19 август
19 август — рәсми календарь буйынса йылдың 231-се (кәбисә йылында 232-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 134 көн ҡала.
| ← август → | ||||||
| Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
| 1 | 2 | |||||
| 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
| 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
| 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
| 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
| 31 | ||||||
| 2026 йыл | ||||||
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер: Гуманитар ярҙам көнө.
- Фотография көнө.
- Филателия көнө.
Афғанстан: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Вьетнам: Август революцияһы көнө.
Рәсәй Федерацияһы:
- Бура уйыны көнө.
- Рус тельняшкаһының тыуған көнө.
АҠШ:
- Авиация көнө.
Ҡытай:
- Табип көнө.
Рәсәй Федерацияһы:
- Мотоуҡсы ғәскәрҙәр көнө.
Тарихи ваҡиғалар
- 1905 йыл: Рәсәй империяһында Дәүләт думаһын ойоштороу тураһында манифест ҡабул ителә.
- 1927 йыл: Туймазы ауылында метеостанция эшләй башлай.
тулы исемлек
- 1945 йыл: Манжурияла Японияның Квантун армияһы, еңелеүен тулыһынса танып, ҡорал ташлай.
- 1960 йыл: СССР тарихта беренсе булып тере йән эйәләре – Белка һәм Стрелка ҡушаматлы эттәрҙе космосҡа осора.
- 1991 йыл: ГКЧП-ның СССР-ҙы һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән саралары.
Был көндә тыуғандар
- Сабитова Лена Бинйәмин ҡыҙы, ҡыҙ фамилияһы Садиҡова, псевдонимы Иҙелбикә (1930—14.06.2020), Ульяновск ҡалаһында йәшәп ижад иткән шағир. 2001 йылдан Татарстан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы. Татарстандың Сажиҙә Сөләймәнова исемендәге, Ульяновск өлкәһенең Ғәбделжаббар Ҡандалый һәм Сәхәп Урайский исемендәге әҙәби премиялары лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Яңы Мөслим ауылынан.
- Фәтхуллин Ғәфүрйән Фәтхинур улы (1930—24.01.2025), агроном-ғалим.ауыл хужалығы һәм партия органдары хеҙмәткәре. 1965—1986 йылдарҙа КПСС-тың Балтас район комитетының беренсе секретары. Башҡорт АССР-ының етенсе саҡырылыш (1967—1971) Юғары Советы депутаты. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Райондың почётлы гражданы. Сығышы менән ошо райондың Иҫке Балтас ауылынан.
тулы исемлек
- Кубышко Николай Данилович (1935—7.06.2022), рәссам, педагог. 1973—2000 йылдарҙа Бәләбәй ҡалаһының 3-сө балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы, директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы Казанка ауылынан.
- Тикеев Фаил Солтан улы (1950), тарихсы-ғалим, педагог, журналист. 1999 йылдан Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының «Ғилем» фәнни нәшриәтенең директор урынбаҫары, 2001—2013 йылдарҙа — директоры, бер үк ваҡытта 2007—2014 йылдарҙа Силәбе дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһының Өфө филиалы уҡытыусыһы. Тарих фәндәре кандидаты (2004). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре һәм мәғариф отличнигы.
- Искибаев Александр Иванович (1960), агроном. 1989 йылдан Ҡалтасы районы Свердлов исемендәге колхоздың, 2001 йылдан — район ауыл хужалығы идаралығының баш агрономы, 2013 йылдан — «Рәсәй ауыл хужалығы үҙәге» федераль дәүләт бюджет учреждениеһының Башҡортостан Республикаһы буйынса филиалының Ҡалтасы район-ара бүлеге начальнигы. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе һәм атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2022). Сығышы менән ошо райондың Ҡалмаш ауылынан.
- Губанов Иван Яковлевич (1921—1991), хужалыҡ һәм партия органдары эшмәкәре. Белорет металлургия комбинаты идаралығының элекке бүлек начальнигы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
- Камалетдинов Әғзәм Шәмси улы (1921—21.02.1992), педагог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, отставкалағы капитан. 1955—1981 йылдарҙа хәҙерге Илеш районы Этәй һигеҙ йыллыҡ мәктәбе директоры. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1972) һәм РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы. Сығышы менән ошо ауылдан.
