Салауат Юлаев

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Aprove.svg

РФА экспертизаһы

Arrow-Right.png
Logo-ran.png
Рәсәй Фәндәр академияһы
экспертизаһын үткән
Салауат Юлаев
Салауат Юлай улы
Салауат Юлаев.jpg
Тыуған көнө 16 июнь 1754({{padleft:1754|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Ырымбур губернаһы,
Өфө провинцияһы Себер даруғаһы Шайтан-Көҙәй улусы Тәкәй ауылы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Салауат районы)
Вафат булған көнө 26 сентябрь 1800({{padleft:1800|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (46 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй империяһы, Эстляндия губернаһы, Балтик Порты (хәҙерге Эстония)
Подданлығы Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы
Эшмәкәрлеге повстанец, шағир, хәрби хеҙмәткәр
Атаһы Юлай Аҙналин
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары

Салауат Юлаев (Салауат Юлай улы) (рус. Салават Юлаев; 16 июнь 1754 йыл26 сентябрь 1800 йыл) — башҡорт халҡының милли батыры, импровизатор-шағир[1], 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы етәкселәренең береһе, Емельян Пугачевтың көрәштәше[2]. Салауат районының почётлы гражданы[3].

Биографияһы

Үҫмер йылдары

1754 — 1775 йылда 25 февралендә Сенат экспедицияһы яуап алғанда Салауат Юлаев үҙенең йәшен былай тип әйткән:

«…отроду ему двадцать первой год»

[4]

</ref> йылдың 16 июнендә[5] Ырымбур губернаһы Өфө провинцияһы Себер даруғаһы Шайтан-Көҙәй улусының (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Салауат районы) Тәкәй[6] ауылында тыуған.

Атаһы Юлай Аҙналин 1720 йылдан Шайтан-Көҙәй улусы старшинаһы була һәм үҙенең ғәҙеллеге менән Башҡортостан халҡы араһында ихтирам яулай. Атаһы Салауатҡа яҡшы белем һәм тәрбиә бирә: ул төрки һәм рус телдәрендә уҡырға һәм яҙырға өйрәнә. Салауат Юлаевтың әсәһе тураһында документаль мәғлүмәттәр һаҡланмаған, ә фольклор сығанаҡтарында уның белемле ҡатын булыуы әйтелә, һәм ҡайһы бер материалдар буйынса уның исеме Аҙнабикә була[7].

Көслө, ҡурҡыу белмәгән 14 йәшлек үҫмерҙең айыу менән көрәшеп, ябай бысаҡ ярҙамында ғына еңеп сыға алыуын риүәйәттәр һәм халыҡ йырҙары бәйән итә. Ул йәштәштәре араһында әйҙәүсе башлыҡ булараҡ билдәле. Тартып алынған көҙәй ырыуы ерендә урынлашҡан Эҫем (Сим) заводын беренсе тапҡыр, йәштәштәре менән үҫмер сағында, туҙҙыра һәм яндыра. Салауат Ҡөрьәнде һәм шәриғәтте лә яҡшы белгән, сәсән Байыҡ Айҙар менән осрашҡан[8]. Батыр шулай уҡ йырсы-импровизатор һәм ҡурайсы ла булған[9].

Юлай Аҙналин Рәсәй император армияһында хеҙмәт итә: ул даими рәүештә ҡалмыҡ юлбаҫарҙары менән бәрелештәрҙә, шулай уҡ 1772 йылда Польшаға Александр Суворов етәкселегендәге Рус армияһының төп көстәренә ярҙамға ебәрелгән башҡорт атлыларының өс меңлек отряды составында поляк конфедераттарына ҡаршы кампанияла ҡатнаша. Уның алыштарҙа күрһәткән батырлығы хәрби наградалар менән билдәләнә, шулай уҡ уға Ырымбур губернаһында ерҙәр һәм ауылдар бүләк ителә. Атаһы хәрби походтарҙа булған саҡта старшина вазифаһын Салауат үҙе башҡара[4].

Һуғыш алдынан

1768 йылда Ырымбур губернаторы кенәз А. А. Путятин Юлай Аҙналинды Өфө провинцияһының Себер даруғаһы Шайтан-Көҙәй улусы башҡорт командаһының улус старшинаһы итеп тәғәйенләй[10]. Ырымбур губернаһы үҫеше барышында завод производстволары һәм фабрикалары әүҙем төҙөлә башлай, был иһә йәшәгән ерҙәрен ташлап китергә теләмәгән крәҫтиәндәрҙең ризаһыҙлығын тыуҙыра. 1773 йылда Юлай коллеж асессоры итеп тәғәйенләнгән сауҙагәр Я. Б. Твердышев менән суд бәхәстәренә инә. Я. Б. Твердышев губерна хакимиәтенән Эҫем заводын төҙөү өсөн ер ала, шулай уҡ ауылдар ала, уларҙың бер өлөшө бынан алда старшина Юлай Аҙналинға бирелгән була. Юридик процедураларҙы боҙоп, ағалы-ҡустылы Твердышевтарға бирелгән ерҙәрҙе суд тәртибендә кире ҡайтарыуға Юлай өлгәшә алмай, уңышһыҙлыҡҡа тарый[11].

1773 йылдың 1 ноябрендә Юлай Аҙналин үҙенең 19 йәшлек улы Салауат менән Стәрлетамаҡ иррегуляр башҡорт-мишәр корпусы составында ҡорал менән баш күтәреүселәр яғына күсә һәм үҙен император Петр III тип иғлан иткән баш күтәреүсе казак Емельян Пугачёв байрағы аҫтына баҫа. Урал заводтары идараһы канцелярияһы ағзаһы М. И. Башмаков, башҡорттар Пугачевтың алдаҡ император икәнен белгән, әммә уның артынан «уның өсөн түгел, ә үҙ ерҙәрен азат итеү һәм ирек өсөн» барған, тип билдәләй[12].

Һуғышта ҡатнашыуы

1773 йылдың 17 сентябрендә императрица Екатерина II ҡаршы Ырымбур губернаһында Емельян Пугачёв етәкселегендә Крәҫтиәндәр һуғышы тоҡана. Ихтилалды, «Пётр III» исемен ҡулланып, казак атаманы Емельян Пугачёв етәкләй. 1773 йылдың 10 ноябрендә ихтилалсыларға Салауат Юлаев етәкселегендә бер төркөм башҡорт яугирҙәре килеп ҡушыла. Салауат Юлаев ноябрь — декабрь айҙарында Ырымбур ҡалаһы янында һәм Ырымбур сик һыҙығында алыштарҙа, шул иҫәптән Ильин ҡәлғәһен алыуҙа ҡатнаша һәм яралана. Ырымбур ҡәлғәһе тирәһендәге яуҙарҙа күрһәткән ҡаһарманлығы һәм һуғыш оҫталығы өсөн Салауатҡа «Пётр III» исеменән полковник дәрәжәһе бирелә[4].

1774 йылдың ғинуар — мартында Пермь провинцияһының көньяғында һәм Өфө провинцияһының төньяғында Салауат Юлаев ихтилал етәкселәренең береһе була. Уның ғәскәрендә 4 меңдән ашыу төрлө милләттәге кеше була, Салауаттың поход канцелярияһы ихтилалсылар биләгән төбәктәрҙә мөһим хәрби һәм граждандар идараһы органы булып торған. Канцелярия мөрәжәғәтнамәләр һәм фармандар төҙөгән, суд эштәрен дә башҡарған. 1774 йылдың 12 ғинуарында Салауаттың отряды Пермь провинцияһының Красноуфимск ҡәлғәһен һуғышһыҙ ала, 18—25 ғинуарҙа Көңгөр ҡалаһын ҡамай. 19 февралдә Красноуфимск ҡәлғәһе эргәһендә секунд-майор Д. О. Гагрин, 3 һәм 10 мартта — Ҡазан губернаһының Сарапул ҡалаһы эргәһендә подполковник А. Ф. Обернибесов, 14 һәм 17 мартта Красноуфимск ҡәлғәһе һәм Себер даруғаһының Һыҙғы улусы Боғалыш[13] ауылы янында секунд-майор А. В. Папава етәкселегендәге император ғәскәрҙәренә ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша[14].

Салауат Юлаев фармандарының береһе.

Апрель — майҙа Салауат Юлаев Өфө провинцияһы халҡын ихтилалсыларҙың Магнит ҡәлғәһенә[15] етеп килеүсе Төп ғәскәренә мобилизациялай, уны аҡса, аҙыҡ-түлек һәм кәрәк-яраҡ менән тәьмин итә. 6 һәм 8 майҙа Салауаттың 4 меңлек отряды Үрге Эҫем заводы янында, 31 майҙа Себер даруғаһы Әйле улусының Әйле пристане[16] янында И. И. Михельсон етәкселегендәге хөкүмәт ғәскәрҙәре менән һуғыша[14].

2 июндә Салауат Юлаевтың отряды Е. И. Пугачёвтың Төп ғәскәрҙәренә ҡушыла[17]. Себер даруғаһының Тырнаҡлы улусы 3 июндә Үрге Ҡыйғы һәм 5 июндә — Уразмәт ауылдары эргәһендә, 11 июндә — Әшит ҡәлғәһе[18] янында Пугачёвтың Төп ғәскәре составында А. В. Папава етәкселегендәге хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы алыштарҙа, 18—20 июндә Уҫыны алыуҙа ҡатнаша. Уҫыға юлланған саҡта Салауат Юлаевтың отряды Бөрө ҡалаһын ала[19]. 5 июндә «Пётр III» Пугачёв Салауат Юлаевҡа бригадир (генерал) дәрәжәһен бирә[20]. Уҫы ҡәлғәһен алған ваҡытта батыр өсөнсө тапҡыр яралана[4].

Июль — ноябрь айҙарында Салауат Юлаев Башҡортостанда баш күтәреүселәр хәрәкәте менән етәкселек итә. Кама буйҙарынан алып Ҡытау йылғаһы заводтарына тиклем барған һуғыштарҙа ҡатнаша. Август айында Өфө ҡәлғәһе ҡамауға алына: төньяҡтан Салауат Юлаев төркөмө, көньяҡтан — Ҡасҡын Һамаров, көньяҡ-көнбайыштан — Ҡәнзәфәр Усаев, төньяҡ-көнсығыштан — Туҡтамыш Ишбулатов төркөмдәре ҡамауҙа тора. Батырҙың отряды Ҡытау-Ивановск заводын ҡамауға ала. Сентябрь башында Ағиҙел һәм Буй йылғалары араһында Салауат Юлаев премьер-майор И. Г. Штерич етәкселегендәге хәрби көстәр менән һуғыша: 4 сентябрҙә Ҡазан даруғаһы Йәлдәк улусы Иваново[21] ауылы янындағы алышта ҡатнаша[14].

Баш күтәреүселәрҙең Төп ғәскәре ҡыйратылып, Емельян Пугачёв ҡулға алынғандан һуң да Салауат Юлаев көрәште дауам итә, һәм уның отрядтары 18 сентябрҙә Ҡазан даруғаһы Йәлдәк улусы Тимошкино ауылы, 22 сентябрҙә Себер даруғаһының Ҡыр-Танып улусы Нөркә[22] ауылы янында подполковник И. К. Рылеев ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыша. Хөкүмәт ғәскәрҙәре командующийы П. И. Панин башҡорттарҙан ҡорал һалырға, Салауатты һәм уның атаһы Юлайҙы тотоп биреүҙе талап итә. Ә йәшерен комиссия башлығы генерал П. С. Потёмкин Салауат Юлаевтың үҙенә мөрәжәғәт итә: «Покайся, познай вину свою и приди с повиновением»[23].

Даими хәрби әҙерлек үткән ғәскәрҙәргә ҡаршы көрәш алып барыуы еңел булмай. Теүәл 1 йыл 15 көн дауам иткән һуғыш юлында, Салауат Юлаев 28 хәрби алышта ҡатнаша. 20 ноябрҙә Ҡытау-Ивановск заводы янында батырҙың отряды һуңғы тапҡыр хөкүмәт ғәскәрҙәре менән алыша.

Салауат Юлаев 1774 йылдың 25 ноябрендә генерал-майор Ф. Ю. Фрейман командаһы тарафынан ҡулға алына. Салауат Юлаев, атаһы Юлай Аҙналин, арҡаҙашы Иван Зарубин-Чика Өфө ҡәлғәһенең зинданында ябып тотола. Сенаттың Йәшерен экспедицияһы һәм Ырымбур губернаторы И. А. Рейнсдорптың тикшереү, һорау алыу, язалау, хөкөм итеү эштәре Өфөлә, Ҡазанда, Мәскәүҙә 339 көн дауамында алып барыла. Хөкөм ителгәндән һуң Салауат Юлаевты, атаһы Юлай Аҙналинды Ырымбурға, Өфөгә һәм башҡа көсөргәнешле алыш барған урындарға алып барып язаға тарттыралар. Һәр урында 175 тапҡыр ҡамсы менән һуҡтырылғандан һуң, уларҙың танау япраҡтарын йырталар, маңлайына һәм яңаҡтарына «З» («злодей» — «енәйәтсе»), «Б» («бунтовщик» — «боласы»), «И» («изменник» — «хыянатсы») тамғалары баҫыла[14].

Тотҡонда

1775 йылдың 2 октябрендә ҡулдары һәм аяҡтары бығауланған Салауат Юлаев һәм уның атаһы ике арбала һаҡ аҫтында Балтик ҡәлғәһе Рогервикҡа [25] мәңгелек каторгаға ебәрелә. Каторжниктар Минзәлә, Ҡазан, Түбәнге Новгород һәм Мәскәү ҡалаларын үтеп, 14 ноябрҙә Тверь ҡалаһына барып етә. Һуңынан Бөйөк Новгород, Псков һәм Ревель ҡалалары була, һәм 29 ноябрҙә улар Рогервикка барып етә.

Балтик портына, шулай уҡ Рогервикҡа, Петр I нигеҙ һала. Әммә башҡорт ихтилалында ҡатнашыусылар килтерелгән ваҡытта ҡәлғә бөтөнләй тиерлек ташландыҡ хәлдә була. Унда бәләкәй генә гарнизон һәм аҙ һанлы тотҡондар ғына ҡалған була. Салауат менән Юлай бында көрәштәштәрен: Пугачев полковнигы И. С. Аристовты, полковник Ҡәнзәфәр Усаевты һәм башҡаларҙы осрата. Бында Салауат Юлаев һәм уның атаһы ғүмеренең ҡалған өлөшөн үткәрә.

Салауат Юлаев тураһында һуңғы тапҡыр 1800 йылда телгә алына. Был ваҡытҡа ул 25 йыл әсирлектә була::

«В Эстляндское губернское правление от находящегося при Балтийской инвалидной команды майора Дитмара. Находящиеся в моем ведении каторжные невольники 12-ти человек, которые и состоят благополучно. Против прежде поданной таковой же ведомости убыло: Сего месяца 26-го числа помре каторжный неволник Салават Юлаев, о чём сим донесть честь имею».

Шулай итеп, Салауат Юлаевтың 1800 йылдың 26 сентябрендә (яңы стиль менән 8 октябрҙә) вафат булыуы тарихҡа теркәлеп ҡала.

Ғаиләһе

Салауат Юлаев иртә өйләнгән. Мосолман ғөрөф-ғәҙәттәренә ярашлы, уның өс ҡатыны һәм 1775 йылға ҡарата ике улы һәм ике (йәки өс) ҡыҙы булған[4]. Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа ул һәләк булған ағаларының ҡатындарына өйләнгән тип билдәләнә.

