Старшина
Старшина — 1935 йылдан башлап СССР Ҡораллы Көстәренең һәм Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренең сержанттар (старшиналар) составындағы (1946 йылға тиклем кесе командирҙар (кесе начальниктар) составындағы) хәрби хеҙмәткәрҙәренең хәрби званиеһы. СССР Үҙәк Башҡарма Комитетының 1935 йылдың 22 сентябрендәге 19-сы һәм СССР Халыҡ Комиссарҙары Советының 2135-се Ҡарарҙары[1] менән индерелә, Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәрендә лә һаҡлана[2]. Ғәмәлдәге положение буйынса сержант вазифаларында 6 айҙан күберәк хеҙмәт иткән һәм штат буйынса старшина дәрәжәһе ҡаралған вазифаларға тәғәйенләнгән иң яҡшы өлкән сержанттарға, шулай уҡ запасҡа сыҡҡанда ыңғай аттестацияланған өлкән сержанттарға бирелә.
Хәрби-диңгеҙ флотының һыу өҫтө һәм һыу аҫты көстәрендә һәм Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Яр буйы һағы частарында старшина дәрәжәһенә баш карап старшинаһы тап килә. Шулай уҡ Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең хәрби-диңгеҙ частарында түбәнге баш старшина, 1-се статья старшинаһы һәм 2-се статья старшинаһы дәрәжәһе бар. 1940 йылдан 1971 йылға тиклем СССР Дәүләт именлеге комитетының хәрби-диңгеҙ частарында һәм Сик буйы ғәскәрҙәре диңгеҙ частарындағы йөҙөү составында старшина званиеһына мичман тап килгән.
1940 йылға тиклем СССР НКВД-һының хәрби-диңгеҙ флоты һәм диңгеҙ сик буйы һағы составында Ҡыҙыл Армияның Ҡоро ер һәм Хәрби-һауа көстәре старшинаһы дәрәжәһенә тап килгән хәрби звание булмай. 1935 йылдан 1940 йылға тиклем РККА-ның Диңгеҙ флотында (СССР-ҙың Хәрби-диңгеҙ флоты) һәм НКВД-ның диңгеҙ сик һағында үҙенең «флот» старшина званиеһы була, әммә ул «ҡоро ер» рангынан түбәнерәк, һәм РККА-ның Ҡоро ер көстәре һәм Хәрби-һауа көстәре кесе взвод командиры званиеһына тап килә.
1936 йылдан башлап СССР һәм Рәсәй Федерацияһы хоҡуҡ һаҡлау органдарының кесе етәксе составы хеҙмәткәрҙәренең, шулай уҡ 1991 йылдан һуң Рәсәйҙең башҡа федераль башҡарма власть органдарының махсус званиеһы, улар өсөн тейешле норматив-хоҡуҡи акттар менән был званиелар билдәләнгән. Беренсе тапҡыр старшина махсус званиеһы СССР НКВД-һы Эшсе-крәҫтиән милицияһының шәхси составы өсөн СССР Үҙәк Башҡарма Комитетының һәм Халыҡ Комиссарҙары Советының 1936 йылдың 26 апрелендәге берлектәге Ҡарары менән индерелә[3]. Түбәнге махсус звание — айырым командир, ранг буйынса киләһе — «милиция сержанты». СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 9 февралендәге Указы менән старшина махсус званиеһы урынына яңы — «милиция старшинаһы» индерелә.
Федераль башҡарма власть органдарында
Старшина махсус званиелары Рәсәй Федерацияһының түбәндәге федераль башҡарма власть органдарында бар (исемлек 2016 йылдың 1 июненә ҡарата килтерелгән):
• Рәсәй Эске эштәр министрлығы — полиция старшинаһы, эске хеҙмәт старшинаһы, юстиция старшинаһы;
• Рәсәй Федераль яза башҡарыу хеҙмәте — эске хеҙмәт старшинаһы;
• Рәсәй дәүләт фельдъегер хеҙмәте — эске хеҙмәт старшинаһы;
• Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының дәүләт янғын хеҙмәте — эске хеҙмәт старшинаһы;
• Росгвардия — полиция старшинаһы[4].
Федераль дәүләт гражданлыҡ хеҙмәтенең класс чиндары, хәрби һәм махсус званиелар, юстиция класс чиндары нисбәте таблицаһына ярашлы, юғарыла һанап үтелгән старшиналарҙың махсус званиелары ранг буйынса РФ Ҡораллы Көстәре старшинаһы (баш карап старшинаһы) званиеһына тап килә[5].
Хәрби һәм башҡа вазифа
СССР һәм Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренең сержант һәм старшиналар составындағы (1946 йылға тиклем кесе командирҙар [кесе начальниктар] составындағы) хәрби хеҙмәткәрҙәр өсөн ротала (батареяла, эскадронда, авиаэскадрильяла), шулай уҡ караптарҙа һәм судноларҙа түбәндәге хәрби вазифалар индерелгән һәм улар өсөн тейешле яуаплылыҡ даирәләре, бурыстар билдәләнгән:
• Рота (батарея, эскадрон, эскадрилья) старшинаһы — үҙенең подразделениеһы һалдаттары һәм сержанттарының туранан-тура начальнигы; уларҙың дөрөҫ хеҙмәт итеүе, хәрби дисциплина, эске тәртип, ҡорал һәм башҡа мөлкәтте һаҡлау өсөн яуаплы. Рота командирына буйһона һәм офицерҙар булмағанда уның бурыстарын үтәй. Рота старшинаһы (батарея һ.б.) вазифаһына прапорщик һәм сержант дәрәжәһендәге хәрби хеҙмәткәрҙәр тәғәйенләнә.
• Команда (төркөм) старшинаһы Хәрби-диңгеҙ флоты һәм Яр буйы һағы караптарында һәм судноларында (элек сик буйы ғәскәрҙәренең диңгеҙ частары) төркөм командирына (батарея, дивизион, хәрби частар, хеҙмәт начальнигына) буйһона, команданың (төркөмдөң) шәхси составының туранан-тура начальнигы булып тора һәм команда (төркөм) ҡуйған бурыстарҙы үтәгәне; команданың (төркөмдөң) шәхси составының уҡыуы, тәрбиәһе, хәрби дисциплинаһы һәм әхлаҡи-психологик торошо; команда (төркөм) ҡарамағындағы ҡоралдарҙы һәм техник сараларҙы файҙаланыу һәм уларҙың торошо; командала (төркөмдә) буйһоноусыларға карап наряды хеҙмәтен үтәгәне һәм эске тәртип; команданың (төркөм) мөлкәтенең һаҡланыуы һәм төҙөк торошо өсөн яуап бирә[6]. Командаларҙың (төркөмдәрҙең) старшиналары вазифаларының атамалары уларҙың хәрби һөнәренә ярашлы бүленә: строй старшинаһы, руль старшинаһы, сигнал старшинаһы, машина старшинаһы, трюм старшинаһы һ. б.
• Рәсәйҙә ведомство һағы хеҙмәткәре вазифаһы[7][8][9]. Мәҫәлән, «Росатом» дәүләт корпорацияһының ведомство һағында старшина ҡорал, боеприпастар, мөлкәт һәм инвентарҙы иҫәпкә алыуҙы, һаҡлауҙы һәм файҙаланыуҙы ойоштора, уларҙы инструкция талаптарына ярашлы ҡарай. Шулай уҡ ҡорал, мөлкәт һәм инвентарҙы ваҡытында ремонтлауҙы ойоштора. Тағы ла ведомство һағы подразделениеһы хеҙмәткәрҙәрен иҫәпкә ала, уларҙы кейем һәм аяҡ кейеме, караулда торғандарҙы пост кейеме менән тәьмин итә. Эске тәртипте һәм бинаның таҙалығын контролдә тота. Бүлексә етәкселеге күрһәтмәһе буйынса объектты һаҡлау буйынса хеҙмәттең үтәлешен тикшерә[10].
• Рәсәй империяһында XIX—XX быуаттарҙа Кавказда, Волга буйында һәм Урта Азияла улустар булмағанда батша хакимиәте тарафынан һайлап ҡуйылған йәки тәғәйенләнгән башҡарма орган (мәҫәлән, Чечняла Рәсәй подданныйлығын ҡабул иткән ауылдарҙа), шулай уҡ улус старостаһы вазифаһын башҡарыусы ауыл йәмғиәте башлығы вазифаһы.
СССР һәм Рәсәй Федерацияһында хәрби званиеларҙың эҙмә-эҙлелеге
| Осор | Кесе звание | Старшина | Оло звание | ||
|---|---|---|---|---|---|
| СССР | 1935 йылдан | Отделение командиры |
Лейтенант (1937 йылға тиклем)
Кесе лейтенант (1937 йылдан) | ||
Кесе взвод командиры | |||||
| 1940 йылдан | Өлкән сержант | ||||
| 1971 йылдан | Прапорщик | ||||
| РФ | 1991 йылдан | ||||
| 1993 йылдан | |||||
Рәсәй империяһында, СССР-ҙа һәм Рәсәй Федерацияһында старшинаның айырма билдәләре
Иҫкәрмәләр
- ↑ Книга: Советская военная энциклопедия — С. 532.
