9 февраль
9 февраль (рус. 9 февраля) — рәсми календарь буйынса йылдың 40-сы көнө. Йыл аҙағына тиклем 325 көн ҡала (кәбисә йылында 326). Мосолман календары буйынса 1446 йылдың Шәғбан айының 10-сы көнө. Өфөлә ☀️Ҡояш 8 сәғәт 40 минутта ҡалҡа, 17 сәғәт 57 минутта бата. Көн оҙонлоғо 🕒 9 сәғәт 17 минут. 🌔 Тулыусы Ай (йәше 10.92 көн).
← февраль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | |||||
3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
24 | 25 | 26 | 27 | 28 | ||
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер:
- Волейболдың тыуған көнө.
- Пицца көнө.
- «Эшкә — велосипедта» көнө.
Ер: Халыҡ-ара теш табиптары көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Граждандар авиацияһы хеҙмәткәрҙәре көнө.
- 474 йыл: Зенон Исавр Византия императоры итеп иғлан ителә (474 йылдың ноябренә тиклем улы Лев менән бергә).
- 1552 йыл: Чилиҙың беренсе губернаторы конкистадор Педро де Вальдивия Санта-Мариа-ля-Блака-де-Вальдивия ҡалаһына нигеҙ һала.
тулы исемлек
- 1601 йыл: Испанияның баш ҡалаһы ҡабат Вальядолидҡа күсерелә.
- 1621 йыл: 234-се Рим папаһы итеп Алессандро Людовизи һайлана, ул Григорий XV исемен ҡабул итә.
- 1801 йыл: Люневиль ҡалаһында Франция менән Австрия араһында солох килешеүе төҙөлә.
- 1885 йыл: Мәскәүҙә Рәсәй империяһындағы тәүге түләүһеҙ китапхана-уҡыу бүлмәһе асыла.
- 1849 йыл: Гарибальди тәҡдиме менән Римдә республика иғлан ителә.
- 1886 йыл: М. П. Мусоргскийҙың «Хованщина» операһының премьераһы була.
- 1893 йыл: Миланда «Ла Скала» театрында Джузеппе Вердиҙың «Фальстаф» операһының премьераһы була.
- 1896 йыл: Санкт-Петербургтың Йосопов баҡсаһында фигуралы шыуыу буйынса тәүге донъя чемпионаты уҙа.
- 1897 йыл: Рәсәй империяһында тәүге халыҡ иҫәбен алыу үтә.
- 1900 йыл: АҠШ-тың егерме йәшлек тенниссыһы Двайт Ф. Дэвис артабан уның исемен алған Дэвис Кубогына нигеҙ һала.
- 1920 йыл: Парижда Шпицберген трактатына ҡул ҡуйыла, ул архипелагтың халыҡ-ара хоҡуҡи статусын билдәләй.
- 1923 йыл: В. И. Ленин РСФСР-ҙың граждандар һауа флотын төҙөү тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуя.
- 1923 йыл: Стэнли Мельбурн Брюс Австралияның премьер-министры итеп тәғәйенләнә.
- 1924 йыл: Әзербайжан ССР-ы составында Нахичеван АССР-ы ойошторола.
- 1931 йыл]: Союзкино Үҙәк фабрикаһы — «Мосфильм»ды тантаналы асыу һәм беренсе кино төшөрөү көнө.
- 1934 йыл]: Гастон Думерг Францияның премьер-министры итеп тәғәйенләнә.
- 1938 йыл]: Башҡорт АССР-ының беренсе гербы раҫлана.
- 1938 йыл]: Афинала Версаль килешеүенән һуң урынлашҡан көстәр нисбәтен һаҡлау маҡсатында Греция, Румыния, Төркиә һәм Югославияның хәрби-сәйәси берлеге төҙөлә («Балҡан Антантаһы»).
- 1942 йыл]: Таутөмән ҡасабаһында 134-се миномёт полкы ойошторола.
- 1948 йыл]: Токиола Бөтә донъя айкидо үҙәге Айкикай асыла.
