112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ҡыҙыл армия флагы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы
Наградалары:
Совет гвардияһы Ленин ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены II дәрәжә Суворов ордены II дәрәжә Кутузов ордены
Ғәскәр: ҡоро ер ғәскәрҙәре
Ғәскәр төрө: кавалерия
Ойошторолған: 28 ғинуар 1942
Һуңынан килеүсе: 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы
Генерал Шайморатовтың тыуған ауылында ҡуйылған һәйкәле

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы — И. В. Сталин бойороғона ярашлы, 1941 йылдың декабрендә милли-төбәк билдәһе буйынса ойошторолған дивизия. Дивизия командиры итеп 42 йәшлек тәжрибәле кадровый офицер полковник Миңлеғәле Шайморатов тәғәйенләнә. 1943 йылдың 14 февраленән — 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы, 1943 йылдың 21 сентябренән 16-сы Чернигов гвардия кавалерия дивизияһы исемен йөрөтә.

Ойошторолоуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ойоштороуға Башҡорт АССР-ы хөкүмәтенең 1941 йылдың декабрендә СССР Дәүләт оборона комитетына республика иҫәбенә 2 атлы дивизия төҙөү тураһындағы үтенесе нигеҙ булып тора. Ризалыҡ алғас, 1941 йылдың 17 һәм 29 ноябрендә ВКП(Б) Өлкә Комитеты бюроһы менән БАССР Халыҡ комиссарҙары советы дивизияларҙы ойоштороу тәртибен билдәләгән ҡарарҙар сығара.

Республика хужалыҡтарынан 13,3 мең ат, егеү кәрәк-ярағы, кейем-һалым, фураж һ.б. йыйыла. Личный состав нигеҙҙә Башҡорт АССР-ы райондарынан килгән яугирҙар иҫәбенә тулылана. 1941 йылдың 25 декабрендә фронттан генерал Л. М. Доваторҙың гвардия кавалерия корпусы составындағы 1-се махсус кавалерия полкы командиры полковник Миңлеғәле Шайморатов ҡайтарылып, дивизия командиры вазифаһын үтәй башлай. Башҡорт һәм татар милләтенән булған ҡайһы бер командирҙар, Ҡыҙыл Армияны формалаштырыуҙың Баш идаралығы рөхсәте менән, фронттан, башҡа хәрби округтарҙан саҡырып ҡайтарыла: 1942 йылдың ғинуарына тиклемге ваҡыт арауығында майор Таһир Күсимов (1-се кавалерия полкы), майор Гәрәй Нафиҡов (2-се кавалерия полкы), майор Ғариф Макаев (3-сө кавалерия полкы) дивизия ҡарамағына килә.

112-се һәм 113-сө кавалерия дивизиялары фронтҡа 1941 йылдың октябрь-ноябрендә оҙатылған 74-се, 76-сы кавалерия дивизиялары ойошторолған Дим районында (112-се кавалерия дивизияһы) һәм Благовещен районында (113-сө кавалерия дивизияһы) төҙөлә.

1942 йылдың мартында Көньяҡ Урал хәрби округы комиссияһы 112-се кавдивизия әҙерлеген, фронтҡа оҙатырға әҙер, тип баһалай. 113-сө кавдивизия был ваҡытҡа командирҙарҙың һәм республиканың матди ресурстары етешмәүе арҡаһында әҙер булмай. Шуға күрә, Оборона халыҡ комиссариаты директиваһы буйынса, 113-сө кавалерия дивизияһының личный составы башҡа частарҙы (112-се кавдивизияны, 9-сы запас полкты (Туймазы ҡалаһы), 11-се Ырымбур кавалерия дивизияһын) тулыландырыуға тапшырыла.

1942 йылдың 6 мартында Көньяҡ Урал хәрби округы ғәскәрҙәре командующийының 112-се кавдивизияны округ ғәскәрҙәре составына индереү тураһындағы бойороғо сыға.

1942 йылдың 22 мартында Башҡорт АССР-ының Юғары Советы Президиумы рәйесе Рәхим Ибраһимов дивизияға БАССР Юғары Советы Президиумы һәм Халыҡ Комиссарҙары Советының байрағын тапшыра.

Тәүҙә дивизияла 3823 кеше була (команда-етәкселек составы −304, кесе етәкселек — 431, рядовойҙар — 3088). Дивизия төҙөлөп бөткәндә уның составындағы яугирҙарҙың 81,4 проценты — башҡорттар, 14,5 проценты — татарҙар, 3,3 проценты урыҫтар һәм башҡа милләт вәкилдәре (0,8 процент) була[1]

1942 йылдың 11 апрелендә СССР Оборона Халыҡ комиссарҙары бойороғо менән 112-се кавдивизия Брянск фронтының 3-сө армияһы 8-се кавалерия корпусы составына индерелә. Корпус составына шулай уҡ 21-се тау кавалерия дивизияһы һәм 55-се кавалерия дивизияһы ла инә[2].

