Мәхмүт (Әбйәлил районы)

Мәхмүт (рус. Махмутово) — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 584 кеше[2]. Почта индексы — 453606, ОКАТО коды — 80201840005.

Халыҡ һаны

Халҡы иҫәбе
1968[3]2002[4]2009[4]2010[5]
480558667584
Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — башҡорттар (100 %)[4].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 584 281 303 48,1 51,9

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Асҡар): 27 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Хәлил): 8 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Әлмөхәмәт): 17 км

Урамдары

  • Әхмәт Зәки Вәлиди урамы (рус.  Ахмет Заки Валиди(улица)}})
  • Дуҫлыҡ урамы (рус.  Дружбы(улица)}})
  • Ҡыҙыл урамы (рус.  Кизил(улица)}})
  • Тыныслыҡ урамы (рус.  Мира (улица)}})
  • Йәштәр урамы (рус.  Молодежная (улица)}})
  • Яр буйы урамы (рус.  Набережная(улица)}})
  • Мәктәп урамы (рус.  Школьная (улица)}})[6]

Тарихы

Ҡарағай-ҡыпсаҡтарҙың иң ҙур ауылы — Мәхмүт ауылы. V ревизия мәғлүмәттәре буйынса, 55 йортта 240 башҡорт һәм 19 татарҙар 3 ихатала булған. 64 йылдан һуң X ревизия мәғлүмәттәре буйынса, унда 80 ихатала 408 кеше йәшәгән. 1831 йылда 13 ғаилә Өмөтбай ауылына, Таһир һәм Нуралыға күскәс, берешәр ғаилә килә.

Уға нигеҙ һалыусы билдәле. Ул тархан Мәхмүтбай Ейәнғолов, 1755 йылда Әүжән һәм Ағиҙел йылғалары буйлап Әүжән-Петровск заводтарына ерҙәр биреүҙә ҡатнаша, улдары: Ғәҙелбай, Дәүләтбирҙе, Дәүләтҡол, Дәүләтҡол, Илбул, Теләүембәт, Теләүле.

Мәхмүттәр — малсылар. 432 кеше йәшәгән 84 йортҡа 600 ат, 250 һыйыр, 50 һарыҡ, 25 баш кәзә тура килгән. 1842 йылда бөтәһенә 464 бот яҙғы иген сәселгән[7].

Ер-һыу атамалары

  • Мәхмүт ауылы тарихы. Ауыл тарихына бәйле мәғлүмәттәр, легендалар[8].
  • Тағы уҡығыҙ[9].

Иҫкәрмәләр

  1. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Башкирская АССР : административно-территориальное деление на 1 января 1969 года : [справочник / ред. А. И. Захаров. — Изд. 5-е. — Уфа : Башкирское книжное издательство, 1969. — 429, [2] с. : табл. преим. — Алф. указ.: с. 348-430.]
  4. 1 2 3 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  5. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
  6. Улицы
  7. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 33. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  8. Легендалар өйрәндек
  9. Мәхмүт ауылы тарихы

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә