Кесе лейтенант
Кесе лейтенант (рус. младший лейтенант; өсөнсө лейтенант, франц. lieu tenant — урынбаҫар, «lieu» — урын һәм «tenant» — биләүсе) — СССР һәм Рәсәй Ҡораллы Көстәре кесе офицерҙар составының беренсел хәрби званиеһы һәм көс структуралары хеҙмәткәрҙәренең махсус званиеһы (ҡағиҙә булараҡ, өҫтәмә менән, миҫал: полиция кесе лейтенанты һәм башҡалар).
СССР Ҡораллы Көстәрендә 1937 йылдың 5 авгусында СССР Үҙәк Башҡарма Комитетының һәм СССР Халыҡ Комиссарҙары Советының 1935 йылдағы хәрби званиелар индереү тураһындағы ҡарарына өҫтәмә итеп индереләr[1]. Элек СССР Ҡораллы Көстәрендә был звание урта махсус уҡыу йорттарын тамамлаусыларға, ә һуғыш ваҡытында — офицерҙар әҙерләү буйынса тиҙләтелгән курс тамамлаусыларға бирелгән була[1]. Дан орденының барлыҡ өс дәрәжәһе кавалерҙары булған старшиналар ҙа шулай уҡ кесе лейтенант хәрби званиеһын алыу хоҡуғына эйә була[2].
СССР һәм Рәсәй Ҡораллы Көстәрендә кесе лейтенанттың
| Хәрби звание | Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы |
СССР-ҙың Совет Армияһы | ||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Петлицала погонда |
||||||||||
| Взвод командиры (1919—1924) |
петлицала знак (1924—1935) |
… (1935—1943) |
… Танк ғәскәрҙәре (1935—1943) |
… ВВС (1935—1943) |
погонда Ҡоро ер ғәскәрҙәре (1943—1955) |
… ялан формаһында (1943—1955) |
… Хәрби-Диңгеҙ флоты (1943—1955) |
… парад формаһында СВ (1955—1991) |
… BBC (1955—1991) | |
Погондағы йондоҙҙар ситтән 45 мм алыҫлыҡта (һүрәттә — аҫтан) урталағы һыҙыҡҡа ҡуйыла.
| Кесерәк хәрби звание: Өлкән прапорщик |
Кесе лейтенант |
Юғарыраҡ хәрби звание: Лейтенант |
Башҡа илдәрҙең Ҡораллы көстәрендә кесе лейтенанттың айырыу билдәләре өлгөләре
| Айырыу билдәләре | |||||||||||
| ил | Болгария |
ГДР |
Румыния |
Чехословакия |
Венгрия |
Югославия | |||||
| погон йәки ҡулсалағы билдә |
Datoteka:Potporučnik JNA.jpg | ||||||||||
| Ҡораллы көстәр төрө | Армия | ВВС | ВМФ | Ҡоро ер ғәскәрҙәре | Фольксмарине | Армия | Армия | Армия | Армия | ||
| оригиналь атама | Кесе лейтенант (2010 йылға тиклем) |
Унтер-лейтенант (Unterleutnant) (1956—1990) |
Sublocotenent (1960—1992) |
Podporučík (1960—1992) |
Alhadnagy (1951—1990) |
Potporučník/Potporućnik (1960—1992) | |||||
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Книга:Советская военная энциклопедия
- ↑ Полные кавалеры ордена Славы. Красноярский край. – Красноярск: ООО «Издательство Поликор», 2016. – 192 с. : ил. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 май 2021. Архивировано 30 август 2021 года.
Әҙәбиәт
- Советская военная энциклопедия.
- Чаропка Станіслаў. Станаўленне сістэмы знакаў адрознення ў арміі ВКЛ (белор.) // Актуальные проблемы в изучении и преподавании общественно-гуманитарных дисциплин: сб. статей. / Гл. ред. В. А. Космач. — Витебск: Международный университет МИТСО, 2012.