Үтәгән (Әбйәлил районы)

Үтәгән (рус. Утяганово) — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 447 кеше[2]. Почта индексы — 453625, ОКАТО коды — 80201807005.

Халыҡ һаны

Халҡы иҫәбе
1968[3]2002[4]2009[4]2010[5]
445428491447
Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса башҡорттар (99 %).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 447 231 216 51,7 48,3

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Асҡар): 30 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Амангилде): 5 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Магнитогорск): 82 км

Урамдары

  • Әбделхәй Фәйезов урамы (рус. Абдулхая Фаизова (улица))
  • Көнсығыш урам (рус. Восточная (улица))
  • Ҡыҙыл урамы (рус. Кизил (улица))
  • Ленин урамы (рус. Ленина (улица))
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная (улица))
  • Салауат Юлаев урамы (рус. Салавата Юлаева (улица))
  • Хәбрахман Фәхрисламов урамы (рус. Хабрахмана Фахрисламова (улица))
  • Үҙәк урам (рус. Центральная (улица))
  • Шишмә урамы (рус. Чишма (улица))[6]

Тарихы

1834 йылда Рауилдан 26 ғаилә Үтәгән ауылына нигеҙ һала. Уға нигеҙ һалыусы — үрядник Үтәгән Ибраһимов, уның улы Ҡурамша. Бында уның атаһы Ибраһим Юлъяҡшин да күсеп килгән. Фамилияларҙы башлап ебәргән бер-ике кеше була. Был — 1795 йылғы Ғайса Мөхәмәтйәров,; уның балалары Хәлиулла, Нәбиулла, Фазулла. Ғайса Усмановтың 1811 йылғы ҡустыһы Аллабирҙе Мырҙағол улы Бирҙеғолов,, уның туғандары Хоҙайбирҙе, Шаһимөхәмәт.

X ревизия мәғлүмәттәре буйынса Үтәгән ауылында 35 ихатала 260 кеше, шул иҫәптән 50 типтәр йәшәгән. 1920 йылда 98 йортта 500 кеше була.

Рядовой Зәйнәғәбдин Абзанов 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнаша, ике көмөш миҙал ала.

Ауыл халҡы май уртаһынан алып август аҙағына тиклем Күлдәш, Ермәкүлгән, Йыһан Айғыр йылғалары буйҙарында күсеп йөрөгән (23 ихатанан 18 ылау). 116 кешегә 176 ат, 150 һыйыр, 150 һарыҡ, 25 кәзә тура килгән. 1842 йылда 8 бот ужым һәм 280 бот яҙғы иген генә сәселә[7].

Матбуғатта

  • Әбйәлил районы Үтәгән ауылында «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы үтте[8].
  • Республика Президенты Әбйәлил районының Үтәгән һәм Рысҡужа ауылдарында булды[9]

Билдәле шәхестәр

Видеояҙмалар

Һылтанмалар

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)
  • Еләк кеүек ете ҡыҙ 2017 йылдың 14 декабрь көнөндә архивланған.

Иҫкәрмәләр

  1. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Башкирская АССР : административно-территориальное деление на 1 января 1969 года : [справочник / ред. А. И. Захаров. — Изд. 5-е. — Уфа : Башкирское книжное издательство, 1969. — 429, [2] с. : табл. преим. — Алф. указ.: с. 348-430.]
  4. 1 2 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  5. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
  6. Улицы
  7. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 35. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  8. Әбйәлил районы Үтәгән ауылында «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы үтте
  9. Республика Президенты Әбйәлил районының Үтәгән һәм Рысҡужа ауылдарында булды(недоступная ссылка)
  10. Әбйәлил сәсәне
  11. Әбйәлил сәсәне

Тема буйынса өҫтәмә