Этәй


Этәй (рус. Итеево) — Башҡортостандың Илеш районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 506 кеше[2]. Почта индексы — 452278, ОКАТО коды — 80230836001.

Тарихы

Баҙы йылғаһы буйында урынлашҡан Этәй ауылы — Йылан ырыуының Уразай түбәһе башҡорттары нигеҙ һалған тораҡ пункты. 1739 йылда аҫабалар үҙ ерҙәренә, яһаҡ түләү шарты менән, удмурттарҙы индерә. 1794 йылға тиклем ауылға сит милләт вәкилдәрен индереү дауам итә. 1794 йылда бер нисә удмурт крәҫтиәне индерелә, бер йылдан һуң улар типтәр ҡатламына (сословие) күсә[3]..

1795 йылда үткәрелгән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу документтарында 7 ихатала 40 башҡорт, 10 ихатала 74 удмурт теркәлә. 1816 йылда 12 ихатала - 72 башҡорт, 11 ихатала - 98 удмурт, 1834 йылда 14 ихатала 109 башҡорт, 17 ихатала - 127 удмурт, 1858 йылда 29 ихатала - 199 башҡорт, 35 ихатала 222 удмурт, 1870 йылда 68 ихатала - 160 башҡорт, 237 удмурт һәм 15 мишәр, 1920 йылда 185 ихатала 926 башҡорттоң йәшәүе теркәлә[3].

1843 йылда 109 башҡортҡа 192 бот ужым һәм 264 бот яҙғы иген сәселә[3].

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 833 380 453 45,6 54,4
1959 йыл 15 ғинуар 704 287 417 40,8 59,2
1970 йыл 15 ғинуар 775 363 412 46,8 53,2
1979 йыл 17 ғинуар 642 299 343 46,6 53,4
1989 йыл 12 ғинуар 551 251 300 45,6 54,4
2002 йыл 9 октябрь 544 258 286 47,4 52,6
2010 йыл 14 октябрь 506 255 251 50,4 49,6

Географик урыны

Билдәле шәхестәр

Сығанаҡтар

Тема буйынса өҫтәмә