймаҡ—Ҡана, Баймаҡ—Темәс, Баймаҡ—Әбделкәрим автомобиль юлдары ҙур әһәмиәткә эйә.

Социаль-мәҙәни өлкә

Районда 75 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 40 урта мәктәп һәм 2 лицей; Йылайыр совхозы нигеҙендә ауыл хужалығы техникумы, 41 китапхана, 75 клуб учреждениеһы, Баймаҡта һәм Темәс ауылдарында тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы, Йылайыр совхозында Сиҙәм музейы, үҙәк район һәм 8 участка дауаханаһы, Талҡаҫ күле буйында Баймаҡ ял йорто эшләй.

Урыҫ һәм башҡорт телдәрендә «Баймакский вестник» һәм «Һаҡмар» гәзите сыға.

Спорт

undefined

Районда милли көрәш, баскетбол, волейбол, футбол, хоккей, саңғы ярыштары, еңел атлетика, бокс, йөҙөү, өҫтәл теннисы, шахматтар һәм шашкалар спорт төрҙәре федерациялары ойошторолған.

Спортты яратыусылар ҡарамағында — 146 ҡоролма, шул иҫәптән: 1 стадион, 68 яҫылыҡ спорт ҡоролмалары, 72 спорт залы, 2 саңғы базаһы, 2 атыу тиры, 1 йөҙөү бассейны.

undefined

XX быуат уртаһында Башҡортостанда Баймаҡ — Өфө юлында һыбай уҙыш популяр була (1937)[33][34].

Билдәле шәхестәре

Яҡты эҙ ҡалдырыусылар

Биишев Мирсаяф (1862) — В. И. Ленин менән Ҡаҙан университетында уҡыған.
Буранбай Ҡотдосов (1767 — ?) — халыҡ сәсәне, административ эшмәкәре. Йорт старшинаһы. Билдәле «Буранбай», «Ялан йәркәй», «Бөҙрә тал» башҡорт халыҡ йырҙарын ижад итеүсе.
Арғынбаев Ғәбит (Ғәбит сәсән) (1856 — ?) — башҡорт халыҡ йырҙарын ҡобайырҙарын йыйыусы һәм һаҡлаусы. Ҡурайсылар һәм сәсәндәр бәйгеләре еңеүсеһе (Ырымбур, 1912; Стәрлетамаҡ, 1930). Ғәбит сәсәндән яҙып алынған башҡорт эпик әҫәрҙәр, айырыуса «Урал-батыр», бөтә донъя халыҡ ижады ҡомартҡыһы булып һанала.
Ғафаров Шәмсетдин Шәйхетдин улы (1896—1937) — Граждандар һуғышында ҡатнашыусы, Муса Мортазиндың кавалерия полкы эскадрон командиры. Ике тапҡыр Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградланған. Сәйәси золом ҡорбаны.
Ғәбдиев Шәһәрғәзи Шаһыбал улы (1898—1979) — башҡорт шағир-импровизаторы, сәсән.
Динебәков Байым — дин әһеле, мәғрифәтсе.
Исмәғилова Ғилмияза — сәсәниә.
Иҫәнгилдин Алдар (Алдар батыр) (XVII быуаттың 70-сы йылдар) — Бөрйән улусының старшинаһы, 1704—1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдырың башлығы, Рус империяһының Ҡырым һәм Азов походтарында әүҙем ҡатнашыусы.

Иҫтәлекле урындар

Лукьян Пономарёвтың ҡәберлегендәге һәйкәл (Баймаҡ ҡалаһы, 1933).
• Л. А. Азановҡа һәйкәл (Баймаҡ ҡалаһы, 1968).
Ш. Ә. Хоҙайбирҙинға һәйкәл (Баймаҡ ҡойоу-механика заводы территорияһында, скульптор Т. П. Нечаева, 1975).
А. М. Матросов бюсы (Түбә ҡасабаһы, 1976).
Ә. Ғ. Әлибаевҡа һәйкәл (Йомаш ауылы, 1987, скульптор Л. В. Кузнецов).
Ҡурайға һәйкәл (Туғажман тауы, авторы — М. Байрамғолов, 1993).
Әхмәтзәки Вәлидигә һәйкәл (Темәс ауылы, 2001). Скульптор Х. Х. Ғарипов.
М. Фәйзигә һәйкәл (Баймаҡ ҡалаһы). Скульптор Т. П. Нечаева.
Ә. Ғ. Әлибаевҡа һәйкәл (Муллаҡай).
И. Т. Пименовҡа һәйкәл (Ургаҙа ауылы, 1967).
Т. Т. Миңлеғоловҡа һәйкәл (Күсей ауылы)[45].
Алдар Иҫәкәевкә һәйкәл (Баймаҡ ҡалаһы, 2017).

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Tom1_tab-5_VPN-2020.xlsx
  2. СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1939)
  3. 1 2 3 4 5 6 7 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — бит 448.
  4. СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1959)
  5. СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1970)
  6. 1979 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу
  7. СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1989)
  8. 2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу
  9. http://bashstat.gks.ru/wps/wcm/connect/rosstat_ts/bashstat/resources/88ec76804db875b29208d3356f373569/4+%D1%80%D0%B0%D0%B7%D0%B4%D0%B5%D0%BB.pdf
  10. http://www.gks.ru/dbscripts/munst/munst80/DBInet.cgi?pl=8112027
  11. 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу
  12. https://web.archive.org/web/20130516092833/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2012/bul_dr/mun_obr2012.rar
  13. https://web.archive.org/web/20131012013314/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2013/bul_dr/mun_obr2013.rar
  14. https://web.archive.org/web/20140810202114/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2014/bul_dr/mun_obr2014.rar
  15. https://web.archive.org/web/20150923180801/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2015/bul_dr/mun_obr2015.rar
  16. http://web.archive.org/web/20210508043701/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2016/bul_dr/mun_obr2016.rar
  17. http://web.archive.org/web/20170731141731/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2017/bul_dr/mun_obr2017.rar
  18. 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 годаРәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
  19. Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — бит 62.
  20. Всесоюзная перепись населения 1989 года. Численность населения СССР, РСФСР и ее территориальных единиц по полу. Архивировано 10 октябрь 2011 года.
  21. Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Архивировано 3 февраль 2012 года.
  22. 1.5. Численность населения республики Башкортостан по муниципальным образованиям на 1 января 2009 года
  23. Оценка численности Республики Башкортостан постоянного населения на 1 января 2009-2016 годов
  24. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
  25. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 май 2014. Архивировано 16 май 2013 года.
  26. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ноябрь 2013. Архивировано 12 октябрь 2013 года.
  27. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 август 2014. Архивировано 10 август 2014 года.
  28. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 август 2015. Архивировано 23 сентябрь 2015 года.
  29. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года
  30. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2017 года (31 июль 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 июль 2017. Архивировано 31 июль 2017 года.
  31. Таблица 5. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, городских округов, муниципальных районов, муниципальных округов, городских и сельских поселений, городских населенных пунктов, сельских населенных пунктов с населением 3000 человек и более. Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года. На 1 октября 2021 года. Том 1. Численность и размещения населения (XLSX). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 сентябрь 2022. Архивировано 1 сентябрь 2022 года.
  32. Итоги Всероссийской переписи населения по Республике Башкортостан (pdf). Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 март 2013. Архивировано 9 март 2013 года.(недоступная ссылка)
  33. https://books.google.ru/books?id=W7TVBQAAQBAJ&lpg=PA534&dq=баймак%20спорт&hl=ru&pg=PA534#v=onepage&q=баймак&f=false
  34. https://books.google.ru/books?id=n9Vz5CpXbWwC&lpg=PT417&dq=баймак%20спорт&hl=ru&pg=PT417#v=onepage&q=баймак%20спорт&f=false
  35. Башҡорт энциклопедияһы — Ғүмәров Айытбай Әхмәт улы 2019 йылдың 24 декабрь көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 21 ноябрь 2017)
  36. Башҡорт энциклопедияһы — Йәнтүрин Сәфәрғәли Искәндәр улы 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 10 март 2018)
  37. Портал «Ургаза.ru». Деревня Покровка (Покровка ауылы). Известные земляки (рус.) (Тикшерелеү көнө: 30 апрель 2018)
  38. Башҡорт энциклопедияһы — Шаһисолтанова Ғәҙилә Әхәт ҡыҙы(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 22 ғинуар 2019)
  39. Почётные граждане: Божеховский Петр Максимович. Муниципальный район Баймакский район Республики Башкортостан. Официальный сайт(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 16 август 2018)
  40. «Сәйғәфәр ауылы сәхифәһе» сайты (Тикшерелеү көнө: 19 октябрь 2018)
  41. Указ Президента РФ от 30.09.2002 N 1098 «О награждении государственными наградами Российской Федерации» 2013 йылдың 28 декабрь көнөндә архивланған.
  42. Башҡорт энциклопедияһы — Ҡәҙерғолов Мөхәмәт Нурғәле улы 2016 йылдың 5 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 9 март 2019)
  43. [Азамат Тажетдинов. Ел-дауылдар аша…2005 йыл, 156 бит]
  44. КУЛЬТУРНЫЙ МИР БАШКОРТОСТАНА(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 февраль 2019)
  45. Баймакский район и город Баймак. Башкирская энциклопедия. 2017 йылдың 15 сентябрь көнөндә архивланған.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә