Фән кандидаты
Фән кандидаты — Рәсәй Федерацияһында, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенең ҡайһы бер илдәрендә һәм элекке Советтар Союзында юғары уҡыу йортонан һуң килгән ике баҫҡыс ғилми дәрәжәнең беренсеһе (фән докторынан түбәнерәк).
Фән кандидаты көнбайыш илдәрҙәге «философия докторы» дәрәжәһенә тап килә[1][2] Юғары уҡыу йортонда эшләүсегә доцент вазифаһына дәғүә итергә мөмкинлек бирә.
Кандидатлыҡ дәрәжәһен алыу мәсьәләһен күтәреү ғалимдың бер нисә йыл дауамындағы тикшеренеү эшмәкәрлеге һөҙөмтәләрен дөйөмләштергән диссертация әҙерләүен һәм яҙыуын күҙ уңында тота. Дәрәжәнең тулы атамаһы фән тармағын күрһәтеүҙе, шулай уҡ тармаҡ сиктәрендә һөнәрҙең номерын һәм атамаһын үҙ эсенә ала (мәҫәлән: 1.4.4-се физик химия һөнәре буйынса техник фәндәр кандидаты)[3]).
Фән кандидатының профессиональ портреты
Фән кандидаттары — юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң өс-дүрт йыл дауамында тупланған профессиональ тәжрибәһе булған юғары квалификациялы белгестәр. Йыш ҡына улар утыҙҙан саҡ ҡына йәшерәк була (Рәсәй Федерацияһында кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлауҙың иң күбе яҡынса 27 йәшкә тура килә)[4], улар тикшеренеү эштәренә әүәҫ һәм мотлаҡ баҫтырылған фәнни хеҙмәттәргә эйә. Ундай белгестәрҙең күбеһе төрлө (академик, сәнәғәт) фәнни-тикшеренеү институттарының ғилми хеҙмәткәрҙәре йә юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары була.
Ғәҙәттә, ғилми дәрәжәгә дәғүә итеүсе артабан ғилми-педагогик карьера менән шөғөлләнеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Фән кандидаты дәрәжәһен (йәки уның сит ил эквиваленттарын) алыу Рәсәй Федерацияһында ла, сит илдәрҙә лә вазифа үҫешенә булышлыҡ итә. Рәсәйҙә был дәрәжәгә эйә булыу юғары уҡыу йортонда доцент йәки ғили-тикшеренеү интститутында өлкән ғилми хеҙмәткәр вазифаһын биләүҙе еңеләйтә, шулай уҡ ғилми-белем биреү өлкәһенән тыш та иғтибарға алына[5]. Доцент ғилми вазифаһын алыу өсөн дәрәжә булыуы мотлаҡ[6]. Рәсәйҙә «фән кандидаты» ғилми дәрәжәһен йөрөтөүсе һәм әүҙем тикшеренеү эшмәкәрлеген дауам итеүсе киләсәктә фән докторы һәм профессор була ала.
Фән кандидаты статусына эйә булған ғалимдар донъялағы күп кенә ғилми ойошмаларҙың һәм университеттарҙың кадрҙар составының нигеҙен тәшкил итә. 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә фән кандидаты дәрәжәһенә эйә булған 595526 кеше иҫәпләнә. Уларҙың иң күп өлөшө Мәскәүҙә йәшәгән (197897 кеше)[7].
Рәсәй һәм СССР-ҙа фән кандидаты дәрәжәһе тарихы
1803 йылдан Октябрь революцияһына тиклем Рәсәй империяһында магистр ғилми дәрәжәһе була, уны алыу өсөн университетты тамамлағандан һуң бер нисә йыл тикшеренеүҙәр алып барыу һәм диссертация яҡлау талап ителә. Революцияға тиклемге тап ошо дәрәжә СССР-ҙа һәм хәҙерге Рәсәйҙә «фән кандидаты» менән сағыштырыла ала. Параллель рәүештә, 1803-1884 йылдарҙа Рәсәй империяһы университеттарындағы уҡыуын отличие менән тамамлаусыларға «университет кандидаты» ғилми дәрәжәһе бирелә; статусы буйынса уға хәҙерге магистр квалификацияһы тап килә. Йәғни, ул йылдарҙағы «магистр» һәм «кандидат» төшөнсәләре яҡынса бөгөнгө мәғәнәне йөрөтә, әммә кире субординацияла. XIX быуаттағы магистр дәрәжәһе, хәҙерге фән кандидаты дәрәжәһе кеүек үк, фән докторы дәрәжәһенә тиклемге баҫҡыс булып тора[8][9][10][11]. 1917 йылғы Октябрь революцияһынан һуң бөтә дәрәжәләр, чиндар һәм исемдәр бөтөрөлә. Фән кандидаты дәрәжәһе хәҙерге мәғәнәлә башҡа ғилми дәрәжәләр һәм исемдәр менән бергә булдырыла[12][13] һәм совет осоронан һуң Рәсәй Федерацияһына мираҫ итеп тапшырыла.
