Сабитов Сәләм (Ғәбсәләм) Сабит улы

Сабитов Сәләм (Ғәбсәләм) Сабит улы (рус. Сабитов Салям (Габсалям) Сабитович) 1921 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, сержант. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).

Биографияһы

Сабитов Сәләм (Ғәбсәләм) Сабит улы 1921 йылда хәҙерге Башҡортостандың Әбйәлил районы Буранғол ауылында тыуа. 1941 йылда Әбйәлил район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 148-се гвардия артиллерия-миномет полкында батареяның ат ҡараусыһы булып хеҙмәт итә[1]. Хәрби званиеһы — сержант. Өс тапҡыр «Батырлыҡ өсөн» миҙалына эйә.

1945 йылдың 12 апрелендәге награда исемлегендә Сабитов Сәләм (Ғәбсәләм) Сабит улының Браллентин районында дошман пехотаһы һөжүмен кире ҡағыу ваҡытында 23 дошман һалдатын юҡ итеү тураһында әйтелә[2]. Был батырлығы өсөн ул өсөнсө тапҡырға «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. 1985 йылда Сабитов Сәләм (Ғәбсәләм) Сабит улы юбилейлы II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә.

Сабитов Сәләм (Ғәбсәләм) Сабит улының артабанғы яҙмышы тураһында мәғлүмәттәр юҡ.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (20.01 1944)
  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (12.12.1944)
  • «Батырлыҡ өсөн» Миҙалы (12.04.1945)

Һылтанмалар