1942 йылдың 17 апрелендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы Мәскәү-Донбасс тимер юлы менән Ефремово станцияһына личный составты һәм аттарҙы оҙата башлай. Барлығы 13 эшелон оҙатыла.

1942 йылдың 1 майында 112-се кавдивизия яугирҙары хәрби ант ҡабул итә.

1942 йылдың апреленән 1943 йылдың февраленә ҡәҙәр дивизияның башҡорт телендә үҙ баҫмаһы — «Ҡыҙыл атлылар» гәзите сыға.

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы байрағы

1942 йылдың 2 июленән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы Брянск фронтының 3-сө армияһы составында хәрби хәрәкәттәрҙә, Сталинградты обороналау һуғышында ҡатнаша. 2-8 июлдә Алёшки — Малые Борки — Святоша рубежында кавдивизия частары дошмандың 320 һалдатын, 2 хәрби ҡорал складын юҡ итә, 57 ҡул һәм станок пулеметын, 12 орудиеһын, 2 танкыһын, 10 йөк машинаһын һәм башҡа хәрби техникаһын сафтан сығара[3].

Ошо уҡ йылдың 10 июленән 9 октябргә тиклем дивизия Казинка-Икенсе Тербуны (Курск өлкәһе) рубежын обороналауҙа алыша. 10 июлдә, Лобановка ауылын азат иткәндә 294-сы кавполк командиры майор Нафиҡов Г. А. һәләк була. 1942 йылдың 31 июлендә «Красная звезда» гәзитендә К. Симоновтың «В Башкирской дивизии» очергы баҫыла.

1942 йылдың 22 октябрендә Юғары баш командование ставкаһы ҡарары менән Көньяҡ-көнбайыш фронт булдырыла, уның 5-се танк армияһы составына 8-се кавкорпус (шул иҫәптән 112-се Башкавдивизия) инә. 8 ноябргә корпус Дон йылғаһына сыға һәм контрһөжүм башлай.

1942 йылдың 16 декабрендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы Көньяҡ-көнбайыш һәм Воронеж фронттарының ҡайһы бер частары менән Урта Дон һөжүм операцияһында ҡатнаша.

1942 йылдың икенсе яртыһында — 1943 йылдың ғинуар башында 8-се кавкорпус составында Донецк өлкәһенең Чернышков станцияһын һәм Чернышковск, Морозовск ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша.

Ошо алыштарҙа дивизия һур юғалтыуҙар кисерә. Өс полктан бер йыйылма отряд ойошторола. Уның командиры итеп 294-се полк командиры подполковник Г. Е. Фондеранцев тәғәйенләнә.

1943 йылдың ғинуар урталарына дивизия тулылана. Уға Урта Азия частары һәм 9-сы запас кавалерия полкынан (Туймазы ҡалаһы) килгән 7-се марш эскадроны ҡушыла.

1943 йылдың 22 ғинуарында Белая Калитва ҡалаһы эргәһендә, лейтенант А. Атаев (үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә) командалығында 33 яугир оборона тота[3]

1943 йылдың 2 февраленән 8-се кавкорпус 3-сө гвардия армияһы (командующийы генерал-лейтенант Д. Д. Лелюшенко составында була.

1943 йылдың февралендә дивизия 8-се кавалерия корпусы составында Ворошиловград ҡалаһына дошмандың тәрән тылына рейд яһай. 23 февралдә, полк рейдтан сыҡҡан ваҡытта, Петровское һәм Юлино ауылдары араһында дивизия командиры генерал-майор М. М. Шайморатов һәләк була. Дивизия менән еткәселек итеү полковник Г. А. Беловҡа йөкмәтелә.

Рейд ваҡытында дивизия алышып 400 километрҙан ашыу юл үтә, йөҙҙән ашыу ауыл-ҡаланы азат итеүҙә ҡатнаша, дошмандың 3000 самаһы һалдатын һәм офицерын, 56 танкыһын, 6 самолетын, 6000 автомашинаһын юҡ итә. ҡорал, 8 аҙыҡ-түлек склады, 31 самолет, 20 танкы, 115 автомашинаны ҡулға төшөрә, дошмандың 2000 самаһы һалдатын һәм офицерын әсирлеккә ала. Сталинград эргәһендәге алыштарҙа күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн дивизияның 213 яугиры һәм командиры хөкүмәт наградаларына лайыҡ була[4].

