Айыуһаҙы (Әбйәлил районы)

Айыуһаҙы — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл, Ташбулат ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 205 кеше[2]. Почта индексы — 453612, ОКАТО коды — 80201834007.

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Асҡар): 34 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Ташбулат): 4 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ташбулат): 11 км

Айыуһаҙы ауылы Ҡарабалыҡ йылғаһы буйында урынлашҡан, ул шул уҡ исемле күлгә ҡоя. Айыуһаҙы ауылы район үҙәге Асҡар ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 34 километр һәм Ташбулат тимер юл станцияһынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 11 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Топонимикаһы

Айыуһаҙы һүҙе «Айыу һаҙлығы» тигәнде аңлата.

Тарихы

Айыуһаҙы атамаһы һуңыраҡ барлыҡҡа килгән. XVIII быуатта ауыл Аҡымбәт тип атала (хәҙер — Ташбулат ауылы). Аҡымбәт улдары: Ҡотлоғужа өлкән улы 1757—1822 йылдарҙа йәшәгән, йөҙ башы булып хеҙмәт иткән. Ҡустылары Ҡотломбәт, Татлымбәт, Яҡшымбәт. Кинйә улы Кинйәбулат — указлы мулла.

1795 йылда үткәрелгән V ревизия мәғлүмәттәре буйынса, 25 йортта 87 ир-ат һәм 70 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. 64 йылдан һуң X йәниҫәп мәғлүмәттәрендә 99 хужалыҡта 560 кеше күрһәтелгән.

1812 йылғы Ватан һуғышында алышҡан зауряд-сотник Сәлих Аҡымбәтов ике көмөш миҙал менән бүләкләнгән. XIX быуатта, 1866 йылда, Верхнеурал өйәҙе Тамьян улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә старшина Ташбулат Сәйетбатталов (1761—1831) хөрмәтенә ауылды Ташбулат тип атаған[4].

1891 йылда ауылдың 46 ихатаһында 242 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 йылда 2-се Аҡымбәт тип иҫәпкә алынған.

Граждандар һуғышы һынауҙарын үткән ауылда 1920 йылға халыҡ һаны 135 кешегә кәмей[5]

Халыҡ һаны

Халҡы иҫәбе
1968[6]2002[7]2009[7]2010[1]
334183192205
Милли составы

2002 йылғы иҫәп алыуға ярашлы, халыҡтың күпселеге — башҡорттар (98 %)[8].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) 230
1920 йыл 26 август 425
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 296
1959 йыл 15 ғинуар 272
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 178
2002 йыл 9 октябрь 183
2010 йыл 14 октябрь 205 109 96 53,2 46,8

Әлеге ваҡытта ауылда Ташбулат урта мәктәбенең филиалы — Айыуһаҙы башланғыс мәктәбе, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар[3].

Урамдары

  • Әхмәт Зәки Вәлиди урамы (рус.  Ахмет Заки Валиди (улица)
  • Ғәбдрәүеф Дәүләтов урамы (рус.  Габдрауфа Давлетова (улица)
  • Тау урамы (рус.  Горная (улица)
  • Таң урамы (рус.  Заря (улица)
  • Яңы урамы (рус.  Новая (улица)
  • Мәктәп урамы (рус.  Школьная (улица)[9]

Әҙәбиәт

  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. 1 2 Айыуһаҙы (Әбйәлил районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. 40 б.
  5. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 40. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  6. Башкирская АССР : административно-территориальное деление на 1 января 1969 года : [справочник / ред. А. И. Захаров. — Изд. 5-е. — Уфа : Башкирское книжное издательство, 1969. — 429, [2] с. : табл. преим. — Алф. указ.: с. 348-430.]
  7. 1 2 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  8. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған..
  9. Улицы

Тема буйынса өҫтәмә