Асҡар (Әбйәлил районы)
Ауыл | |
Аскарово | |
---|---|
башҡ. Асҡар | |
53°20′ с. ш. 58°31′ в. д.HGЯO | |
Ил | Рәсәй Федерацияһы |
Федерация субъекты | Башҡортостан |
Муниципаль район | Әбйәлил |
Ауыл биләмәһе | Асҡар |
Башлыҡ | Агзамов Талгат Наил улы |
Тарихы һәм географияһы | |
Тәүге телгә алыу | 1755 |
Сәғәт бүлкәте | UTC+6:00 |
Халҡы | |
Халҡы | 9208 кеше (2010) |
Милли составы | башҡорттар |
Һанлы идентификаторҙар | |
Телефон коды | +7 34772 |
Почта индексы | 453620 |
Код ОКАТО | 80 201 810 001 |
Код ОКТМО | 80 601 410 101 |
Номер в ГКГН | 0013366 |
|
|
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Асҡар (рус. Аскарово) — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл, район үҙәге, Асҡар ауыл Советы үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 8378 кеше[1]. Почта индексы — 453620, ОКАТО коды — 80201810001.
Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Асҡар ауылы Таңғатар йылғаһы буйында, Өфө ҡалаһынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 350 километр һәм Магнитогорск (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 47 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[2].
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Таңғатар йылғаһы буйлап Асҡар (Әбйәлил ауылы) барлыҡҡа килгән. Хәҙерге Бөрйән районындағы шул уҡ исемле ауылдан айырыу өсөн уны 1-се Асҡар тип атағандар. Нигеҙ һалыусыһы Асҡар Бейешев булған, 1834 йылда уға 73 йәш тулған. Уның балалары Мөхәмәткәрим, Мөхәмәтхәким, Килдейәр, 1787 йылда Мөхәмәтйәр (уның балалары Ишйәр, Аллаяр, Алламорат) тыуған. Асҡарҙың өлкән ағаһы Хужа Бейешев (балалары Ишмөхәмәт, Ишәле) билдәле[3]. Ауылдың икенсе исеме Түңгәүер улусы старшинаһы, Пугачёв етәкселегендәге 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашҡан Әбйәлил Яҡшыбаев исеменән килеп сыҡҡан. Уның улдары Әбделмәннән (улдары — Ишҡужа, Мөхәмәтфәйез (уның балалары Абдулла, Уйылдан, Ғитиәтулла) һәм йорт есаулы булып хеҙмәт иткән Абдулмоталлап (1786—1820). Абдулмоталлаптың улдары — Мөхәмәтвәли, Мөхәмәтйосоп, Сәйфелмөлөк. Асҡар Бейешев менән Әбделмәннән Әбйәлилевтең йәшен сағыштырһаҡ, уларҙың бер йәштә булыуын күрербеҙ — икеһе лә 1761 йылда тыуғандар. Әбйәлил атамаһы Асҡарҙан алдараҡ булғаны асыҡлана. Шулай уҡ ауылдың барлыҡҡа килгән ваҡыты XVIII быуаттың 30—40-сы йылдарына тап килә.
V рәүиз мәғлүмәттәре буйынса, Асҡарҙа 23 ихата булған, унда 96 ир-ат һәм 59 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. X йәниҫәп мәғлүмәттәре 81 йортта 237 ир-егет һәм 230 ҡатын-ҡыҙ йәшәгәнен күрһәтә.
1812 йылғы Ватан һуғышында батырлыҡ күрһәткән Исхаҡ Сәфәрғәлин һәм Сәғәҙәтдин Мөхәмәтрәхимов көмөш миҙалдар менән бүләкләнгән.
Урал йылғаһы буйында сик буйы хеҙмәтен алып барған башҡорттар һәм мишәрҙәр төрлө сәбәптәр арҡаһында христиан динен ҡабул иткәндәр. Мәҫәлән, Әбйәлил ауылы кешеһе Һобайсолтан Яҡшымбәтов Магнит ҡәлғәһе руханийы йортонда суҡындырылған. Әммә ауылдаштары уны тупаҫ ҡаршы ала, шуға ла ул йәшәү урынын алмаштырырға мәжбүр була.
1865 йылда улустың үҙәген Әхмәт ауылынан Әбйәлил ауылына (1-се Асҡар) күсерелә, унда улус хөкүмәте ойошторола, аҙна һайын баҙар үткәрелә, мәсет эшләй.
Инйәр-ҡатайҙар, ҡыпсаҡтар, ҡарағай-ҡыпсаҡтар һәм тамъян-түңгәүерҙәр урынлашҡан Көньяҡ Уралдың үҙәк өлөшөн этнографтар көнсығыш (Урал аръяғы) өлкәһе менән бик күп уртаҡ һыҙатлы тау өлкәһенә индерә.
