Папышев Иван Петрович

Папышев Иван Петрович (1915 йылдың 10 марты, Чинянино[d], Муромцевский район[d] — 1999 йылдың 2 феврале, Мәскәү) — Совет Армияһы старшинаһы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1945).

Биографияһы

Иван Папышев 1915 йылдың 10 мартында Тубыл губернаһының Тарск өйәҙендәге Самохвалов улусының Чинянин ауылында тыуа[1]. Мәктәптә ете класты тамамлағандан һуң башта — колхозда, һуңынан Иркутск өлкәһенең Бодайбо ҡалаһындағы шахтала эшләй. 1936—1938 йылдарҙа Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһында кавалерия полкында хеҙмәт итә. Демобилизацияланғандан һуң, 1939 йылдан 1941 йылға тиклем СССР-ҙың НКВД органдарында эшләй — фельдъегер, Якутияның Алдан алтын приискыларында махсус элемтә хеҙмәткәре була. Уның бурыстарына айырыуса мөһим булған почта һәм посылкаларҙы, бик йәшерен һәм хеҙмәт документтарын һаҡлау, адресатҡа оператив алып барып еткереү һәм аттарҙа Алдан приискыларынан алтын ташыу инә[2].

1941 йылда ҡабаттан армияға саҡырыла. 1942 йылдың авгусынан Бөйөк Ватан һуғышына китә[3]. Ауыр яраланып госпиталдә дауаланғандан һуң, 1943 йылда 7-се гвардия кавалерия корпусының 16-сы гвардия кавалерия дивизияһындағы 60-сы полкына ебәрелә һәм артабан разведка взводы командиры итеп тәғәйенләнә.

1944 йылдың 28 июлендә Хелмск-Люблин операцияһы өсөн беренсе наградаһын — Ҡыҙыл Йондоҙ орденын ала. Черниговтан Бранденбургҡа (Германия) тиклем хәрби юл үтә, Десна, Днепр, Көнбайыш Буг, Висла, Одер йылғаларын аша сығыуҙа ҡатнаша[4].

1945 йылдың ғинуарына гвардия старшинаһы дәрәжәһендә 1-се Белорус фронтындағы 69-сы армияның 7-се гвардия кавалерия корпусы 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 60-сы гвардия кавалерия полкының разведка взводына командалыҡ итә. Польшаны азат итеүҙә батырлыҡтар күрһәтә. 1945 йылдың 17-18 ғинуарында Томашувты азат итеү өсөн алыштарҙа разведкаға барып, командование өсөн мөһим мәғлүмәттәр туплай. Варта йылғаһын аша сыҡҡанда старшинаның взводы дошман миномет позицияларын тар-мар итә, 9 миномет расчетын юҡ итә. Висланан Одерға тиклем алыштарҙа ҡатнашып, уның взводы дошмандың хәрби мөлкәте урынлашҡан 20-нән ашыу келәтен баҫып ала, 76 дошман һалдатын һәм офицерын әсир төшөрә[3].

1945 йылдың 24 июнендәге тарихи Еңеү Парадында ҡатнаша. Берлиндан Мәскәүгә килтерелгән Еңеү Байрағын күтәреп барған парад расчетына инә[5].

1946 йылда демобилизациялана. Мәскәүҙә йәшәй. 1946—1989 йылдарҙа Мәскәү полиметалдар заводында эшләй. 1989 йылда хаҡлы ялға сыға. 1999 йылдың 2 февралендә вафат була, баш ҡаланың Котляков зыяратында ерләнә[3].

Наградалары һәм маҡтаулы исемдәре

Хәтер

  • И. П. Папышевтың исеме 112-се (16-сы гвардия Чернигов) Башҡорт кавалерия дивизияһының 78 Советтар Союзы Геройы исемдәре менән бер рәттән Башҡортостан Республикаһының Милли һәм 112-се (16-сы гвардия Чернигов) Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында урынлашҡан мемориаль таҡталарҙа алтын хәрефтәр менән уйып яҙыла[8].
  • Саха (Яҡут) Республикаһының Алдан районындағы Ленин ҡасабаһында 1965 йылда Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 20 йыллығы хөрмәтенә Советтар Союзы Геройҙарына һәйкәл ҡуйыла, унда разведчик-кавалерист И. П. Папышевтың да исеме теркәлә[9].
  • Алдан ҡалаһындағы урамдарҙың береһе Герой исемен йөрөтә[10]. Алдан ҡала халыҡ депутаттары Советы башҡарма комитетының 1985 йылдың 20 мартындағы ҡарары менән Стадион тыҡрығы Советтар Союзы Геройы И. П. Папышев исемендәге урам тип үҙгәртелә.
  • 1986 йылда Алдан ҡалаһында Еңеү мемориалы асыла. Мемориал составына обелиск инә, унда ҡаланың ете Советтар Союзы Геройының, шул иҫәптән И. П. Папышевтың да исеме мәңгеләштерелә[11].
  • 2011 йылдың 8 майында Алдан Геройҙары аллеяһын асыу тантанаһы үтә[2].
  • Омск өлкәһенең Муромцев районы Муромцев ҡасабаһындағы «Герой — яҡташтар» стендында фотоһы урын алған. Уның исеме менән урам атала, ә тыуған яғында мемориаль таҡтаташ асыла[12][13].

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ Ныне Муромцевский район Омской области
  2. ↑ 1 2 Грызлова Л. Герой Советского Союза Иван Папышев: из архивов Алданского историко-краеведческого музея. old.ysia.ru (11 март 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ғинуар 2026.
  3. ↑ 1 2 3 4 Папышев Иван Петрович. warheroes.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ғинуар 2026.
  4. ↑ Великая Отечественная война. muromcevskiymuzey.omsk.muzkult.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ғинуар 2026.
  5. ↑ Папышев (Папшев) Иван Петрович. kraeved.omsklib.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ғинуар 2026.
  6. ↑ Документы о награждении. Память народа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ғинуар 2026.
  7. ↑ Документы о награждении. Память народа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ғинуар 2026.
  8. ↑ Папышев Иван Петрович. petrlib.ucoz.ru (2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ғинуар 2026.
  9. ↑ Памятник алданцам — Героям Советского Союза, павшим в годы Великой Отечественной войны. kraeved.aldanlib.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ғинуар 2026.
  10. ↑ Улица Папышева. yandex.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ғинуар 2026.
  11. ↑ Героям Великой Отечественной войны. yandex.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ғинуар 2026.
  12. ↑ Улица Папышева. yandex.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ғинуар 2026.
  13. ↑ Папышеву Ивану Петровичу. yandex.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ғинуар 2026.

Әҙәбиәт

  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
  • Ахмадиев Т. Х. Башкирская гвардейская кавалерийская. 112bkd.ru (1999).
  • Герои атомного проекта. — Саров, 2005.
  • Избеков Д. Д. Золотые Звезды. Якутск, 1972.
  • Автор-составитель Ф. Н. Вахитов. Слава башкирских конников. 112bkd.ru. Китап (2005).
  • Шлевко Г. М. Ради жизни на земле. — Омск, 1972.
  • Папышев Иван Петрович. 112bkd.ru.