Ошо операция өсөн 8-се кавалерия корпусы 7-се гвардия кавалерия корпусы тип, 1943 йылдың 14 февралендә дивизия 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы тип үҙгәртелә. Дивизия полктары ла гвардия полктары тип атала башлай.

1943 йылдың 15 апреленән 30 авгусҡа тиклем дивизия Юғары баш командование ставкаһы резервында була.

1943 йылдың 13 майынан 12 июлгә тиклем Воронеж өлкәһенең Павловск ҡалаһында ҡабаттан формалаштырыла, 4-се кавкорпустың 16-сы, 81-се кавдивизиялары личный составы иҫәбенә тулыландырыла[2].

1943 йылдың көҙөндә дивизия Чернигов-Припят операцияһында ҡатнаша. 1943 йылдың 21 сентябрендә Черниговты азат итеү алыштарындағы отличие өсөн почётлы «Чернигов» атамаһына лайыҡ була.

25 сентябрҙә дивизия частары Днепрға сыға. Днепр өсөн алышта дивизияның 1,4 мең яугиры һәм командиры хөкүмәт наградалары менән билдәләнә; Советтар Союзы Геройы исеменә 54 кеше лайыҡ була, шул иҫәптәнкомандир дивизия командиры генерал-майор Г. А. Белов, 58-се гвардия кавполкы командиры полковник Т. Т. Кусимов, Әхмәтшин Ҡ. Х. Т. Ғ. Халиҡов һәм башҡалар.

1943 йылдың ноябрендә дивизия Гомель-Речицк операцияһы барышында Белоруссия ауылдарын азат итеүҙә ҡатнаша.

1944 йылдың 8 — 14 ғинуарында 7-се кавалерия корпусының Мозырск рейдында, Мозырь һәм Сарны ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша, Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана.

1944 йылдың мартында Владимир-Волынскийға һөжүм итә.

1944 йылдың 18 июленән 2 авгусҡа тиклем дивизия Люблин-Брест операцияһында Украина, Белоруссия, Польша ҡалаларын һәм ауылдарын азат итеүҙә ҡатнаша. Калиш һәм Люблин ҡалаларын алған өсөн II дәрәжә Суворов ордены менән бүләкләнә; 58-се һәм 62-се гвардия кавалерия полктары һәм 148-се гвардия артиллерия-миномёт полкы Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана.

1944 йылдың авгусынан 1945 йылдың 9 ғинуарына тиклем Висланың көнсығыш ярында оборона тота. Томашув-Мазовецк ҡалаһын азат иткән өсөн 60-сы гвардия кавалерия полкы — Ҡыҙыл Байраҡ ордены; 58-се гвардия кавалерия полкы һәм 148-се гвардия артиллерия-миномёт полкы «Томашувск» атамаһына лайыҡ була.

1945 йылдың 10 февраленән 4 апреленә тиклем дивизия — Көнсығыш Померан, 1945 йылдың 19 апреленән 5 майға тиклем Берлин стратегик операцияһында ҡатнаша. II дәрәжә Кутузов ордены менән наградлана.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында дивизия Дондан Эльбаға тиклем 4 мең километрҙан ашыуыраҡ ер үтә. Һуғышта күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн Юғары Баш командующийҙың бойороҡтарында 15 тапҡыр билдәләнә. Ленин ордены менән бүләкләнә.

Датаһы Фронт (округ) Армия Корпус (группа) Иҫкәрмәләр
июль 1942 йыл Брянск фронты 3-сө армия 8-се кавалерия корпусы
октябрь 1942 йыл Көньяҡ-Көнбайыш фронты 5-се танк армияһы 8-се кавалерия корпусы
2 февраль 1943 йыл 3-сө гвардия армияһы 7-се гвардия кавалерия корпусы
15 апрель 1943 йыл — 30 август 1943 йыл Баш командование ставкаһы резервы 7-се гвардия кавалерия корпусы
1943 йылдың авгусынан 61-се армия 7-се гвардия кавалерия корпусы
март 1944 йыл 47-се армия 7-се гвардия кавалерия корпусы
ғинуар 1945 йыл 1-се Белорус фронты 33-сө армия 7-се гвардия кавалерия корпусы

275-се кавалерия полкы
294-се кавалерия полкы
313-сө кавалерия полкы
101-се атлы-артиллерия дивизионы
101-се артиллерия паркы
112-се разведка дивизионы
83-сө айырым элметә ярымэскадроны
112-се медик-санитар взвод (80-се медик-санитар эскадрон)
112-се айырым химик һаҡланыу ротаһы
379-сы дивизия ветеринар лазареты
1927-се ялан почта станцияһы
1030-сы Дәүләт ялан банкы кассаһы

Дивизияның 1943 йылдың 14 февраленән һуңғы составы 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы составында күрһәтелә.

Дивизияның команда составы

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Командирҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дивизия штабы начальниктары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Голенев Иван Иванович (март 1942 — ?), майор.

Полктар составы һәм командирҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

(командирҙар буйынса мәғлүмәттәр етерлек түгел)

  • 58-се гвардия Томашув Ҡыҙыл Байраҡ, Суворов орденлы кавалерия полкы, булдырылған саҡта 275-се кавалерия полкы.
    • 1942 йылдың ғинуарынан — майор, һуңғараҡ полковник Кусимов Т. Т.
    • 1944 йылдың майынан — майор Ғайсин Шәрәфетдин Ғиматдин улы
    • капитан Иҙрисов Хөсәйен (февраль 1943 яралана)
    • Пахаревский (01.1945)
  • 60-сы гвардия Ҡыҙыл Байраҡ, Суворов ордены кавалерия полкы, булдырылған саҡта 294-се кавалерия полкы.
    • 1942 йылдың ғинуарынан 1942 йылдың 10 июленә тиклем майор Нафиҡов Г. А.
    • Капитан/майор Ғафаров Фәйзи Ғәли улы (июль 1942)
    • 1943 йылдың апреленә (?) тиклем подполковник Фондеранцев Г. Е.
    • 1943 йылдың июленән (?) подполковник Горлатов И. Ф.
    • 1943 йылдың апреленән подполковник Горлатов Иван Фёдорович
    • Подполковник Фондеранцев Герасим Ефимович (ғинуар 1944),
  • 62-се гвардия Ҡыҙыл Байраҡ, Александр Невский ордены кавалерия полкы, булдырылған саҡта 313-сө кавалерия полкы.
    • 1942 йылдың ғинуарынан майор Макаев Г. Д.
    • 1942 йылдың декабренән, Макаев яраланғандан һуң — Сәйетғәлин Байғужа Сәйетғәли улы
    • Ғафаров Ғәни Ғафар улы
    • 1943 йылдың июленән 1945 йылдың июненә тиклем подполковник Маркарян Мисак Гевандович
  • 148-се Томашув артиллерия-миномёт Ҡыҙыл Байраҡ, Богдан Хмельницкий ордены полкы (1943 йылға тиклем (???) 101-се атлы артдивизион)
    • подполковник Хәбиров С. Х.
    • 1942 цылдың ғинуарынан 101-се кавдивизия батареяһы командиры подполковник Хәбиров Сәйфулла Хәлил улы
  • 32-се танк полк (1944 йылдан составында)
  • 80-се айырым Медик-санитар Эскадрон
    • 1942 йылдың февраленән өсөнсө ранг хәрби табип (1943 йылдан — полковник) Каракинов Петр Андреевич
    • Дәүләтов Әхмәт Сәғәҙәтгәрәй улы, хирургия взводы командиры
  • 944-се Дәүләт банкының ялан почтаһы (1942 йылдың 3 сентябренә ҡарата)

Дивизияның айырылып торған яугирҙары

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дивизияның 3860 яугиры ордендар һәм миҙалдар менән наградлана, 78-е — Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була, 5-һе — Дан орденының тулы кавалеры.

Рәсәй Федерацияһы Геройы

Hero of the USSR.png Советтар Союзы Геройҙары.

OrderofGlory.png Өс дәрәжә Дан ордены кавалерҙары.[5]

