Иҫке Күктау
Ауыл | |||
Иҫке Күктау | |||
---|---|---|---|
55°27′50″ с. ш. 54°13′45″ в. д.HGЯO | |||
Ил | Рәсәй Федерацияһы | ||
Федерация субъекты | Башҡортостан | ||
Муниципаль район | Илеш районы | ||
Тарихы һәм географияһы | |||
Сәғәт бүлкәте | UTC+6:00 | ||
Халҡы | |||
Халҡы | |||
Һанлы идентификаторҙар | |||
Почта индексы | 452285 | ||
Автомобиль коды | 02, 102 | ||
ОКАТО коды | 80 230 864 001 | ||
ОКТМО коды | 80 630 464 101 | ||
ГКГН номеры | 0521506 | ||
|
Иҫке Күктау (рус. Старокуктово) — Башҡортостандың Илеш районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 669 кеше[2].
Почта индексы — 452285, ОКАТО коды — 80230864001.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ауыл Ҡырғыҙ улусы 10-сы Башҡорт кантонының 6-сы йортона ҡараған Айыу түбәһенә ҡарай. 1745 йылда ошо ауылдан башҡорт Зәйет Сәйетов Ябалаҡлы, Айыш, Илеш, Нуғай ауылдары аҫабалары менән берлектә батша крәҫтиәндәренә үҙҙәренең ерҙәрен ҡуртымға бирә. Шул уҡ Зәйет Сәйетов, Күктау ауылынан Әбдей Күҫәков һәм Сапай Биғәнәев Ҡырғыҙ ырыуына ҡараған тағы ла 13 ауыл аҫабалары менән бергә, бер тапҡыр 30 һум түләү шарты менән, 10 йылға үҙ ерҙәренә Ҡазан өйәҙе Әр даруғаһы Урсалы һәм Балыҡлы ауылдарынан яһаҡ татарҙарын ике утар булып төпләнеп йәшәү өсөн индерә[3].
Төп ауылда йәшәүселәрҙең бер өлөшө 1795 йылда V рәүиз алдынан яңы ауылға күсенеп төпләнә. Шул ваҡытта улар Ҡазан губернаһы Чистай өйәҙе Новоадамово ауылынан яһаҡ татарҙарын һәм мариҙарҙы ауылдарына индерә. Мишәрҙәрҙең ҡасан индерелеүе билдәле түгел[3].
Иҫке Күктауҙа 1795 йылда 24 ихатала - 160 кеше, 1816 йылда 38 ихатала - 303, 1834 йылда 45 ихатала - 432, 1858 йылда 70 ихатала - 605, 1870 йылда 75 ихатала - 689, 1920 йылда 269 ихатала - 1374 кеше йәшәй. Ауыл Бөрө менән Минзәлә ҡалаларын тоташтырған юлда урынлашҡанға күрә, бында почта станцияһы ла була. Мосолмандар өсөн Мәсет эшләй, уларҙың балалары мәсет эргәһендәге уҡыу йортонда белем ала. Ауылда тирмән дә эшләй[3].
1842 йылда 1812 йылғы Ватан һуғышы яугиры, 10-сы Башҡорт полкының зауряд-хорунжийы Бикбалтай Мөхәмәтрәхимов (Ғайсар улы) (1774 й. т.) иҫән була. Уның улдары: Мөхәмәтйән, Мөхәмәтвәлит, Мөхәрәм, Йыһангәрәй. Уның ҡустыһы Мөхөмөтшәриф Ғайсаров (1786 й. т.) зауряд-есаул булып хеҙмәт итә, 5 тапҡыр Ырымбур сик буйы хеҙмәтендә була, уның улдары: Әбүбәкер, Ғүмәр, Усман, Ғәли[3].
1843 йылда 378 башҡортҡа 288 бот ужым һәм 552 бот яҙғы иген сәселә. Ауыл халҡының белеме тураһындағы факт та ҡыҙыҡлы. 1896 йылда ауыл сходы ҡарарына 106 йорт хужаһының 11-е төркисә ҡул ҡуя, ҡалғандары үҙ тамғаларын ҡуя[3].
Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 1173 | 510 | 663 | 43,5 | 56,5 |
1959 йыл 15 ғинуар | 978 | 407 | 571 | 41,6 | 58,4 |
1970 йыл 15 ғинуар | 925 | 420 | 505 | 45,4 | 54,6 |
1979 йыл 17 ғинуар | 769 | 352 | 417 | 45,8 | 54,2 |
1989 йыл 12 ғинуар | 651 | 296 | 355 | 45,5 | 54,5 |
2002 йыл 9 октябрь | 665 | 337 | 328 | 50,7 | 49,3 |
2010 йыл 14 октябрь | 669 | 329 | 340 | 49,2 | 50,8 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Бикбалта Ғайсаров — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы, хорунжий.
- Мәрүәров Фидан Садиҡ улы (1952) — тыуған яҡты өйрәнеүсе. Ҡырғыҙ ырыуы башҡорттарының шәжәрәләрен төҙөүсе.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Иҫке Күктау // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Коллектив авторов. 596/109 История башкирских родов. Elan. / Хамидуллин С. И.. — Уфа: Китап, 2015. — Т. 9, часть 2. — 600 с. — 3 000 экз. — ISBN 978-5-85051-638-5(3).
- Фидан Мәрвәров. Иске Күктау авылы тарихы : кыргыз ыруы башкортлары шәҗәрәсе. — Уфа: Уфа полиграфкомбинаты, 2011. — 197 с. — ISBN 978-5-85051-522-5.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Tom1_tab-5_VPN-2020.xlsx
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 декабрь 2019)