1774 йылдың көҙөндә, Салауат Юлаев ҡулға алынмаҫ элек үк, карателдәр батырҙың ҡатындарын һәм балаларын аманат рәүешендә Өфөгә килтергәндәр, Пугачев ихтилалын баҫтырыуҙа ҡатнашҡан генерал-майор Ф. Ю. Фрейманда Салауаттың улы, ә ҡала коменданты полковник С. С. Мясоедовта уның бер ҡатыны һәм икенсе улы булыуы билдәле[26].

Салауат Юлаев ғаиләһенең ҡанунһыҙ рәүештә ҡулға алыныуына протест белдергән: «Такого ж указа, чтоб от лишенных жизни семейства отбирать, действительно нет». Ул туғандарынан һәм дуҫтарынан ҡатындарын һәм балаларын азат итеүҙе юллап губерна канцелярияһына мөрәжәғәт итергә, был да ярҙам итмәһә, Сенатҡа яҙыуҙарын һораған: «чтоб государевые рабы у подчиненных во услужении не были». Ғаиләһенең артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Халыҡ хәтерендә батырҙың тоҡомдары тураһында бихисап легендалар һаҡланып ҡалған. Был хаҡта Салауат Юлаевтың биографы В. Сидоров "Был героем Салават" тигән китабында бәйән итә. Имеш, Дыуан районы Вознесенка тигән ауылда Екатерина Михайловна тигән ҡатындан улы булған. Ҡатын үлеп ҡалғас, был баланы Салауат кемгәлер тапшырғанмы, әллә урманда ҡалдырырға мәжбүр булып, шунда уҡ тапҡандармы тигән хәбәрҙәр төрлө вариантта йәшәп килгән. Улы, ихтилалдан һуң 14 йыл үткәс, әсәһе яғынан олаталарына атаһы тураһында белешергә килгән имеш, әммә был хаҡта власть әһелдәренә хәбәр иткәндәр ҙә, уны йәшергәндәр, артабан ҡайҙа киткәне билдәһеҙ, тигән хәбәрҙәр ҙә яҙып алынған.

Икенсе бер риүәйәттә Салауаттың улы баһадир булып буй еткереп, икенсе Әй улусының кантон начальнигы булған, становой приставтарҙы ҡамсылаған, бер ниҙән дә ҡурҡмаған тип бәйән ителә.

Риүәйәттәр Салауаттың тоҡомдарын иң яҡшы сифаттар менән һүрәтләй: бер бүләһе, имеш, бик шәп йырсы булған, икенселәре ҡарт олаталары кеүек һөңгө тотоп ҡына айыу ауларға йөрөгән [27].

Ижады

Салауат Юлаевтың яҙма рәүештә һәм телдән һаҡланған 500 юл самаһы шиғри мираҫы беҙҙең көндәргә килеп еткән[14].

Салауат Юлаевтың 5 шиғырын тәүге тапҡыр рус телендә Ф. Д. Нефёдов «Салауат, башҡорт батыры» («Салават, башкирский батыр»; 1880) тигән очергында баҫтырып сығара. Шағирҙың тағы ла 7 шиғыры Р. Г. Игнатьевтың «Башҡорттарҙың Пугачёв ихтилалы алдынан хәрәкәте; Башҡорт Салауат Юлаев, Пугачёв бригадиры, йырсы һәм импровизатор» («Движение башкир перед пугачёвским бунтом; Башкир Салават Юлаев, пугачёвский бригадир, певец и импровизатор»; 1893) исемле хеҙмәтендә донъя күрә. Рәсәй империяһы осоронда Салауат Юлаевтың шиғырҙары барлығы дүрт тапҡыр баҫылып сыға[28].

Топонимика

Башҡортостандың бер нисә районында Салауат тип аталған географик объекттар бар.

