Алдар
Алдар (Алдар Иҫәкәев, Алдар Иҫәнгилдин, рус. Алдар Исекеев; 1670-е, Баймаҡ районы — 1740 йылдың 18 майы, Минзәлә, Өфө провинцияһы[1]) — нәҫелдән килгән башҡорт тарханы, батыр һәм Бөрйән улусы старшинаһы. Ҡырым һәм Азов походтарында ҡатнашыусы, 1704—1711 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы етәкселәренең береһе. Рәсәйҙең Кесе йөҙгә ебәрелгән дипломатик миссияһында ҡатнашыусы.
Шәжәрәһе
Алдар Иҫәкәев Бөрйән улусы башҡорттарының абруйлы нәҫеленән сыҡҡан. Уның ғаиләһе тархандар ҡатламына ҡараған — улар айырым хоҡуҡтарға эйә булған һәм ҡайһы бер йөкләмәләрҙән азат ителгән башҡорт аҡһөйәктәре иҫәпләнгән.
Алдар Иҫәкәевтең шәжәрәһе башҡорт шәжәрәһендә һаҡланған. Ул бер нисә быуын тархандарға барып тоташа: Байсары тархан → Байбахты тархан → Ҡадырбәк тархан → Иҫәкәй тархан → Алдар тархан.
Алдарҙың ата-баба ауылы Ҡана йылғаһы буйындағы Алдар ауылы (хәҙерге Әтек ауылы) булған. Уның ағаһы Айытҡужа Иҫәкәев тә тархан булған һәм Таулы йылғаһы (Һаҡмар ҡушылдығы) бассейнында йәшәгән. Һуңыраҡ ул нигеҙләгән ауыл уның улы Этҡол Айытҡужин исеменән Этҡол тип атала башлаған. Архив документтарында Алдар Иҫәкәевтең тарханлыҡ дәрәжәһе алған улдары ла телгә алына: Морат, Муса, Йосоп, Мәҡсүт, Мансур, Мысыр, Сәйетбаттал, Бәхтегәрәй һәм Әҙелгәрәй[2].
Хәрби хеҙмәте
Алдар Иҫәкәев рус армияһының Ҡырым походтарында, шулай уҡ 1696 йылда батша Пётр I ойошторған Икенсе Азов походында ҡатнаша.
Азов ҡәлғәһен ҡамау ваҡытында төрөк командованиеһы һуғышты ике яҡтың иң көслө яугиры араһындағы алыштан башларға тәҡдим итә. Күп меңлек рус ғәскәре араһынан был алышты башлау башҡорт батыры Алдар Иҫәкәевкә тапшырыла. Ҡатмарлы кинжал алышында ул ҡаршы яҡты еңә, был рус ғәскәрҙәре өсөн уңышлы билдә булып ҡабул ителә.
Ҡамау ваҡытында Алдар Иҫәкәев разведкала ла ҡатнаша. Бер нисә башҡорт яугиры менән ул дошман лагерына һөжүм итеп, әсир ала. Был әсир төрөк гарнизонының көстәре һәм ҡырым ғәскәрҙәренең ниәттәре тураһында мөһим мәғлүмәттәр бирә.
Азов алынғандан һуң Алдар Иҫәкәев батша грамотаһы (рус.)баш. һәм алтын ҡынлы ҡылыс менән бүләкләнә. Архив материалдарында уның хәрби хеҙмәте ваҡытында бер нисә тапҡыр яраланғаны ла телгә алына[3].
1704—1711 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы
Алдар Иҫәкәев 1704—1711 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы етәкселәренең береһе була. Был ихтилал ҡайһы бер тарихи хеҙмәттәрҙә «Алдар һәм Күсем фетнәһе» тип тә атала.
Ихтилалдың төп сәбәптәре башҡорттарға һалынған һалымдарҙың артыуы, урындағы властарҙың башҡорт халҡының хоҡуҡтарын сикләү менән бәйле була. Тарихсы Пётр Рычков мәғлүмәттәре буйынса, ихтилалға Өфөләге чиновник Александр Сергеевтың башҡорттарҙан күп һанда ат һәм ҡасҡын кешеләрҙе ҡайтарыуҙы талап итеүе лә сәбәп була[4].
Ихтилал тиҙ арала Башҡортостандың ҙур өлөшөнә тарала. Ихтилалсылар Өфө, Бөрө һәм Минзәлә ҡалаларына һөжүмдәр яһай. 1707 йылдың декабрендә Тоҙ ҡайнатыу ҡаласығы янында Алдар Иҫәкәев менән Килмәк Нурышев етәкселегендәге яҡынса һигеҙ меңлек ғәскәр батша ғәскәрҙәрен тар-мар итә.
1706 йылда Алдар Иҫәкәев Хажи Аҡҡусҡаров менән бергә Ҡырым ханлығында һәм Ғосман империяһында башҡорт илселеген ойоштора. Сығанаҡтарҙа шулай уҡ уның Дон казактары атаманы Кондратий Булавин менән бәйләнештәре тураһында ла мәғлүмәттәр бар.
Хәрби хәрәкәттәр 1711 йылға тиклем дауам итә[3].
Кесе йөҙҙә илселек
XVIII быуат башында ҡаҙаҡ ерҙәре өс йөҙгә — Оло, Урта һәм Кесе йөҙҙәргә бүленгән була. Кесе йөҙ ханы Әбелхәйер хан күрше дәүләттәрҙән һаҡланыу маҡсатында Рәсәй менән союз төҙөргә тырыша һәм илселәр ебәрә[5].
1730 йылда Алдар Иҫәкәев ошо дипломатик миссия составына инә һәм Өфөгә килгән ҡаҙаҡ илселәрен оҙатып йөрөй. Һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһендә ҡаҙаҡ ханының Рәсәй подданыйлығын ҡабул итеүе тураһында грамота әҙерләнә.
1731 йылдың 9 февралендә императрица Анна Иоанновна был ҡарарҙы раҫлай. Был ваҡиғаларҙа ҡатнашҡаны өсөн Алдар Иҫәкәевтең тарханлыҡ дәрәжәһе нәҫелдән-нәҫелгә күсә торған итеп раҫлана. Уға ҡиммәтле бүләктәр, шул иҫәптән исемле көмөш ҡынлы ҡылыс тапшырыла[6].
1735—1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы
1730 йылдарҙа Башҡортостанда колонизацияның яңы этабы башлана. Ҡәлғәләр һәм заводтар төҙөү, башҡорт ерҙәрен тартып алыу, төрлө йөкләмәләрҙең артыуы халыҡтың ризаһыҙлығын тыуҙыра һәм яңы ихтилал башлана.
Ихтилалға сәбәп булып Ырымбур экспедицияһының Ур йылғаһы тамағына табан сығыуы һәм киләсәктә Орск ҡалаһына нигеҙ һалыу маҡсаты менән ҡәлғә төҙөүе тора. Экспедицияны Иван Кирилов етәкләй.
Ихтилалды баҫтырыу барышында ҡаты каратель саралар ҡулланыла. Мәҫәлән, Алексей Тевкелев етәкселегендәге отряд Балыҡсы улусының Һөйәнтүҙ ауылын юҡ итә, унда йөҙәрләгән кеше һәләк була.
Был осорҙа Алдар Иҫәкәев ҡатмарлы позиция тота. Рәсми рәүештә ул властарға тоғро булып ҡала, әммә шул уҡ ваҡытта башҡорттарға ярҙам итергә һәм ихтилалсыларҙы һаҡлап ҡалырға тырыша.
Һәләк булыуы
1740 йылдың яҙында Ырымбур комиссияһы башлығы генерал-лейтенант Василий Урусов Алдар Иҫәкәевте Һамар ҡалаһына һөйләшеүҙәргә саҡыра. Бер нисә башҡорт старшинаһы менән ул был осрашыуға килә, ләкин килеү менән ҡулға алына[5].
Тотҡондарҙы бығаулап Минзәлә ҡалаһына — Башҡорт эштәре комиссияһы начальнигы генерал Лев Соймонов ҡарамағына ебәрәләр. Һорау алыуҙар һәм язалауҙарҙан һуң Алдар Иҫәкәев һәм уның көрәштәштәре ихтилалда ҡатнашыуҙа ғәйепләнә.
1740 йылда Алдар Иҫәкәев, Күзәк Бүләшев, Ҡаныҡай Аллаяров, Илекәй Үҫәнов, Сәйет Алҡанин, Яҡуп Аблаев, Исҡужа Ҡарашев, Алдаҡай Мөрәков һәм Йәммәт Бикәев үлем язаһына хөкөм ителеп аҫып үлтерелә[2].
Хәтер
Алдар батыр образы башҡорт халыҡ ижадында һаҡланып ҡалған. Сәсәндәр уға арналған йырҙар һәм риүәйәттәр сығарған, улар араһында «Алдар батыр» йыры билдәле.
Баймаҡ районының 2-се Этҡол ауылы янында стела ҡуйыла, Бөрйән районының Әтек ауылында һәйкәле бар. 2017 йылда Алдар Иҫәкәевҡа һәйкәл шулай уҡ Баймак ҡалаһында асыла[7].
Галерея
Иҫкәрмәләр
- ↑ тыуған йылы XVII быуаттың 70-се йылдары тип фаразлана
- ↑ 1 2 Салават Хамидуллин. «Алдаровщина»: как башкиры планировали создать чингизидское ханство на Урале и в Сибири Источник : https://realnoevremya.ru/articles/135773-tarhan-batyr-aldar-isekeev-i-ego-aldarovschina-ch1. Реальное время. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 март 2026.
- ↑ 1 2 «Алдаровщина»: как башкиры планировали создать чингизидское ханство на Урале и в Сибири. 1 март 2026 тикшерелгән.
- ↑ Рычков П.И. История оренбургская (1730-1750). — Оренбург: Оренбургский губ. стат. ком., 1879. — 93 с.
- ↑ 1 2 Administrator. Оренбургская экспедиция (комиссия) и присоединение Заволжья к России в 30-40-е гг. XVIII века - Краевед Оренбуржья (билдәһеҙ). orenkraeved.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 март 2026.
- ↑ Алдар батыр, ист. личность. bashenc.online. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 март 2026.
- ↑ В Башкирии открыли мемориальный комплекс Алдар батыру. 1 март 2026 тикшерелгән.
Әҙәбиәт
- Асфандияров А. 3. Башкирские тарханы. — Уфа: Китап, 2006. — С. 81—88. — 160 с. — ISBN 5-295-03700-2.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Таймасов С. У. Башкортостан и Казахстан в период становления Оренбургской губернии. — Стерлитамак, 2006. — 246 с.
- Таймасов С. У. Башкирско-казахские отношения в XVIII веке. — М.: Наука, 2009. — 344 с. — ISBN 978-5-02-037567-3.
Һылтанмалар
- АЛДАР, башҡорт ихтилалы етәкселәренең береһе. Башҡорт энциклопедияһы: 7 томда (Тикшерелеү көнө: 5 март 2026)
- Алдар Исекеев // Военная история башкир: энциклопедия (Тикшерелеү көнө: 5 март 2026)
- Башкирские тарханы (Тикшерелеү көнө: 5 март 2026)
- Бөрйән районы Әтек ауылы сайты (Тикшерелеү көнө: 5 март 2026)