- ↑ Федеральный закон Российской Федерации от 28 март 1998 йыл № 53-ФЗ. «О воинской обязанности и военной службе». C изменениями и дополнениями. СПС «Кодекс». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 сентябрь 2016. Архивировано 15 сентябрь 2016 года.
- ↑ Постановление ЦИК СССР, СНК СССР от 26.04.1936. «О специальных званиях и знаках различия личного состава Рабоче-крестьянской милиции НКВД СССР». СПС «КонсультантПлюс». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 ғинуар 2017.
- ↑ Указ Президента РФ от 30 сентябрь 2016 йыл № 510. «О Федеральной службе войск национальной гвардии Российской Федерации». Официальное опубликование правовых актов. Официальный интернет-портал правовой информации ГСПИ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 октябрь 2016. Архивировано 19 ноябрь 2016 года.
- ↑ Федеральная государственная служба Российской Федерации 1991—2016 гг. Табель о рангах. Сайт «Атрибуты государственной власти». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 сентябрь 2016. Архивировано 23 сентябрь 2016 года.
- ↑ В. Вальков. Старшина команды. Россия. Центральный Военно-Морской Портал. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 ноябрь 2016. Архивировано 28 октябрь 2017 года.
- ↑ Постановление Госстандарта РФ от 26.12.1994 № 367 <О принятии и введении в действие Общероссийского классификатора профессий рабочих, должностей служащих и тарифных разрядов ОК 016-94>
- ↑ Приказ Росжелдора от 26.05.2015 № 198 «О реализации отдельных положений Кодекса Российской Федерации об административных правонарушениях»
- ↑ Приказ Министра обороны РФ от 23.04.2014 № 255 «О мерах по реализации в Вооруженных Силах Российской Федерации постановления Правительства Российской Федерации от 5 августа 2008 г. N 583»
- ↑ Приказ Минздравсоцразвития России от 10.12.2009 № 977 "Об утверждении Единого квалификационного справочника должностей руководителей, специалистов и служащих", раздел «Квалификационные характеристики должностей работников организаций атомной энергетики»
- ↑ 1 2 Приказ МВД России № 371 от 2 октябрь 1995 йыл. «О военной форме одежды, знаках различия по воинским и специальным званиям, и правилах их ношения». C изменениями внесёнными Приказом МВД России № 295 от 21 апрель 2005 йыл. СПС «Кодекс». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 сентябрь 2016. Архивировано 23 сентябрь 2016 года.
- ↑ Приказ МВД России № 30 от 19 ғинуар 2016 йыл. «Об утверждении Правил ношения военнослужащими внутренних войск Министерства внутренних дел Российской Федерации военной формы одежды, знаков различия, ведомственных знаков отличия и иных геральдических знаков». C приложением «Правила ношения военнослужащими внутренних войск Министерства внутренних дел Российской Федерации военной формы одежды, знаков различия, ведомственных знаков отличия и иных геральдических знаков». СПС «Кодекс». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 сентябрь 2016. Архивировано 2 октябрь 2016 года.
- ↑ Приказ МВД России № 372 от 2 август 1994 йыл. «О мерах по реализации Постановления Правительства Российской Федерации от 3 май 1994 йыл № 445». C изменениями, внесёнными Приказами МВД России № 311 от 12 август 1995 йыл, № 242 от 30 апрель 1996 йыл, № 669 от 21 июнь 2000 йыл и № 648 от 19 июль 2007 йыл. Законодательная база Российской Федерации — ZakonBase.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 сентябрь 2016. Архивировано 2 октябрь 2016 года.
- ↑ Приказ МВД России № 575 от 26 июль 2013 йыл. «Об утверждении Правил ношения сотрудниками органов внутренних дел Российской Федерации форменной одежды, знаков различия и ведомственных знаков отличия». C приложением «Правила ношения сотрудниками органов внутренних дел Российской Федерации форменной одежды, знаков различия и ведомственных знаков отличия» (с изменениями и дополнениями). СПС «Кодекс». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 сентябрь 2016. Архивировано 2 октябрь 2016 года.