Яңы Аташ


Яңы Аташ (рус. Новоаташево) — Башҡортостандың Илеш районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 79 кеше[2]. Почта индексы — 452269, ОКАТО коды — 80230868003.

Тарихы

Тораҡ пункты — Йәлдәк улусынан килеп төпләнгән керҙәштәр (припущенниктар) ауылы. 1917 йылда ауылдың 19 ихатаһында 89 кеше йәшәй, һәм улар милләттәрен төмән (себер татарҙары) тип яҙҙыра. 17 ихатала йәшәгәндәр үҙҙәренең типтәр булыуҙарын таный. Бында 1 ихатала 7 татар йәшәй. 1920 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу документтарында 30 ихатала 190 типтәрҙең йәшәүе теркәлә[3].

Ауылдың арҙаҡлы шәхестәре

  • Нәзиф Раян улы Бәхтизин (31.12.1927—21.10.2007) — үҫемлекселек белгесе, агроэколог, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы ағза-кореспонденты, юғары мәктәп уҡытыусыһы, профессор (1978). Республикала ауыл хужалығы фәнен ойоштороусыларҙың береһе. СССР Юғары мәктәбе отличнигы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1970).
  • Исламғәлиев Әнәс Нурислам улы (10.03.1941) — 1960-1984 йылдарҙа Салауат Юлаев исемендәге колхоз механизаторы, 15 йыл барышында комплекслы бригада етәксеһе, «фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн» һәм «Хеҙмәт ветераны» миҙалдары менән бүләкләнгән (1980).
  • Исламғәлиева (Шәрәфетдинова) Әлфиә Ғабдулла ҡыҙы (18.08.1946) — 40 йыл хеҙмәт стажы булған почта элемтәһе хеҙмәткәре, СССР Элемтә министрлығының Маҡтау грамотаһы һәм «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән бүләкләнгән.

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Үрге Йәркәй): 24 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Сүлте): 4 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Бүздәк): 94 км

Урамдары

Ауылда түбәндәге урамдар бар[4]:

  • Бәхтизин урамы
  • Беренсе май урамы

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 342 165 177 48,2 51,8
1959 йыл 15 ғинуар 266 119 147 44,7 55,3
1970 йыл 15 ғинуар 261 122 139 46,7 53,3
1979 йыл 17 ғинуар 196 88 108 44,9 55,1
1989 йыл 12 ғинуар 119 53 66 44,5 55,5
2002 йыл 9 октябрь 98 48 50 49,0 51,0
2010 йыл 14 октябрь 79 39 40 49,4 50,6

Сығанаҡтар

Һылтанмалар

  • Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. – 744 с. — ISBN 978—5—295—04683—4 (рус.)
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)

Иҫкәрмәләр