Амангилде (Әбйәлил районы)

Амангилде (рус. Амангильдино; икенсе атамаһы Тоҡомбәт) — Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районындағы ауыл. Амангилде ауыл Советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 651 кеше булған[2]. ОКАТО коды — 80201807001.

Географик урыны

Амангилде ауылы Оло Ҡыҙыл йылғаһы буйында, район үҙәге Асҡар ауылынан көнбайышҡа табан 25 километр һәм Магнитогорск тимер юл станцияһынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 77 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Тарихы

Амангилде (Тоҡомбәт) ауылының ике исеме бар. Верхнеурал өйәҙе Тамъян улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә 1816-1834 йылдар араһында нигеҙ һалған. Әйтер кәрәк, XVIII быуатта — XIX быуат башында бындай исем аҫтында ауылдар булмаған. XVIII быуаттың 30-сы йылдарында Тамъян улусы старшинаһы Тоҡомбәт Әлембәтов булғаны билдәле. Һәм ауылдың тәүге атамаһы Тоҡомбәт антропонимынан булған.

XIX быуат уртаһынан Амангилде исеме менән йөрөтөлә башлай. Амангилденең улдары — Ыласын, Тайсы һәм Мөхәмәтғәле Амангилдиндар.

1834 йылда Амангилделә йәшәгән 25 хужалыҡта донъя көткән 177 кешегә 125 ат, 100 һыйыр, 100 һарыҡ, 30 кәзә тура килә. 20 ылау булып Буҙбейә, Ҡыраҡа башы, Мостаүлгән йылғалары буйлап күсеп йөрөгәндәр. Барлығы 240 бот яҙғы икмәк сәселгән. Оло Ҡыҙыл йылғаһы буйында тирмәндәре булған[4].

1859 йылда Амангилде ауылында 252 кеше йәшәгән. 1866 йылда ауылдың 32 йортонда 233 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр.

1900 йылда ауылда мәсет, һыу тирмәне булған. 1920 йылда Амангилделә 541 кеше йәшәгән[4].

Халыҡ һаны

Халҡы иҫәбе
1968[5]2002[6]2009[6]2010[1]
505835779651
Милли составы

2002 йылғы иҫәп алыуға ярашлы, халыҡтың күпселеге — башҡорттар (100 %).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) 336
1920 йыл 26 август 228
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 479
1959 йыл 15 ғинуар 420
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 571
2002 йыл 9 октябрь 835
2010 йыл 14 октябрь 651 317 334 48,7 51,3

Әлеге ваҡытта Амангилде ауылында урта мәктәп, балалар баҡсаһы, дауалау амбулаторияһы, Мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[3].

Билдәле шәхестәре

Урамдары

  • урамы (рус.  (улица)
  • Вадим Бакиев урамы (рус.  Вадима Бакиева (улица)
  • Вафир Тайсин урамы (рус.  Вафира Тайсина (улица)
  • Комсомол урамы (рус.  Комсомольская (улица)
  • Ҡыҙыл урамы урамы (рус.  Кизил (улица)
  • Урман урамы (рус.  Лесная (улица)
  • Йәштәр урамы (рус.  Молодежная (улица)
  • Салауат Юлаев урамы (рус.  Салавата Юлаева (улица)
  • Төньяҡ урам (рус.  Северная (улица)
  • Тайманышты урамы (рус.  Тайманашты (улица)
  • Таштимер Баймөхәмәтов урамы (рус.  Таштимера Баймухамәтова (улица)
  • Сәскә урамы (рус.  Цветочная (улица)
  • Үҙәк урамы (рус.  Центральная (улица)[9]

Видеояҙмалар

Ауыл ваҡытлы матбуғатта

Әҙәбиәт

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство== Әҙәбиәт == «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. 1 2 Амангилде (Әбйәлил районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. 1 2 ИСДБ|страница=36}}
  5. Башкирская АССР : административно-территориальное деление на 1 января 1969 года : [справочник / ред. А. И. Захаров. — Изд. 5-е. — Уфа : Башкирское книжное издательство, 1969. — 429, [2] с. : табл. преим. — Алф. указ.: с. 348-430.]
  6. 1 2 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  7. Тайсин Вафир Нурислам улы — Башҡорт энциклопедияһы 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған.
  8. Заслуженные люди СП. Юлмухаметов Ахияр Хакимьянович. Амангильдинский сельсовет муниципального района Абзелиловский район. Официальный сайт 2021 йылдың 11 ғинуар көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 ғинуар 2021)
  9. Улицы
  10. «Башҡортостан» гәзите, 2014, 2 декабрь(недоступная ссылка)

Тема буйынса өҫтәмә