- 1964 йыл]: IX Ҡышҡы Олимпия уйындары тамамлана. Миҙалдар һаны буйынса СССР спортсылары алда була.
- 1990 йыл: Намибияның Милли ассамблеяһы ултырышында Намибияның Конституцияһы ҡабул ителә.
- 1990 йыл: Польшаның гербындағы бөркөткә ҡабат таж «кейҙерелә».
- 1991: Литваның СССР-ҙан бойондороҡһоҙлоғо хаҡында референдум уҙғарыла. Унда теркәлгән һайлаусыларҙың 80 проценты ҡатнаша һәм уларҙы дүрттән өс өлөшө бойондороҡһоҙлоҡто тергеҙеү өсөн тауыш бирә.
- 1995 йыл: Өфөлә Дүртөйлө һәм Хәйбулла райондары көндәре асыла.
- 1996 йыл: Германияның Дармштадт ҡалаһындағы Ауыр иондар институтында 112-се элемент «коперниций»ҙы асыу тураһында иғлан ителә.
- 2001 йыл: Таксин Чиннават Таиландтың премьер-министры вазифаһына тәғәенләнә.
- 2004 йыл: Әзербайжандың Ләнкәран һәм Астара райондарында Һирҡан милли паркы булдырыла.
- 2009 йыл: Ҡала советы ҡарары менән Далай-ламаға Римдың хөрмәтле гражданы исеме бирелә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Солтанова Гөлсәсәк Рәфит ҡыҙы (1975—11.10.2021), әҙәбиәт белгесе-ғалим. 1999 йылдан Өфө ҡалаһының 114-се урта мәктәбе уҡытыусыһы, 2000—2007 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының башҡорт әҙәбиәте һәм фольклоры кафедраһы ассистенты, өлкән лаборанты һәм уҡытыусыһы, 2007 йылдан — юғары уҡыу йортоноң административ-идара аппараты белгесе; артабан — Өфө күп профилле һөнәри колледж уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты (2008). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Мәләкәҫ ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Кәлимуллин Әсхәт Хәбибулла улы (1931—29.12.2010), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1964—1977 йылдарҙа Учалы районы «Поляковка» совхозы директоры, 1977—1991 йылдарҙа район ауыл хужалығы идаралығы начальнигы, агросәнәғәт берекмәһе рәйесе — район Советы башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры, райондың почётлы гражданы (2008). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Ютазы районы Ҡарашлы ауылынан.
- Халиҡов Ғабдулхак Әбйәлил улы (1931—30.09.2007), инженер-механик-ғалим. 1973 йылдан (өҙөклөк менән) Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1983 йылға тиклем теоретик механика һәм гидродинамика, 1991—1998 йылдарҙа физик гидродинамика кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1992—1993 йылдарҙа физика факультеты деканы. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы академигы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991), техник фәндәр докторы (1971), профессор (1972). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1979).
тулы исемлек
- Кутузов Геннадий Николаевич (1946), муниципаль орган хеҙмәткәре. 1997—2005 йылдарҙа Өфө ҡала хакимиәтенең физик культура һәм спорт комитеты рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура һәм спорт хеҙмәткәре.
- Яҡупов Баязит Зәки улы (1951), педагог. 1973—1984 йылдарҙа Мәсетле районы Әләгәҙ урта мәктәбенең математика уҡытыусыһы, директорҙың тәрбиә эштәр буйынса урынбаҫары, 1984—2011 йылдарҙа – мәктәп директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (2006) һәм мәғариф алдынғыһы (1995). Сығышы менән ошо райондың Оло Ҡыҙылбай ауылынан.
- Фәнүр Ғилманов (1956), журналист. 1986 йылдан «Ҡыҙыл таң» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2006), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2011).
- Ғиниәтуллин Рафаҡ Хизбулла улы (1961), биолог-ғалим. 1983 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Биология институты хеҙмәткәре, 2001 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр. Биология фәндәре докторы (2019). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Тимерәк ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Солтанов Мостафа Кәрим улы (1912—18.02.2009), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан журналист. 1951–1963 йылдарҙа «Совет Башҡортостаны» гәзите хеҙмәткәре; 1965 йылдан Күмертау район гәзитенең мөхәррир урынбаҫары; 1984–1990 йылдарҙа Кумертау район музейы директоры. 1960 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1977), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1992). II дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1942), 2-се (1945) һәм 3-сө (1945) дәрәжә Дан ордендары кавалеры, Күмертау ҡалаһының почётлы гражданы.
- Любимов Борис Фёдорович (1927—2.10.2013), төҙөүсе. 1969—1987 йылдарҙа Өфөләге «Башстройдеталь» берекмәһе директоры; 1994—2010 йылдарҙа Башҡортостан Архитекторҙар союзы директоры һәм башҡарма директоры. РСФСР-ҙың (1981) һәм Башҡорт АССР-ының (1977) атҡаҙанған төҙөүсеһе. Октябрь Революцияһы (1986), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм ике «Почёт Билдәһе» (1965, 1976) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Новгород өлкәһенең Чудов районы Селищи ауылынан.
тулы исемлек
- Ишбаев Кәрим Ғайса улы (1937—15.03.2015), башҡорт тел белгесе-ғалим, педагог. 1976—2015 йылдарҙа хәҙерге Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1977 йылдан — башланғыс белем биреү педагогикаһы һәм методикаһы кафедраһы мөдире, 1983 йылдан — башланғыс кластар факультетының декан урынбаҫары, 1990 йылдан башҡорт һәм рус филологияһы һәм уҡытыу методикаһы кафедраһы мөдире. Филология фәндәре докторы (1996), профессор (2000). Рәсәй Федерацияһының (2009) һәм Башҡортостан Республикаһының (2002) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы (1992), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2005). Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев исемендәге премияһы лауреаты (2007). Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1986).
- Һөйәрғолов Нурмөхәмәт Әлибай улы (1937), тел белгесе-ғалим. 2007—2012 йылдарҙа хәҙерге Башҡорт дәүләт университеты Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты (2004), доцент (2007). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1994) һәм мәғариф отличнигы (1997). Йөҙөү буйынса Башҡортостан чемпионы һәм рекордсыһы (1954).
- Һатыбалдина Сәниҙә Тимерхан ҡыҙы (1942—26.08.2016), педагог-методист. 1973—2014 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1987—1989 һәм 1991—2007 йылдарҙа химия кафедраһы мөдире. Биология фәндәре кандидаты (1971), профессор (1993). Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1983), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1997).
- Камалиев Мәснәүи Зәкирйән улы (1947), инженер-химик. «Каустик» берекмәһенең элекке инженер-технологы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы.
- Латипов Ринат Ниғәмәтйән улы (1947), спортсы һәм тренер, йәмәғәтсе. 1988 йылдан Олимпия резервының велосипед спорты буйынса махсуслашҡан балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең өлкән тренеры, 2004 йылдан — директоры, бер үк ваҡытта 1988 йылдан Өфөләге «Ағиҙел» олимпия әҙерлеге үҙәге директоры һәм 2000 йылдан Рәсәй йыйылма командаһының өлкән тренеры. 1995 йылдан Башҡортостандың Велосипед спорты федерацияһы рәйесе. Велосипед спорты буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (1997), СССР-ҙың спорт мастеры (1968); Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1994). Дуҫлыҡ (2002) һәм Салауат Юлаев (2000) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Яңы Ихсан ауылынан.
- Волков Олег Андреевич (1952), инженер-механик. 1985—2017 йылдарҙа Салауат ТЭЦ-ы хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы (2006). СССР-ҙың энергетика һәм электрификация отличнигы (1991), почётлы энергетик (2003). Сығышы менән Елец ҡалаһынан.