Салауат Юлаев тыуған Тәкәй йәйләүен әле лә Салауат йәйләүе тип йөрөтәләр. Был урында, Һары Ҡондоҙ йылғаһы менән Ҡондоҙтамаҡ йылғаһы ҡушылған ерҙә, иҫ киткес матур тәбиғәт. Ауыл халҡы уны "Оло төбәк" тип йөрөтә. Йәй тау битләүе хуш еҫле сәскәләр менән ҡаплана. Тәкәй йәйләүе аша Һары Ҡондоҙ йылғаһы ағып ята. Заманында мул һыулы йылға булған. Унда ҡондоҙҙар бик күпләп үрсегән. Ул дәүерҙә ҡиммәтле тиреле йәнлектәргә һунар итеү башҡорттарҙың төп кәсебе булып һаналған. Өҫ-баш кейемдәре лә ҡондоҙ тиреһенән булған (Халыҡтың ауыҙ-тел ижадынан).

Хәтер

Р. У. Ишбулатов. Һынмаған рух, 1966 йыл

Салауат Юлаевҡа башҡорт халыҡ йыры «Салауат» һәм башҡа сәнғәт, әҙәбиәт һәм фольклор әҫәрҙәре арналған. Халыҡ хәтере уның үҙе һәм исеме менән бәйле бик күп иҫтәлекле тарихи урындарҙы һаҡлай. Батырҙың исеме башҡорт, рус, татар һәм башҡа милләт ғалимдары, яҙыусылары, шағирҙары, рәссамдары, скульпторҙары, композиторҙары әҫәрҙәрендә мәңгеләштерелгән.

Әҙәбиәттә

Салауат Юлаев исемендәге наградалар

Салауат Юлаев исеме бирелгән

Музейҙар

Һәйкәлдәр

Салауат Юлаев һәйкәле.
Авторы Тамара Нечаева

Сәнғәттә

«Салауат Юлаев» фильмы, 1941 йыл.

Мәҙәни саралар

  • Башҡортостанда 1989 йылдан алып йыл һайын Салауат көндәре, 2004 йылдан башлап, июнь айының икенсе яртыһында, республика фольклор байрамы — Салауат йыйыны үткәрелә.

Башҡа саралар

  • Эстонияның баш ҡалаһы Таллинда 20-се быуат аҙағынан әүҙем эшләп килгән «Ағиҙел» мәҙәни ойошмаһы (етәксеһе Флүзә Хәйруллина) ағзалары йыл һайын, 45 саҡрымда ятҡан Палдиски ҡалаһына барып, Салауат Юлаевты иҫкә алыу сараһы үткәрә[37].

Былар ҡыҙыҡлы

Никарагуа социалистик партияһы ағзаһы Лопес Аугусто ил президенты диктатураһына ҡаршы хәрәкәттә «Салауат Юлаев» ҡушаматын йөрөтә[38]

Галерея

Советтар Союзында сыҡҡан почта маркаһы
Салауат һәйкәле - маркала
Башҡортостан гербында Салауат Юлаев һыны
Салауат ҡалаһы гербында Салауат Юлаев һыны
Салауат районы гербында Салауат Юлаев һыны
Өфө ҡалаһындағы Салауат Юлаев проспекты
«Салауат Юлаев» теплоходы
Салауат Юлаев музейында
Салауат ролендә - СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков
width="25%"
"Салауат Юлаев - башҡорт халҡының милли ҡаһарманы". Вәкил Шәйхетдинов һүрәте
«Салаватнефтеоргсинтез» берләшмәһенең идаралыҡ бинаһы
Салауат Юлаев майҙаны
"Салауат" гәзите
Салауат мәмерйәһе

Әҫәрҙәре

  • Салауат Юлаев шиғырҙары, уның тураһында башҡорт халыҡ йырҙары һәм художестволы әҫәрҙәр. Өфө, 1953. (баш.)
  • Стихи. Переводы Б. Турганова // Библиотека всемирной литературы. Серия первая. Поэзия народов СССР IV—XVIII веков. М., 1972. 543—547-се биттәр. (рус.)
  • Жорыҡ жырлары [Поход йырҙары. Ҡаҙаҡсаға Берхаир Аманшин тәржемәһе]. Алматы: Жазушы, 1983. (ҡаҙ.)
  • Шиғырҙар. Йырҙар. Рәсми ҡағыҙҙар./ Төҙ: М. X. Иҙелбаев. Өфө, 1994. (баш.)
  • Стихотворения. Уфа: Китап, 2000. (баш.) (рус.)
  • Стихотворения. Уфа, 2004. (рус.)

