18 май
18 май — рәсми календарь буйынса йылдың 138-се (кәбисә йылында 139-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 227 көн ҡала.
← май → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 | |
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер:
- Музейҙар көнө.
- Икмәк-булка изделиелары көнө
- Скандинав йөрөүе көнө.
- Сирень көнө.
- Май ҡуңыҙы көнө.
- СПИД-ҡа ҡаршы вакцина яһау көнө.
Гаити: Флаг көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Балтика флоты көнө.
Төркмәнстан: Яңырыу, берҙәмлек һәм Мәхтүмҡула Фрага шиғриәте көнө.
Төбәк байрамдары
Рәсәй Федерацияһы: Ҡырым халҡын департациялау ҡорбандарын иҫкә алыу көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Урам һепереүсе көнө (майҙың өсөнсө йәкшәмбеһе).
- 1704 йыл: Кронштадт ҡалаһына нигеҙ һалына.
- 1787 йыл: Францияла донъяла беренсе тапҡыр быялаға гравировка яһайҙар.
тулы исемлек
- 1830 йыл: АҠШ-та тәүге газон сапҡыстар эшләп сығарыла.
- 1888 йыл: АҠШ-та беренсе граммофон пластинкаһы яһала.
- 1896 йыл: Санкт-Петербургта Рәсәй империяһындағы тәүге стационар кинотеатр эшләй башлай.
- 1915 йыл: Рәсәй империяһында донъялағы тәүге танк эшләнә.
- 1923 йыл: Номерҙы диск ярҙамында йыя торған телефонға патент алына.
- 1970 йыл: Өфөлә Актёрҙар йорто асыла.
- 2005 йыл: Мәскәүҙең ЦСКА футбол командаһы УЕФА Кубогы финалында еңеү яулай.
- 2005 йыл: Тольятти автозаводында тәүге «ВАЗ-1118» «Калина» еңел автомашинаһы йыйыла.
- 2006 йыл: Башҡортостанда Саксония көндәре башлана.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сатуков Зәйнулла Сатукович (1915—1998), тарихсы-ғалим. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, полковник. Тарих фәндәре кандидаты. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡалтасы районы Ҡалтасы ауылынан.
- Кондратьев Алексей Александрович (1930—17.01.2012), инженер‑технолог-ғалим, йәмәғәтсе. 1953—1999 йылдарҙа Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1964—1987 йылдарҙа химик технология процестары һәм аппараттары кафедраһы мөдире. 1986 йылдан Өфөләге сыуаш мәҙәниәте клубы, 1989—1998 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының сыуаш мәҙәниәте йәмғиәте рәйесе. Техник фәндәр докторы (1974), профессор (1977). СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1989). Сыуаш Республикаһының Милли фән һәм сәнғәт академияһының почётлы ағзаһы (2001). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1993), Сыуаш Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1995). Өфө ҡалаһының почётлы гражданы.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мөхәмәтов Әсғәт Миңлебай улы (1926—25.03.2002), агроном-ғалим. 1966—1998 йылдарҙа Белорус ауыл хужалығы академияһы уҡытыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1990), профессор (1991). Белорус ССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1987). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бишбүләк районы Ибрай ауылынан.
- Маликова Мәрйәм Ғүмәр ҡыҙы (1941), зоотехник-. 1980 йылдан (өҙөклөк менән) Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының ғилми хеҙмәткәре, 1981 йылдан — өлкән, 2002 йылдан — төп, 2004 йылдан баш ғилми хеҙмәткәр. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2003), профессор (2009). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2011).
тулы исемлек
- Сәйфетдинова Лариса Сулпан ҡыҙы (1951), журналист. «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының элекке мөхәррире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Вәлиева Юлиә Фирҙәүес ҡыҙы (1991), спортсы. Шашка буйынса Рәсәй чемпионы (2011) һәм ил беренселектәре призёры. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Бөтә Донъя шашка федерацияһы мастеры, Рәсәйҙең спорт мастеры.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Игошин Георгий Васильевич (1922—2016), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1965—1982 йылдарҙа Шишмә районы ауыл хужалығы идаралығы начальнигы, өс «Почёт Билдәһе» ордены (1957, 1966, 1971) кавалеры, райондың почётлы гражданы (2000).