тулы исемлек
- Миңлебаев Радик Абдулхай улы (1941), юғары мәктәп ветераны, ғалим-тупраҡ белгесе. 1976 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2005), профессор (2006). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Оло Аҡа ауылынан.
- Усманов Әхмәтшәйех Муллағәли улы (1941), финансист, муниципаль хеҙмәт ветераны. 1981—2001 йылдарҙа Кушнаренко район Советы башҡарма комитетының һәм район хакимиәтенең финанс идаралығы начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы. Сығышы менән ошо райондан.
- Исламов Фидус Әмир улы (1946), ғалим-зоотехник, дәүләт хеҙмәткәре, юғары һәм махсус урта мәктәп эшмәкәре. 1986 йылдан Башҡорт АССР-ы Ауыл хужалығы министрлығының баш зоотехнигы, 1991 йылдан — Министрҙар Советының баш белгесе, 1994 йылдан — Министрҙар Кабинетының бүлек мөдире урынбаҫары, 2001 йылдан — Башҡортостан ауыл хужалығы кадрҙарын яңынан әҙерләү һәм уларҙың квалификацияһын күтәреү институты проректоры, 2003 йылдан — Йоматау аграр техникумы директоры. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2000), профессор (2001). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районы Костин ауылынан.
- Носратуллин Вил Ҡасим улы (1946), ғалим-иҡтисадсы. 2000—2008 йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университетының иҡтисад теорияһы кафедраһы мөдире. 2014 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре докторы (1997), профессор (2001). Н. И. Тоҡомбәтов исемендәге премия лауреаты (2012).
- Чернов Владимир Васильевич (1956), муниципаль хеҙмәт ветераны. 2004 йылдан Өфө ҡалаһы Киров район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһы хеҙмәтләндереү өлкәһенең атҡаҙанған хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Архангел районы Валентиновка ауылынан.
- Гудзь Борис Игнатьевич (1902—27.12.2006), чекист-разведчик. 1923—1937 йылдарҙа СССР именлек органдары хеҙмәткәре, артабан автобус водителе һәм автобаза директоры. Сәйәси золом ҡорбаны. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Сәфәров Тәүис Әғләм улы (1937—7.10.2008), ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп эшмәкәре. 1989—2001 йылдарҙа хәҙерге Рәсәй сауҙа-иҡтисад университетының Өфө институты ректоры. Тарих фәндәре кандидаты (1981), иҡтисад фәндәре докторы (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре (1998). Сығышы менән Кушнаренко районы Илек ауылынан.
тулы исемлек
- Хәлитов Шамил Нурмый улы (1937—2013), артист. 1998—2013 йылдарҙа Нефтекама дәүләт филармонияһының эстрада-оригиналь жанр артисы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Абдулғужин Рәүил Сәлим улы (1942), геолог. 1967 йылдан Бүребай, 1981 йылдан «Башкиргеология» берекмәһенең Көньяҡ-көнсығыш геология-разведка экспедицияһы, 1986 йылдан — Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинаты (Сибай ҡалаһы), 1988 йылдан — Медногорск баҡыр-көкөрт комбинаты (Ырымбур өлкәһе), 1990 йылдан — Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты, 2000—2004 йылдарҙа Хәйбулла тау компанияһы геологы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған геологы (2004). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районы Хоҙайбәндә ауылынан.
- Ғәбиҙуллин Ринат Ғиндулла улы (1942), журналист, ймәғәтсе. Рәсәй Федерацияһының 2-се саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты (1995—1999), КПРФ фракцияһы ағзаһы. КПРФ-тың Башҡортостан Республика комитетының элекке икенсе секретары.
- Ишморатов Хәләф Ғәбделхәй улы (1957), ғалим-зоотехник. 1998 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2006).
