Таҡһыр

Таҡһыр (рус. Таксырово) — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 398 кеше[2]. Почта индексы — 453614, ОКАТО коды — 80201819004.

Халыҡ һаны

Халҡы иҫәбе
1968[3]2002[4]2009[4]2010[5]
245332410398
Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — башҡорттар 99 % тәшкил итә.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 398 196 202 49,2 50,8

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Асҡар): 18 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Гусев): 8 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Магнитогорск): 53 км

Урамдары

  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная (улица))
  • Телянче' урамы (рус. Телянче (улица))[6]

Тарихы

Таҡһыр (Теләнсе) һәм Әбделғәзе ауылдары халҡы ла яҡын туғандаш бәйләнештә булған. Таҡсыр ауылының тәүге исеме Тамъян улусы старшинаһы, пугачевсы Тләнсе Иҫәшев исеменән килеп сыҡҡан. Икенсе исеме — уның 1764 йылғы улы улус старшинаһы Таҡсыр Теләнчин исеменән. Уның ҡустылары: зауряд-eсаул Хөсәйен, Мөхәммәтшәриф. Таҡһырҙың балалары — Динислам, Яйыҡбай, Айытбай, Фазулла. XVIII быуат был ауыл тураһында мәғлүмәт булмай. Халыҡ Аҡимбәт ауылынан сыҡҡан, тигән фараз бар, сөнки 1776 йылда Иҫәшевтар бында йәшәгән.

1834 йылда ауылда 15 йортта 153 кеше була. 1859 йылда 28 йортта 180 кеше йәшәгән.

1920 йылда 63 йортта 275 кеше йәшәгән.

Рәхмәтулла Дәүләткилдин 1805—1807 йылдарҙа Рәсәйҙең Францияға ҡаршы кампанияһында ҡатнашҡан. Шәмсетдин Хоҙайғолов менән Ғәҙелша Дәүләткилдин XIX быуаттың 20-се йылдар аҙағында Бессарабияла кордон (сик буйы) хеҙмәтендә була.

Таҡһыр халҡының төп шөғөлө — малсылыҡ. 170 кешенең 306 йылҡыһы, 176 һыйыры, 100 һарығы, 50 кәзәһе була. 28 йорттан 20-е Йәнгел, Яманйылға, Һартйылға йылғалары буйлап йәйләүгә сыҡҡан. 1842 йылда бөтөнөһөнә 144 бот яҙғы иген сәселгән[7].

Иҫкәрмәләр

  1. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Башкирская АССР : административно-территориальное деление на 1 января 1969 года : [справочник / ред. А. И. Захаров. — Изд. 5-е. — Уфа : Башкирское книжное издательство, 1969. — 429, [2] с. : табл. преим. — Алф. указ.: с. 348-430.]
  4. 1 2 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  5. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
  6. улицы
  7. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 36. — ISBN 978-5-295-04683-4.

Тема буйынса өҫтәмә