- Сафронов Сергей Васильевич (1937—2016), педагог. 1979—2004 йылдарҙа Бөрө районы Осиновка ауыл мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
тулы исемлек
- Хәсәнов Әнәс Ғәббәс улы (1937—11.12.1997), эске эштәр һәм дәүләт органы хеҙмәткәре. 1990—1995 йылдарҙа Башҡортостандың эске эштәр министры, 1995—1997 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Закондар сығарыу Палатаһы Рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы. Эске эштәр органдарының атҡаҙанған хеҙмәткәре. Эске хеҙмәт генерал-лейтенанты.
- Зинин Сергей Иванович (1957), төҙөүсе-инженер. «Шкаповнефтестрой» тресының элекке мастеры һәм баш механигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Чаплиц Владимир Николаевич (1874—1949), архитектор, 1935 йылдан СССР-ҙың Архитекторҙар союзы ағзаһы. Башҡортостан Архитекторҙар союзын ойоштороусыларҙың береһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (яҡынса 1948). Сығышы менән хәҙерге Украинаның Сумы өлкәһе Ромны ҡалаһынан.
- Минһажетдинов Марат Хәләф улы (1934—2.07.1972), әҙәбиәт белгесе-ғалим, фольклорсы. 1959-1972 йылдарҙа Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты (1964).
тулы исемлек
- Бикбулатов Зиннәт Төхфәт улы (1939), анатом-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәтсе. 1989—2013 йылдарҙа Силәбе ҡалаһындағы Урал физкультура университетының кафедра мөдире. 1995-1997 йылдарҙа Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе. Медицина фәндәре докторы (1987), профессор (1990). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1995), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1999). 2‑се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы менән бүләкләнеүсе (2005). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районы Этҡол ауылынан.
- Бүләков Динис Мөҙәрис улы (1944—14.03.1995), яҙыусы, журналист, матбуғат һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1973 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1986—1988 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитеты рәйесе, 1988—1995 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзының идара рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1992) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1993), шулай уҡ Ғәлимов Сәләм (1980), Фәтих Кәрим исемендәге (1999) премиялар лауреаты.
- Волошин Александр Иосифович (1959), физик‑химик-ғалим. Химия фәндәре докторы (1997). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
тулы исемлек
- 1690 йыл: Андреас Хойер, Дания тарихсыһы, юрист.
- 1883 йыл: Вальтер Гропиус, Германия архитекторы.
- 1850 йыл: Оливер Хевисайд, Британия математигы, физик, ионосфераның булыуын алдан әйтеүсе.
- 1895 йыл: Аугусто Сандино, Никарагуаның 1927—1934 йылдарҙағы милли-азатлыҡ көрәше етәксеһе.
- 1905 йыл: Николай Дорохин, СССР-ҙың театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1948).
- 1914 йыл: Борис Христов, Болгарияның опера йырсыһы.
- 1925 йыл: Борис Немечек, СССР-ҙың кино рәссамы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған рәссамы (1965).
- 1925 йыл: Пётр Оссовский, рәссам, Рәсәйҙең Һынлы сәнғәт академияһы академигы, СССР-ҙың халыҡ рәссамы (1989).
- 1936 йыл: Олжас Сөләймәнов, Ҡаҙағстан шағиры, яҙыусы һәм әҙәбиәт белгесе.
- 1945 йыл: Гедрюс Мацкявичюс, СССР һәм Рәсәйҙең театр режиссёры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (1996).
- 1975 йыл: Джон Хиггинс, Шотландия спортсыһы, бильярдтың бер төрө булған снукерҙың профессиональ уйынсыһы, дүрт тапҡыр донъя чемпионы.