Иҫкәрмәләр

  1. Салавату Юлаеву приписывают около пятисот стихотворных произведений. Оригиналы произведений не сохранились, что проблематизирует точную атрибуцию их авторства. Салават Юлаев: Энциклопедия. — Уфа, 2004. — С. 267.
  2. САЛАВА́Т ЮЛА́ЕВ // Румыния — Сен-Жан-де-Люз. — М. : Большая российская энциклопедия, 2015. — С. 225. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 29). — ISBN 978-5-85270-366-8.
  3. Азналин Салават Юлаевич (Салават Юлаев) 2016 йылдың 4 июнь көнөндә архивланған.
  4. 1 2 3 4 5 Салават Юлаев (исторический портрет), 2011, с. 360
  5. Тыуған көнө март һәм октябрь айҙары арауығына тура килгән, 16 июнь көнө биографтар килешеүе менән шартлы рәүештә ҡабул ителгән.
  6. 1775 йылда Тәкәй ауылы батша ғәскәрҙәре тарафынан яндырылған.
  7. Шәкүр Р. З., 2005, с. 42
  8. Шәкүр Р. З., 2005, с. 45
  9. Ахметзаки Валиди Тоган. История башкир: (перевод с турецк. А. М. Юлдашбаева; авт. вступ. статей А. М. Юлдашбаев, И. Тоган). — Уфа: Китап, 2010. — С. 169. — 352 с. — ISBN 978-5-295-05000-8.
  10. Салават Юлаев. www.hrono.ru. Дата обращения: 21 ноябрь 2017. Архивировано 23 ноябрь 2017 года.
  11. Гудков Г. Ф., Гудкова З. И. Из истории южноуральских горных заводов XVIII—XIX веков : Историко-краеведческие очерки. — Уфа : Башкирское книжное издательство, 1985. — Т. Часть 1. — С. 158—159. — 424 с. — 5000 экз.
  12. Крестьянская война в России в 1773—1775 годах: восстание Пугачева, Том 2 // Мавродин В. В., Изд-во Ленинградского университета, 1966
  13. Хәҙерге Свердловск өлкәһендәге ауыл.
  14. 1 2 3 4 5 Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан». И. М. Гвоздикова, М. Х. Идельбаев. Салават Юлаев (биография) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 март 2025)
  15. Хәҙерге Магнитогорск ҡалаһы.
  16. Хәҙерге Силәбе өлкәһе Иҫке Пристань ауылы.
  17. История Башкортостана: С древнейших времен до конца XIX в. Учебник для 8 кл. / Отв. ред. И. Г. Акманов. — Уфа: Китап, 2005. — С. 156. — 248 с. — ISBN 5-295-03503-4.
  18. Хәҙерге Свердловск өлкәһе Әшит ҡасабаһы.
  19. Шәкүр Р. З., 2005, с. 50
  20. Гвоздикова И. М. Салават Юлаев: исследования документальных источников. Уфа, 2004. — 170—172.
  21. Хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Иванай ауылы.
  22. Хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Балтас районындағы ауыл.
  23. Салават Юлаев (исторический портрет), 2011, с. 361
  24. Кулбахтин Н. М. Сардар Салават // Ватандаш. — ISSN 1683-3554.
  25. Хәҙерге ваҡытта был ҡәлғә — Эстонияның Палдиски ҡалаһы.
  26. Салават Юлаев (исторический портрет), 2011, с. 364
  27. Сидоров В. В. Был героем Салават. Уфа: Китап, 2003. (рус.)
  28. 1 2 3 Салават Юлаев.// История литературы Урала. Конец XIV—XVIII вв./ Гл. ред. В. В. Блажес, Е. К. Созина. — М.: Языки славянской культуры, 2012. — С. 106. — 608 с. — ISBN 978-5-9551-0602-1.
  29. 1898 йылда Мәскәү университеты профессоры П. Л. Юдин Салауат Юлаевтың һуғыштағы ролен бик юғары баһалаған:
    «Не будь такого талантливого и преданного сподвижника, как Салават, Пугачев перестал бы быть вождем Крестьянской войны, а сама Крестьянская война была бы подавлена еще весной 1774 г. после сокрушительного поражения повстанческой армии под Троицкой крепостью и под селом Лягушино. Только Салават, подоспевший со своей конницей, спас Пугачёва и пугачевский бунт»

