Әбделмәмбәт (Әбйәлил районы)

Әбделмәмбәт — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл, Хәлил ауыл советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 576 кеше[2]. Почта индексы — 453583, ОКАТО коды — 80219820001.


Халыҡ һаны

Халҡы иҫәбе
1968[3]2002[4]2009[4]2010[5]
411514602576
Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — башҡорттар (100 %)[4].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 576 280 296 48,6 51,4

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Асҡар): 28 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Хәлил): 7 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Әлмөхәмәт): 16 км

Урамдары

  • Ҡыҙыл урамы)
  • Киров урамы
  • Ленин урамы
  • Тыныслыҡ урамы)
  • Салауат Ҡадиров урамы
  • Олоғыр урамы[6]

Тарихы

Әбделмәмбәт ауылы Ҡыҙыл йылғаһы буйында урынлашҡан, сағыштырмаса ҙур тораҡ пункты, 263 кеше йәшәгән 46 ихатанан тора (1795 йыл). X ревизияға йорт хужалығы (25) һәм халыҡ һаны (116) кәмегән. Был 1838 йылда халыҡтың бер өлөшө 183 кеше йәшәгән 31 ихатанан торған яңы ауылға, Хөсәйен ауылына, нигеҙ һалыуы менән бәйле. Ауыл урядник Хөсәйен Әлмөхәмәтов (уның балалары Заһиҙулла, Ғәбиҙулла, Фәйзулла, Йыһангир) исеменән алынған. Әбделмәмбәттең улы зауряд-хорунжий Яманғол билдәле.

Йәрмөхәмәт Ишкинин, Әбделмәзит Юлымбәтов 1805—1807 йылдарҙа Пруссия һәм Польша территорияларында Францияға ҡаршы һуғышта ҡатнаша. 1812 йылда күрһәткән ҡыйыулығы өсөн Исламғол Ҡормошев, Әбүбәкер Арыҫланғолов һәм хорунжий Кинйәбай Тимеров көмөш миҙалдар менән бүләкләнә.

Бөтә кеше лә йәйләүгә сыҡҡан. Уларҙың 500 аты, 300 һыйыры, 125 һарығы һәм 70 кәзәһе була. Шул уҡ 380 кеше йылына 66 сирек (528 бот) яҙғы иген сәскән[7].

Билдәле шәхестәре

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Башкирская АССР : административно-территориальное деление на 1 января 1969 года : [справочник / ред. А. И. Захаров. — Изд. 5-е. — Уфа : Башкирское книжное издательство, 1969. — 429, [2] с. : табл. преим. — Алф. указ.: с. 348-430.]
  4. 1 2 3 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  5. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
  6. Улицы
  7. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 32. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  8. Башҡорт энциклопедияһы — Зөлҡәрнәев Тәлғәт Рәхимйән улы 2019 йылдың 24 декабрь көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 29 август 2018)


  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан. — Справочник. Уфа: ГУП РБ "Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с. :илл. ISBN 978-5-87691-038-7

Һылтанмалар


Тема буйынса өҫтәмә