Ыласын менән дә, йәнлек баҫтырып та һунар итмәгәндәр. Башлыса эре мөгөҙлө мал үрсетеү менән шөғөлләнгәндәр, әммә ҡышҡы яуым-төшөмдөң көслө булыуы сәбәпле, уларҙың малдары тибендә туҡлана алмаған. Ҡымыҙ һәм ҡорот эшләү киң таралыу ала. Күн һауыт-һаба бында ағастан эшләнгәндәре менән алмаштырыла. Ер өҫтөнә иҙән түшәлгән, ҡабыҡ ҡыйыҡлы һәм йылытыу өсөн сыуалы булған ағас өйҙәр ҡышҡы торлаҡ булып хеҙмәт итә. Ситән йорттар булмаған. Ғәҙәти йәйге торлаҡтары — бүрәнә бурама. Шулай уҡ ҡабыҡ аласыҡ һәм конус формаһындағы ҡыуыштар ҙа булған.
Асҡарҙар — малсылар. 75 йорттоң 55-кә яҡыны ылауға тейәлеп йәйләүгә сыҡҡан. 25 майҙан 1 июнгә тиклем — Маяғашлы, июнь-июль айҙарында — Көрәк, август аҙағына тиклем Наяғаҙы, Ирғәйле йылғалары буйлап күсеп йөрөгәндәр.
XIX быуаттың 40-сы йылдары башында 451 кеше йәшәгән 75 йортҡа 530 ат, 300 һыйыр, 200 һарыҡ һәм 40 кәзә тура килә. Игенселек яйлап халыҡтың көнкүрешенә үтеп ингән. 1842 йылда 450 кешенең һәр береһенә 7,3 бот яҙғы иген сәселгән. Ужым игене әлегә билдәле булмаған, 16 бот ҡына сәскәндәр.
Был өлкәлә умартасылыҡ та, солоҡсолоҡ та улустың көнсығышына ҡарағанда сағыштырмаса күберәк таралыу алған[4].
1919—1930 йылдарҙа Асҡар (Әбйәлил) ауылында Тамъян-Түңгәүер улусының үҙәге булған. 1920 йылда Асҡар ауылындағы 284 ихатала 1193 кеше йәшәгән[5].
Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Халыҡ иҫәбе | ||
---|---|---|
2002[6] | 2009[7] | 2010[8] |
7067 | ↗7430 | ↗7634 |
- Милли составы
2002 йылғы иҫәп алыуға ярашлы, халыҡтың күпселеге — башҡорттар (90,5 %)[9].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||
1920 йыл 26 август | |||
1926 йыл 17 декабрь | |||
1939 йыл 17 ғинуар | 1796 | 917 | 879 |
1959 йыл 15 ғинуар | 2269 | 1082 | 1187 |
1970 йыл 15 ғинуар | 3095 | 1535 | 1560 |
1979 йыл 17 ғинуар | 4027 | 2010 | 2017 |
1989 йыл 12 ғинуар | 5189 | 2415 | 2774 |
2002 йыл 9 октябрь | 7067 | 3310 | 3757 |
2010 йыл 14 октябрь | 7634 | 3583 | 4051 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Асҡар ауылында күп профилле колледж, 1-се һанлы Асҡар урта мәктәбе, гимназия, балалар баҡсалары, сәнғәт мәктәбе, балалар ижад йорто, йәш техниктар станцияһы, балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе, «Юрға» ат спорты мәктәбе, «Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексы, үҙәк район дауаханаһы, табип амбулаторияһы, район китапханаһы, Әбйәлил музейы бар. «Әбйәлил» һәм «Осҡон» гәзиттәре нәшер ителә[2].
Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мәһәҙиева Бибикамал Мәһәҙи ҡыҙы (1.03.1914—22.02.1990), театр актёры. 1954 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1964)[10].
- Сәлмәнов Рафиҡ Вафа улы (15.09.1917—17.01.1979), композитор, РСФСР-ҙың (1989) һәм Башҡорт АССР-ының (1983) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. 1961 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы.
- Өмөтбаев Вил Ғайса улы (18.02.1938—12.12.2020), ғалим-тау инженеры. Техник фәндәре докторы (1997), профессор (2003). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1985), Рәсәй Федерацияһының Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1998).
Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Октябргә 40 йыл урамы (рус. 40 лет Октября (улица)
- Еңеүгә 40 йыл урамы (рус. 40 лет Победы (улица)
- Еңеүгә 50 йыл урамы (рус. 50 лет Победы (улица)
- Еңеүгә 60 йыл урамы (рус. 60 лет Победы (улица)
- Еңеүгә 65 йыл урамы (рус. 65 лет Победы (улица)
- Октяргә 70 йыл урамы (рус. 70 лет Октября (улица)
- Еңеүгә 70 йы урамы (рус. 70 лет Победы (улица)
- Әбйәлил урамы (рус. Абзелиловская (улица)
- Аҡ Ҡайын урамы (рус. Ак Кайын (улица)
Александр Пушкин урамы (рус. Александра Пушкина (улица)
- Әхмәт Зәки Вәлиди урамы (рус. Ахмет Заки Валиди (улица)
- Әхмәт Лотфуллин урамы (рус. Ахмета Лутфуллина (улица)
- Бейеш батыр урамы (рус. Бииш Батыра (улица)
- Вәлиәхмәт Сөләймәнов урамы (рус. Валиахмета Сулейманова (улица)
- Вафир Тайсин урамы (рус. Вафира Тайсина (улица)
- Яҙ урамы (рус. Весенняя (улица)
- Гагарин урамы (рус. Гагарина (улица)
- Ғиниәт Ушанов урамы (рус. Гинията Ушанова (улица)
- Тау урамы (рус. Горная (улица)
- Дуҫлыҡ урамы (рус. Дружбы (улица)
- Емельян Пугачёв урамы (рус. Емельяна Пугачёва (улица)
- Заһир Исмәғилев урамы (рус. Загира Исмагилова (улица)
- Зәйнәб Биишева урамы (рус. Зайнаб Биишевой (улица)
- Иҙәш урамы (рус. Идяш (улица)
- Иншар Солтанбаев урамы (рус. Иншара Султанбаева (улица)
- Ирәндек урамы (рус. Ирандык (улица)
- Осҡон урамы (рус. Искра (улица)
- Ишмырҙа Һиҙиәтов урамы (рус. Ишмурзы Хидиятова (улица)
- Ишмөхәмәт Мырҙаҡаев урамы (рус. Ишмухамета Мырзакаева (улица)
- Ҡараташ урамы (рус. Караташ (улица)
- Ким Әхмәтйәнов урамы (рус. Кима Ахмедьянова (улица)
- Киров урамы (рус. Кирова (улица)
- Колхоз урамы (рус. Колхозная (улица)
- Комаров урамы (рус. Комарова (улица)
- Коммунистик урамы (рус. Коммунистическая (улица)
- Комсомол урамы (рус. Комсомольская (улица)
- Ҡорьятмаҫ урамы (рус. Курьятмас (улица)
- Ленин урамы (рус. Ленина (улица)
- Урман урамы (рус. Лесная (улица)
- Туғай урамы (рус. Луговая (улица)
- Ләйсән урамы (рус. Ляйсан (улица)
- Магнитогорск урамы (рус. Магнитогорская (улица)
- Мәжит Ғафури урамы (рус. Мажита Гафури (улица)
- Малик Яҡшымбәтов урамы (рус. Малика Якшимбетова (улица)
- Матросов урамы (рус. Матросова (улица)
- Мелиораторҙар урамы (рус. Мелиораторов (улица)
- Механизаторҙар урамы (рус. Механизаторов (улица)
- Милләт Хәкимов урамы (рус. Миллята Хакимова (улица)
- Минислам Мирсаяпов урамы (рус. Минислама Мирсаяпова (улица)
- Тыныслыҡ урамы (рус. Мира (улица)
- Михаил Лермонтов(урамы (рус. Михаила Лермонтова (улица)
- Йәштәр урамы (рус. Молодёжная (улица)
- Мөғәлләм Мирхәйҙәров урамы (рус. Мугалляма Мирхайдарова (улица)
- Мырҙахан Шәмсетдинов урамы (рус. Мурзахана Шамсутдинова (улица)
- Мостай Кәрим урамы (рус. Мустая Карима (улица)
- Муса Гәреев урамы (рус. Мусы Гареева (улица)
- Муса Мортазин урамы (рус. Мусы Муртазина (улица)
- Нәжип Суфиянов урамы (рус. Нажипа Суфьянова (улица)
- Николай Гоголь урамы (рус. Николая Гоголя (улица)
- Партизан урамы (рус. Партизанская (улица)
- 1 Май урамы (рус. Первомайская (улица)
- Пионер урамы (рус. Пионерская (улица)
- Бишенсе урамы (рус. Пятая (улица)
- Рәис Усманов урамы (рус. Раиса Усманова (улица)
- Рамаҙан Өмөтбаев урамы (рус. Рамазана Уметбаева (улица)
- Рәми Ғарипов урамы (рус. Рами Гарипова (улица)
- Рәсүл Кужахмәтов урамы (рус. Расуля Кужахметова (улица)
- Рәүеф Дәүләтов урамы (рус. Рауфа Давлетова (улица)
- Рафиҡ Сәлмәнов урамы (рус. Рафика Сальманова (улица)
- Рихард Зорге урамы рус. Рихарда Зорге (улица)
- Һабантуй урамы (рус. Сабантуй (улица)
- Баҡса урамы (рус. Садовая (улица)
- Салауат Ҡадыров урамы (рус. Салавата Кадырова (улица)
