Ишбулды (Әбйәлил районы)

Ишбулды (рус. Ишбулдино) — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 539 кеше[2]. Почта индексы — 453631, ОКАТО коды — 80 201 840 7.

Халыҡ һаны

Халҡы иҫәбе
1968[3]2002[4]2009[4]2010[5]
407555514539

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 539 273 266 50,6 49,4

Урамдары

  • Үрге урам (рус.  Верхняя (улица)}})
  • Ҡыҙыл урамы (рус.  Кизильская (улица)}})
  • Тыныслыҡ урамы (рус.  Мира (улица)}})
  • Йәштәр урамы (рус.  Молодежная (улица)}})
  • Яңы урамы (рус.  Новая (улица)}})
  • Фәхирә Ғүмәрова урамы (рус.  Фахиры Гумеровой (улица)}})[6]

Тарихы

Ишбулды ауылында V ревизия буйынса 20 ихата була, уларҙың береһендә татарҙар йәшәй. XIX быуат уртаһында 39 йортта 232 кеше йәшәй. 1920 йылда 143 йортта 677 кеше була. Ишбулды халҡының күрше ауылдар менән ғаилә бәйләнештәре булған. 1812 йылда Таһир ауылына 11 ғаилә, Хәлилгә 2 ғаилә күсеп китә.

Ауыл старшина ярҙамсыһы майор Ишбулды Бикҡужин исемен йөрөтә, уға 1816 йылда 72 йәш була. Ауыл Ахай тип тә атала. Тимәк, Ишбулдының өлкән улының исеме шулай булған, ул йорт старшинаһы булып хеҙмәт иткән. Ахай Ғәҙелмырҙаның улы, ейәне — Абдрахман.

1812 йылда 14-се башҡорт полкы яугирҙары Ҡәләмғужа Ҡылысов һәм Мырҙабулат Әлмөхәмәтов батырлыҡ күрһәтә, «1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн» һәм «1812 йылдағы Ватан һуғышы иҫтәлегенә» миҙалдары менән бүләкләнәләр.

Ауылда 167 кеше йәшәгән 33 йортта 200 ат, 60 һыйыр, 100 һарыҡ һәм 50 кәзә була. Шулай уҡ улар 8 бот ужым һәм 240 бот яҙғы иген сәскән[7].

Билдәле шәхестәр

Матбуғатта

  • Әхтәр Мөхәмәт улы Боҫҡонов[8]
  • Ишбулды ауылы имам-хатибтары[9]

Иҫкәрмәләр

  1. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Башкирская АССР : административно-территориальное деление на 1 января 1969 года : [справочник / ред. А. И. Захаров. — Изд. 5-е. — Уфа : Башкирское книжное издательство, 1969. — 429, [2] с. : табл. преим. — Алф. указ.: с. 348-430.]
  4. 1 2 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  5. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
  6. Улицы
  7. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 32. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  8. Бәхил булығыҙ, Әхтәр Мөхәмәт улы!
  9. Ишбулды ауылы имам-хатибтары

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә