Буранғол (Әбйәлил районы)
Ауыл | |||
Буранғол | |||
---|---|---|---|
рус. Бурангулово | |||
53°28′21″ с. ш. 58°20′58″ в. д.HGЯO | |||
Ил | Рәсәй Федерацияһы | ||
Федерация субъекты | Башҡортостан | ||
Муниципаль район | Әбйәлил районы | ||
Ауыл биләмәһе | Буранғол ауыл Советы (Әбйәлил районы) | ||
Тарихы һәм географияһы | |||
Нигеҙләнгән | 1757 | ||
Тәүге телгә алыу | 1757 | ||
Элекке исеме | Ҡуянсыҡ | ||
Сәғәт бүлкәте | UTC+6:00 | ||
Халҡы | |||
Халҡы | ↘773[1] кеше (2010) | ||
Милли составы | башкҡорттар | ||
Һанлы идентификаторҙар | |||
Почта индексы | 453628 | ||
Автомобиль коды | 02, 102 | ||
ОКАТО коды | 80 201 816 001 | ||
ОКТМО коды | 80 601 416 101 | ||
ГКГН номеры | 0524030 | ||
|
Буранғол (рус. Бурангулово) — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 773 кеше[2]. Почта индексы — 453628, ОКАТО коды — 80201816001.
Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Халыҡ иҫәбе | ||
---|---|---|
2002[3] | 2009[3] | 2010[1] |
742 | ↗774 | ↘773 |
- Милли составы
2002 йылғы иҫәп алыуға ярашлы, халыҡтың күпселеге — башҡорттар (100 %)[4].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 773 | 377 | 396 | 48,8 | 51,2 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Район үҙәгенә тиклем (Асҡар): 42 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Магнитогорск): 89 км
Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Исемдәре:[5]
Тау урамы (рус. Горная (улица))
Кизил урамы (рус. Кизильская (улица))
Йәштәр урамы (рус. Молодежная (улица))
Мостафа Сәлмәнов урамы (рус. Мустафы Сальманова (улица))
Йылға урамы (рус. Речная (улица))
Салауат Юлаев урамы (рус. Салавата Юлаева (улица))
Совет урамы (рус. Советская (улица))
Төләк урамы рус. Теляка (улица)
Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица))
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Буранғол ауыл Советы үҙәге. Район үҙәгенән төньяҡ‑көнбайышта 42 саҡрым һәм Магнитогорск[6] тимер юл станцияһынан көнбайышта 89 саҡрым алыҫлыҡта Оло Ҡыҙыл йылғаһы буйында урынлашҡан.
Ауылға Нуғай даруғаһы Тамъян улусы башҡорттары аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һала. Документта 1757 йылға тиклем телгә алына. 1795 йылдағы V ревизияла ауыл телгә алынмай. 1816 йылда ревизия материалдарында ла теркәлмәгән. 1816 һәм 1834 йылдар араһында ҡабаттан барлыҡҡа килеүе фаразлана. Ауылдың икенсе исеме Ҡуянсыҡ тип аталған. 1866 йылда 59 йортта 321 кеше йәшәгән. Ауыл халҡы малсылыҡ, игенселек менәнн шөғөлләнгән. 1842 йылда 16 бот ужым һәм 432 бот яҙғы ашлыҡ сәселгән. Мәсет булған. 1814 йылдың мартында Нәзирбай Өмөтөв менән Мөхәмәт Азатов 14-се башҡорт полкы составында Парижды алыуҙа ҡатнаша, көмөш миҙал менән бүләкләнәләр. Халҡы: 1900 йылда — 493 кеше; 1920 йылда—601 кеше; 1939 йылда—637 кеше; 1959 йылда—548 кеше; 1989 йылда—650 кеше; 2002 йылда—742 кеше; 2010 йылда—773 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, дөйөм практика табибы бүлеге, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[7][8].
Тәбиғәт ҡомартҡылары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ауыл эргәһендәге Ҡараташ тауы[9] һәм йөҙйәшәр ҡарағас — тәбиғәт ҡомартҡыһы
Билдәле кешеләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Абушахманов Әхтәм Әхәт улы (10 март 1948 йыл) — башҡорт театр һәм кино актёры, Башҡортостан Республикаһының Театр эшмәкәрҙәре берлеге рәйесе. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1989) һәм БАССР-ҙың халыҡ (1984) артисы. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1983).
- Сабитов Сәләм (Ғәбсәләм) Сабит улы (рус. Сабитов Салям (Габсалям) Сабитович) 1921 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, сержант. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).
- Ғәбитова Мәүзиға Ғаффан ҡыҙы (1 ғинуар 1939 йыл) — китапханасы, йәмәғәт эшмәкәре, 1984—1996 йылдарҙа Әбйәлил районы Буранғол ауыл Советы хакимиәте башлығы, СССР-ҙың халыҡ депутаты (1989—1991), Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1996).
- Ғайсин Әхтәр Мәғәз улы (5 март 1954 йыл) — башҡорт ғалимы—математик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Физика‑математика фәндәре докторы (1996), профессор (1997). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2012).
- Хамматов Шәһит Заһит улы — Башҡортостан Республикаһы Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры актёры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы.
Матбуғатта[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Шәһит Хамматов[10]
Видеояҙмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- «Йәшлек» гәзите — Әбйәлил районының Буранғол ауылы мәктәбендә! Икенсе видео.
- Әбйәлил р-ны Буранғол ауылы, кейеҙ байрамы.2011 й.
- Әбйәлил районындағы Ҡырҡтытау һыртының иң бейек тауына Ҡараташҡа ҡышҡы сәйәхәт. Шәһит Хамматов. Минең үрем Ҡараташ
- Поездка в Бурангулово абзелиловский район, 435-летняя лиственница
- 33 км по Абзелиловскому району РБ /Бурангулово — Салават совхоз — хр. Крыктытау/на авто
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ 3,0 3,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған..
- ↑ Улицы
- ↑ Силәбе өлкәһе
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 39. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы / Буранғол (Әбйәлил районы)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы / Ҡараташ (тау)
- ↑ Беҙҙең Хоттабыч
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Буранғол (Әбйәлил районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 23 март 2022)