Мәрҙәмшин Рифмир Рәхмәтулла улы

Рифмир Рәхмәтулла улы Мәрҙәмшин (рус. Мардамшин Рифмир Рахматуллович1954 йылдың 9 феврале, Рәтамаҡ, Башҡорт АССР-ы) — Рәсәй ғалиы, тарихсы, мәғариф, комсомол һәм именлек органдары хеҙмәткәре. 2011 йылдан Октябрьский коммуналь-төҙөлөш техникумы (2014 йылдан колледж) директоры. Тарих фәндәре кандидаты (1995). Отставкалағы подполковник. Рәсәй Федерацияһының почётлы тәрбиә һәм мәғариф хеҙмәткәре (2020).

Биографияһы

Рифмир Рәхмәтулла улы Мәрҙәмшин 1954 йылдың 9 февралендә Башҡорт АССР-ының[1] Йәрмәкәй районы Рәтамаҡ ауылында тыуған[2].

Урта мәктәптән һуң Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетына уҡырға инә һәм 1975 йылда уны «тарихсы», «тарих һәм йәмғиәт белеме уҡытыусыһы» тигән һөнәрҙәр буйынса юғары белем алып, уңышлы тамамлай.

Үҙ аллы хеҙмәт эшмәкәрлеген шул уҡ йылдың авгусында Әбйәлил районы Асҡар урта мәктәбендә тарих уҡытыусыһы булып башлай[2].

1977 йылда ВЛКСМ-дың Әбйәлил район комитетының икенсе секретары итеп һайлана. Ошо йылдың октябрендә ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетына инструктор итеп тәғәйенләнә[3].

1979 йылдың авгусында, запастағы офицер булараҡ, СССР Ҡораллы Көстәренә хәрби хеҙмәткә саҡырыла һәм рота командиры урынбаҫары вазифаһында ике йыл хеҙмәт итә.

1981 йылдың сентябрендә ВЛКСМ-дың Әбйәлил район комитетының беренсе секретары итеп һайлана һәм район комсомол ойошмаһы менән ике йылға яҡын етәкселек итә[3].

1983 йылдың июнендә СССР Дәүләт именлеге комитеты органдарына хәрби хеҙмәткә ҡабул ителә һәм, төрлө кимәлдәге яуаплы вазифаларҙа эшләп, 2002 йылдың февралендә подполковник званиеһында запасҡа сыға.

1995 йылда «тарих фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай[3].

Артабан 2005 йылдың сентябренә тиклем «ЭНГ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт генераль директорының именлек буйынса урынбаҫары булып эшләй.

Бер үк ваҡытта 2003—2012 йылдарҙа Өфө дәүләт нефть техник университетының Октябрьский ҡалаһындағы филиалында өлкән уҡытыусы һәм доцент вазифаларын башҡара, ә 2007—2011 йылдарҙа Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетының Октябрьский филиалында кафедра мөдире.

2011 йылдың июленән бөгөнгө вазифала: Октябрьский коммуналь-төҙөлөш техникумы (2014 йылдан колледж) директоры[3][4].

Ғилми эшмәкәрлеге

Тарихсы-ғалимдың фәнни тикшеренеүҙәре Башҡортостан Республикаһы именлек органдары тарихына арналған. Быға тиклем киң йәмәғәтселек иғтибарынан ситтә ҡала килгән теманы асыҡлауға ниндәйҙер өлөш индереү маҡсатында тарих фәндәре кандидаты рус телендә дүрт китап баҫтырып сығарған. Был йүнәлештәге эштәрен әле лә дауам итә.

Китаптары

  • Органы государственной безопасности на территории Башкирии: история в портретах. Уфа: 2015. — 272 с. УДК 94, ББК 67.401
  • Избранное: статьи, очерки, рассказы, повесть. Октябрьский, 2014
  • Руководители органов госбезопасности Советской Башкирии. 1918—1945 годы. Октябрьский: 2013. — 187с. УДК 94, ББК 67 398
  • Личность в истории.: Учебник, Уфа: УГАЭС, 2011. — 137 с. УДК 94(47), ББК63.3 (2-8)[5]
  • Башкирская чрезвычайная комиссия. Уфа: Китап, 1999. — 188, [1] с. : ил., портр.; 20 см; ISBN 5-295-02630-2[6]

Мәҡәләләре

  • Правовое регулирование деятельности Башкирской чрезвычайной комиссии // Вестник Академии наук Республики Башкортостан. — 2004. — Том Т. 9, № 4. — С. 71-74. — (Страницы истории). — Библиогр.: с. 74 (13 назв.) ББК 67.401.213 (2Рос. Баш)[7]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • 1-се, 2-се һәм III дәрәжә «Фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн» миҙалдары
  • СССР Ҡораллы Көстәрененең 70 йыллығы миҙалы
  • Рәсәй Федерацияһының почётлы тәрбиә һәм мәғариф хеҙмәткәре (2020)
  • «Рәсәйҙең урта һөнәри белем биреү лидеры» билдәһе
  • Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Почёт грамотаһы
  • ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының Почёт грамотаһы

Һылтанмалар