  • 1942 йылдың 31 июлендә «Красная звезда» гәзитендә шағир Константин Симонов башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары тураһында «В башкирской дивизии» мәҡәләһен яҙа[6].
  • Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы ойошторола (Өфө, Дим районы, Левитан урамы, 27-се йорт).
  • Дивизияның 30-йыллығы хөрмәтенә 1972 йылда Өфөлә 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһы яугирҙарына һәйкәл асыла.
  • Өфөлә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһын булдырыу буйынса штабы урынлашҡан йортта мемориаль таҡтаташ ҡуйыла.
  • Башҡортостан Республикаһының Милли музейы бинаһында 112-се Башҡорт (16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһының 78 Советтар Союзы Геройы исеме яҙылған мемориаль таҡтаташ ҡуйыла (Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14-се йорт)
  • Белая Калитва ҡалаһы янында "Үлемһеҙлек бейеклеге"ндә Советтар Союзы Геройы лейтенант А.Атаев етәкселегендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары батырлыҡ күрһәткән урында мрамор обелискыһы ҡуйылған.
  • Дивизияның беренсе командиры М. М. Шайморатовҡа тыуған ауылында һәйкәл ҡуйыла, автор — скульптор Б. Д. Фузеев.
  • «Еңеү һыбайлылары» документаль фильмы төшөрөлә (режиссёр: Әмир Тойғонов; сценаристар: Сәлимә Батисова, Әмир Тойғонов; сығарыу йылы: 2005; «Башкортостан» киностудияһы Өфө)[7]
  • Өфөлә Башҡорт кавдивизияһы урамы бар.
  • Башҡорт кавдивизияһы тыҡрығы — Өфөнөң Дим районыны Балаково ҡасабаһында.
  • 2012 йылдың 7 авгусында дивизияны булдырыуҙың 70-йыллығына арналған Өфө — Чернигов — Берлин — Өфө маршруты буйлап халыҡ-ара автойөрөш уҙғарыла[8]
  • 2018 йылдың сентябрендә Луганск Халыҡ Республикаһы дивизияға арналған «Чернухино атлы рейды» Почта маркаһын сығара. Марка «Луганск өлкәһенең немец илбаҫарҙарынан азат ителеүенең 75-йыллығына» блогына инә[9].
  • Силәбе өлкәһе Арғаяш районында Силәбе-Ҡыштым автоюл буйындағы Бәжекәй ауылы тирәһендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына һәйкәл ҡуйыла.
  • Липецк өлкәһенең Икенсе Тербуны ауылында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы булдырыуының 76-йыллығына арналған митинг үтә. 1949—1950 йылдарҙа Башкавдивизияның 246 яугиры ошо ауылдағы туғанлыҡ ҡәберендә ерләнә. Ҡәберлек өҫтөндә таш һәйкәл — дүрт ҡырлы киҫелгән пирамида ҡуйыла. 1961 йылдың 2 майынын 11 майына тиклем обелиск янында теҙ сүккән яугир скульптураһы ҡуйыла[10].
  • 2016 йылдың 8-9 майында «Башҡортостан ерҙәштәр берекмәһе» янындағы Башҡорт милли-мәҙәни «Аҡ тирмә» үҙәге ағзалары Икенсе Тербуны ауылындағы ҡәберлектә булып ҡайтҡандан һуң, уларҙың башланғысы менән Рәсәй Федерацияһы ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге ярҙамында 2018 йылдың 10 ноябрендә ҡәберлектәге һәйкәл яңыртыла: гипсобетон статуя урынында Урал оҫталары ижад иткән бронза һалдат фигураһы ҡалҡа, яңы обелискиҙа дивизия атлыларының тулы исемлеге яҙыла[10].
  • 2009 йылда Украинаның Луганск өлкәһендә (хәҙер — Луганск Халыҡ Республикаһы) Башҡорт атлылары скверы һәм башҡорт атлыларына һәйкәл асыла.
  1. Бикмеев М.А. Легендарная 16-я (112-я) гвардейская Башкирская кавалерийская дивизия. — Уфа: БИРО, 2005. — 192 с.
  2. 1 2 Акманов И. Г., Касимов С. Ф., Кульшарипов М. М., Ахмадеев Т. Х. том 2 // История Башкортостана с древнейших времён до наших дней. — Уфа: Китап, 2006
  3. 1 2 Ахмадеев Т. Х., Кузыев Р. У., Сираев З. И., Юлдашбаев Б.Х, Усманов Х. Ф. История Башкирской АССР (Учебное пособие). — Уфа.: Башкирское книжное издательство, 1980.
  4. ИА «Башинформ» 23.02.2008 Сегодня — 65 лет со дня геройской гибели генерала Шаймуратова.
  5. Кавалеры ордена Славы трёх степеней. Краткий биографический словарь — М.: Военное издательство,2000.
  6. «В башкирской дивизии» 2020 йылдың 20 февраль көнөндә архивланған.
  7. Фильм на сайте киностудии «Башкортостан».
  8. По боевому пути легендарной шаймуратовской //«Вечерняя Уфа» № 152 (12050), 9 августа 2012 г.
  9. Почта ЛНР к 75-летию освобождения Луганщины ввела в обращение новые марки  (рус.), МИА «Исток» (4 сентябрь 2018). 5 сентябрь 2018 тикшерелгән. 2018 йылдың 6 сентябрь көнөндә архивланған.
  10. 1 2 В Липецкой области открыли памятник воинам 112-й Башкавдивизии