- Салауат Юлаев урамы (рус. Салавата Юлаева (улица)
- Сәриә Миржанова урамы (рус. Сарии Миржановой (улица)
- Сафа Истамғәли урамы (рус. Сафы Истамгалина (улица)
- Сергей Аксаков урамы (рус. Сергея Аксакова (улица)
- Сергей Есенин урамы (рус. Сергея Есенина (улица)
- Совет урамы (рус. Советская (улица)
- Ҡояшлы урамы (рус. Солнечная (улица)
- Ҡарағайлы урамы (рус. Сосновая (улица)
- Төҙөүселәр урамы (рус. Строителей (улица)
- Таһир Күсимов урамы (рус. Тагира Кусимова (улица)
- {Тамъян урамы (рус. Тамьян (улица)
- Таңатар урамы (рус. Тангатарская (улица)
- Тәрән Үҙәк урамы (рус. Тарян Узяк (улица)
- Түңгәүер урамы (рус. Тунгаур (улица)
- Улажа урамы (рус. Улажа (улица)
- Урал Батыр урамы (рус. Урал Батыра (улица)
- Урал урамы (рус. Уральская (улица)
- Учалы урамы (рус. Учалинская (улица)
- Фәйзи Ғәскәров урамы рус. Файзи Гаскарова (улица)
- Файзрахман Хисмәтуллин урамы (рус. Файзрахмана Хисматуллина (улица)
- Фәттәх Ибрһимов урамы (рус. Фаттаха Ибрагимова (улица)
- Фәхирә Ғүмәрова урамы (рус. Фахиры Гумеровой (улица)
- Һәҙиә Дәүләтшина урамы (рус. Хадии Давлетшиной (улица)
- Сиҙәм урамы (рус. Целинная (улица)
- Чапаев урамы (рус. Чапаева (улица)
- Шәғәли Шаҡман урамы (рус. Шагали Шакмана (улица)
- Шайморатов урамы (рус. Шаймуратова (улица)
- Шәйехзада Бабич урамы ({{lang-ru|Шайхзады Бабича (улица)
- Шәмиғулла Азаматов урамы (рус. Шамигуллы Азаматова (улица)
- Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица)
- Юбилей урамы (рус. Юбилейная (улица)
- Көньяҡ урам (рус. Южная (улица)
- Яңыбай Хамматов урамы (рус. Яныбая Хамматова (улица)[11]
Ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- «2014 йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙең иң төҙөк ауылы» Бөтә Рәсәй конкурсы йомғаҡтары буйынса Асҡар 5 меңдән күберәк кеше йәшәгән ауылдар араһында ил буйынса 1-се урынды алды[12].
Фоторәсемдәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Алмастауҙан Асҡар күренеше
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Асҡар (Әбйәлил районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 32. — ISBN 978-5-295-04683-4. 32 б.
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан : Справочник. Уфа : Китап, 2017. — 472 с. : ил. ISBN 978-5-295-06668-9 2020 йылдың 28 октябрь көнөндә архивланған.
- https://kitaptar.bashkort.org/files/atajsal..pdf Камалов А. А. Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001.— 435—437-се биттәр.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ 2,0 2,1 Асҡар (Әбйәлил районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ ЦГИА РБ. Ф. 2. Оп. 1. Д. 4672
- ↑ Крестьянская война 1773—1775 гг. на территории Башки рии. С. 412. Государственный архив Оренбургской области (далее — ГА ОО). Ф. 6. Оп. 6. Д. 14045/2.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 32. — ISBN 978-5-295-04683-4. 32 б.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более . Архивировано 3 февраль 2012 года.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения 2002 года: В 14 т. / Рос. Федерация. Федер.служба гос.статистики. — Офиц.изд. — М.: Статистика России, 2004. — Т.4: Национальный состав и владение языками, гражданство. — 1 электрон.опт.диск (CD-ROM). — (Всероссийская перепись населения 2002 года; Т.4).
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Мәһәҙиева Бибикамал Мәһәҙи ҡыҙы 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 27 февраль 2019)
- ↑ Улицы
- ↑ Определены победители конкурса на звание самых благоустроенных поселений России — Официальный сайт Минстроя России, 13 ноября 2015 года 2019 йылдың 21 март көнөндә архивланған. (рус.)