- Хәкимова Фәнүзә Әҡсән ҡыҙы (1972), мәғариф хеҙмәткәре. 1995 йылдан Бөрйән районы Иҫке Собханғол урта мәктәбенең физика уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2002).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Баҡтыбаев Ильяс Йәмлихә улы (1928—1.11.2011), ауыл хужалығы, партия һәм профсоюз органдары хеҙмәткәре. 1969—1988 йылдарҙа авиация сәнәғәте эшселәре профсоюзының Башҡортостан өлкә комитеты рәйесе, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981). Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1978). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районының Аҡъяр ауылынан.
- Исхаҡов Фәнис Ғәйнетдин улы (1938), иҡтисадсы-ғалим, инженер-механик, партия һәм дәүләт органдары, газ сәнәғәте тармағы хеҙмәткәре, спортсы. 1975—1978 йылдарҙа «Баштрансгаз» производство берекмәһе директоры, 1986—1988 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының 11-се саҡырылыш (1985—1990) Юғары Советы депутаты. Иҡтисад фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе. Рәсәй Федерацияһы газ сәнәғәтенең почётлы хеҙмәткәре. Бокс буйынса СССР-ҙың спорт мастеры.
тулы исемлек
- Иващенко Валентина Васильевна (1948), элемтәсе. 1964—2005 йылдарҙа (өҙөклөк менән) Салауат ҡала элемтә узелы хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған элемтәсеһе (2002). Сығышы менән Белорет ҡалаһынан.
- Середа Нина Алексеевна (1948), тупраҡ белгесе‑агрохимик-ғалим. 2000—2009 йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университетының агрохимия кафедраһы мөдире. Биология фәндәре докторы (1999), профессор (2004). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2004). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ ауылынан.
- Сәлихов Шамил Абзал улы (1953), табип-хирург, йәмәғәтсе. 2002—2016 йылдарҙа Ҡариҙел район үҙәк дауаханаһының баш табибы, баш табип урынбаҫары, поликлиника хирургы. 2021 йылдан райондың йәмәғәт палатаһы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2002). Сығышы менән ошо райондың Ҡариҙел ауылынан.
- Түлебаева Венера Әүхәҙи ҡыҙы (1958), китапханасы, дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1984 йылдан Ейәнсура үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры, 2002 йылдан Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығын баш эксперт-белгесе, артабан Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана директоры урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылынан.
- Зөбәйҙуллин Айҙар Хизбулла улы (1963), бейеүсе, балетмейстер. 2015—2022 йылдарҙа Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы директоры, бер үк ваҡытта 2008 йылдан М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1997). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2021).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мәрҙәмшин Рифмир Рәхмәтулла улы (1954), тарихсы-ғалим, комсомол һәм именлек органдары хеҙмәткәре, юғары хәрби һәм урта һөнәри мәктәп уҡытыусыһы. 2011 йылдан Октябрьский коммуналь-төҙөлөш техникумы (2014 йылдан колледж) директоры. Тарих фәндәре кандидаты (1995). Подполковник.
- Шәйәхмәтов Бикйән Әхмәҙиә улы (1959), мәҙәниәт хеҙмәткәре, бейеүҙәр ҡуйыусы. 1980—2012 йылдарҙа Хәйбулла районы Подольск ауыл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1986). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Ҡолсора ауылынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1441 йыл: Алишер Навои, Урта Азия төрки халыҡтары шағиры.
- 1887 йыл: Василий Иванович Чапаев, Ҡыҙыл Армия командиры, Граждандар һуғышы геройы.
тулы исемлек
- 1915 йыл: Борис Андреев, театр һәм кино актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1962).
- 1920 йыл: Григорий Речкалов, СССР-ҙың хәрби хеҙмәткәре, авиация генерал-майоры, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы.
- 1925 йыл: Валентин Зорин, СССР һәм Рәсәй политологы, журналист, яҙыусы, СССР һәм РСФСР-ҙың дәүләт премиялары лауреаты.
- 1925 йыл: Лидия Князева, театр һәм кино актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1970).
- 1881 йыл: Фёдор Михайлович Достоевский, Рәсәй империяһы яҙыусыһы.
- 1954 йыл: Ғәбделәхәт Вилданов, башҡорт тел белгесе, фольклорсы һәм этнограф.