- Пинашина Тамара Борисовна (1962), педагог. 1983 йылдан Хәйбулла районы Бүребай урта мәктәбе уҡытыусыһы. Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2014). Сығышы менән хәҙерге Ҡаҙағстандың Аҡтүбә ҡалаһынан.
- Аҡманов Ирек Ғайса улы (1933), тарихсы-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (1981), профессор (1984). Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2006), Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1985),Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (1998). Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2008) һәм Халыҡтар дуҫлығы ордены (2008) кавалеры.
- Айытҡолова Эльвира Ринат ҡыҙы (1973), ғалим-филолог, журналист, йәмәғәт эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының 5-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. 2019 йылдың 28 июненән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе. Филология фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Дуҫлыҡ (2025) һәм Салауат Юлаев (2024) ордендары кавалеры.
- Марк Гуго Маврикиевич (1869—1918), Рәсәй империяһы эшҡыуары, меценат. 1916 йылға тиклем Белорет тимер етештереү заводтары акционерҙар йәмғиәтенең идара ағзаһы. Сығышы менән Мәскәү ҡалаһынан.
- Курбатова Надежда Васильевна (1944), рәссам-педагог. 1967 йылдан Стәрлетамаҡтың 1-се балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2000).
тулы исемлек
- Ғәйнетдинов Олег Инсаф улы (1949), хәрби инженер-ғалим, уйлап табыусы. 1997—2009 йылдарҙа Тамбов радиоэлектроника юғары хәрби авиация инженер училищеһының физика кафедраһы начальнигы. Техник фәндәр докторы (1993), профессор (1993). Рәсәйҙең атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре (2007). Сығышы менән Ишембай ҡалаһынан.
- Саттаров Рифғәт Миҙехәт улы (1949—25.11.2021), бейеүсе, балетмейстер. 1974—1980 йылдарҙа Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, 1998—2009 йылдарҙа Нефтекама филармонияһының баш балетмейстеры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2004), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1977). Халыҡ бейеүҙәрен яңғыҙ башҡарыусыларҙың һәм балетмейстерҙар‑бейеүҙәрҙе сәхнәгә ҡуйыусыларҙың Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты (Һамар ҡалаһы, 1990, 1993). Сығышы менән хәҙерге Пермь крайының Гремячинск ҡалаһынан.
- Кирәева Әлмирә Рәфиҡ ҡыҙы (1964), журналист. «Башҡортостан ҡыҙы» журналының бүлек мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылынан.
- Рәхмәтуллина Ләйсән Зөфәр ҡыҙы (1964), рәссам-график. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2015) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы (1997), халыҡ‑ара конкурстар лауреаты.
- 1780 йыл: Пьер Жан Де Беранже, Франция шағиры, йыр текстары авторы.
- 1830 йыл: Юлиус Лотар Мейер, Германия ғалимы, химик.
тулы исемлек
- 1945 йыл: Иэн Гиллан, Британияның рок-йырсыһы, «Deep Purple» рок төркөмө вокалсыһы.
- 1950 йыл: Рубин Абдуллин, музыкант-органсы, юғары мәктәп хеҙмәткәре, 1988 йылдан Ҡазан дәүләт консерваторияһы ректоры, профессор (1992). Рәсәйҙең (1992) һәм Татар АССР-ының (1988) халыҡ артисы.
- 1951 йыл: Владимир Конкин, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры («Как закалялась сталь», «Место встречи изменить нельзя» фильмдары).
- 1975 йыл: Трэйси Томс, АҠШ киноактрисаһы.
Был көндә вафат булғандар
- 14 йыл: Октавиан Август, Боронғо Рим императоры.
- 1819 йыл: Джеймс Уатт, Шотландия инженеры.
тулы исемлек
- 1918 йыл: Бәхтегәрәй Шәфиев, Башҡортостанда революцион хәрәкәттә һәм граждандар һуғышында ҡатнашыусы, журналист.
- 1918 йыл: Мулланур Вахитов, татар революционеры һәм сәйәси эшмәкәре.
Йыл көндәре