Яйҡар

Яйҡар (рус. Яйкарово) — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 157 кеше[2]. Почта индексы — 453611, ОКАТО коды — 80201813010.

Халыҡ һаны

Халыҡ һаны
1968200220092010[3]2020[4]
185↗187↘183↘157↘126
50
100
150
200
2020
undefined
Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса башҡорттар 99 % тәшкил итә[5].

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Асҡар): 75 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Байым): 8 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ташбулат): 18 км

Урамдары

  • Коммунистик урам (рус. Коммунистическая (улица))
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная (улица))
  • Яңы урамы (рус. Новая (улица))
  • Һәҙиә Дәүләтшина урамы (рус. Хадии Давлетовой (улица))
  • Үҙәк урам (рус. Центральная (улица))
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица))[6]

Тарихы

Яйҡар ауылы XVIII быуат уртаһында барлыҡҡа килә. Тәүге төпләнеүсе Яйҡар Шәриповҡа 1834 йылда 94 йәш тулған. Уның улдары — Әбдрәхим (уның Ғәҙелша, Бәҙәмша), Мөҡсин (уның Байрамғол, Яманғол, Килдеғол) һәм Мостафа.

1795 йылда ауылда 95 кеше йәшәй һәм 14 йорт була. 1859 йылда 44 ихатала 260 кеше йәшәгән. Беренсе совет халыҡ иҫәбен алыуҙа 266 кеше йәшәгән 59 йорт күрһәтелгән.

Халыҡтың төп шөғөлө — ярым күсмә малсылыҡ. Йәйләүҙә Манал, Сатра, Һәүәнде, Баҡылды йылғалары үҙәндәрендә урынлашҡандар. 240 кеше йәшәгән 32 йортҡа 85 ат, 100 һыйыр, 16 һарыҡ хужа булған. Әммә был һандар ярым күсмә хужалыҡтың рентабелле булыуын дәлилләмәй. Игенселек башланғыс хәлдә була. Ни бары 66 бот ужым һәм 416 бот яҙғы иген сәселгән. Биҙгенде йылғаһы буйында ауылдың ике тирмәне булған[7].

Иҫкәрмәләр

Тема буйынса өҫтәмә