    Юдин П. Л. Суд и казнь Салаватки (эпизод из пугачевского бунта) // Исторический вестник. 1898, август, № 8.

  30. Зарипов А. Я. Салават Юлаев.// Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — С. 513. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.
  31. Бикмәев М. Ә. Мең ике йөҙ туҡһан икенсе танкыға ҡаршы истребитель артиллерия полкы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  32. Сорокина В. М. Салауат Юлаевҡа һәйкәлдәр // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  33. [http://www.bashinform.ru/bash/1026605/ Эстонияла Салауат Юлаевҡа бюст ҡуйылды. Башинформ мәғлүмәт агентлығы, 2017, 25 июль (Тикшерелеү көнө: 26 июль 2017)
  34. Челябинская ГТРК / На Южном Урале появился памятник Салавату Юлаеву 2014 йылдың 20 октябрь көнөндә архивланған.
  35. Салават Юлаев поселился на Увильдах — Социальная ответственность — Chelyabinsk.ru — агентство новостей. Новости Челябинска. Лента новостей Челябинска. Новость дня 2011 йылдың 20 октябрь көнөндә архивланған.
  36. Шәкүр Р. З., 2005, с. 135
  37. В Эстонии башкирские активисты провели мероприятие памяти Салавата Юлаева. ИА «Башинформ», 15 июня 2021 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 июнь 2021)
  38. Салауат Юлаев // Салават Юлаев: энциклопедия / Гл.ред. И. Г. Илишев. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2004. — 480 с. — ISBN 5-88185-054-8.

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан». И. М. Гвоздикова, М. Х. Идельбаев. Салават Юлаев (биография). Дата публикации: 01.10.2019. Дата последнего обновления публикации: 14.04.2021 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 март 2025)
Лимонов Ю. А., Мавродин В. В., Панеях В. М. Пугачев и пугачевцы / Отв. ред. Н. Е. Носов; АН СССР. — Л.: Наука. Ленингр. отд-ние, 1974. — С. 152—186. — 188 с. — (Научно-популярная серия АН СССР). — 50 000 экз.  (рус.)
Зарипов А. Я. Салават Юлаев.// Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — С. 513. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.  (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 март 2025)  (рус.)
«В несвободной стране жил как свободный человек». Архивировано из оригинала 25 ноябрь 2015 года.  (рус.)
Реальное время: Кем был Салават Юлаев?  (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 март 2025)
Татьяна Васильева. Музей Салавата Юлаева. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 март 2025)
Речь Салавата башкирскому войску перед присоединением к Емельяну Пугачеву. // Башкирское предание.  (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 март 2025)

Видеояҙмалар һәм фильмдар

  • YouTube сайтында Видео «Личность в башкирской истории: Салават Юлаев». ТРК «Башкортостан», 2010 г.
  • YouTube сайтында Видео «Лик Салавата». ТРК «Башкортостан», 2013 г.
  • YouTube сайтында Видео фильм «Салават Юлаев». Я. Протазанов, 1941 (полная версия)
  • YouTube сайтында Видео «Пугачевщина в Башкирии (Башкирское восстание 1773—1774 гг.»)