Фән кандидаты дәрәжәһен биреү тәртибе
Төп моменттар
Рәсәйҙә «фән кандидаты» ғилми дәрәжәһе кандидатлыҡ диссертацияһын асыҡ яҡлау[14] һөҙөмтәләре буйынса, университет йә ғилми-тикшеренеү институты ҡарамағындағы һәм ошо йүнәлештә эшләгән фән докторҙарынан торған диссертацион совет тарафынан бирелә. Һөнәрҙәрҙең дөйөм исемлеге ваҡыт-ваҡыт яңыртыла, уның һуңғы версияһы 2021 йылдың 17 апрелендә көсөнә инә.
Яҡлау алды әҙерлегенең мөһим талабы — диссертант эҙләнеүҙәре һөҙөмтәләрен үҙ эсенә алған һәм тикшеренеүҙәрҙең фәнни яңылығын сағылдырған ғилми мәҡәләләрҙең Юғары аттестация комиссияһы исемлегендәге рецензияланған журналдарҙа баҫылыуы. Диссертация тикшеренеүҙәре, ғәҙәттә (ләкин мотлаҡ түгел) аспирантурала уҡыған ваҡытта, был һөнәр буйынса фән докторы йәки кандидаты ғилми дәрәжәһенә эйә булған ғилми етәксе ҡул аҫтында башҡарыла.
Кандидатлыҡ диссертацияһы тексының типик күләме яҡынса 150 бит, әммә ҡәтғи сикләүҙәр юҡ.
Диссертация һәм уның авторефераты рус телендә яҙыла, яҡлау үҙе лә рус телендә үтә (кәрәк булғанда яҡлау сит телдә, әммә рус теленә тәржемәне тәьмин итеп үтә ала). 2017 йылдың июнендә сит ил граждандарына диссертацияһын һәм уның авторефератын бер үк ваҡытта рус һәм сит телдәрҙә тапшырырға рөхсәт ителә[15].
Диссертация яҡлау процедураһы
Диссертация яҡлағанға тиклем дәғүәсе фән тарихы һәм философияһы, сит тел һәм һөнәр буйынса бер нисә имтихан тапшырырға тейеш, улар «кандидатлыҡ минимумы» тигән исем алған.
Дәғүәсе яҡынса 100 дана тираж менән диссертация авторефератын баҫтыра, ул, диссертация яҡлауға ике ай ҡалғас, Рәсәйҙең эре ғилми китапханаларына һәм юғары уҡыу йорттарына, шулай уҡ диссертация советы ағзаларына һәм фәндең ошо тармағында эшләгән белгестәргә таратыла. Бынан тыш, диссертация һәм автореферат текстары диссертацияны яҡлауға ҡабул иткән диссертация советы ойошторолған ойошманың сайтында урынлаштырыла.
Диссертация үҙе ике ай алдан яҡлау буласаҡ учреждение китапханаһына һәм ике рәсми оппонентҡа ирекле файҙаланыуға тапшырыла. Оппоненттар баһалама яҙа һәм уны яҡлау көнөндә ҡысҡырып уҡып ишеттерә. Оппоненттар авторҙашлыҡ йәки дәғүәсе менән эш урыны буйынса бәйле була алмай; уларҙың береһе мотлаҡ фән докторы булырға тейеш.
Яҡлау ваҡытында диссертант эше һөҙөмтәләрен һөйләй, сығышы, диссертация һәм автореферат буйынса диссертация советы ағзаларының һорауҙарына яуап бирә. Артабан төп ойошманың һәм шулай уҡ авторефератҡа килгән баһаламалар уҡыла. Дәғүәсе был баһаламалағы иҫкәрмәләргә яуап бирә. Артабан рәсми оппоненттар сығыш яһай һәм, уларҙың баһаламаларынан сығып, һорауҙарға яуаптар бирелә. Диссертация эшен яҡлауҙың һуңғы өлөшөндә ирекле дискуссия алып барыла, уның барышында һәр кем сығыш яһарға хоҡуҡлы. Артабан дәғүәсе был дискуссия барышында яңғыраған һорауҙарға һәм иҫкәрмәләргә яуап бирә, артабан йәшерен тауыш бирелә һәм унда диссертация советы ағзалары ғына ҡатнаша.
СССР-ҙа яҡынса шундай уҡ дәрәжә биреү тәртибе булған һәм ул әле лә БДБ-ның ҡайһы бер илдәрендә ғәмәлдә булыуын дауам итә.
Дәрәжә тураһындағы документты рәсмиләштереү
Тауыш биреү ыңғай һөҙөмтәле булған осраҡта аттестация документтары Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығы ҡарамағындағы Юғары аттестация комиссияһына (ВАК-ка) ебәрелә, унда «фән кандидаты дипломы»н биреү тураһында ҡарар ҡабул ителә. Ғәҙәттә, Юғары аттестация комиссияһында документтарҙы ҡарау бер нисә ай дауам итә, әммә дәрәжә биреү тураһындағы ҡулға бирелгән дипломда диссертация яҡлау датаһы күрһәтелә. Шул уҡ ваҡытта Юғары аттестация комиссияһына айырым осраҡта ҡабаттан яҡлау үткәреү өсөн дәғүәсене саҡырыу вәкәләте бирелгән.
2016 йылдың 1 сентябренән Рәсәйҙең ике юғары уҡыу йорто — Мәскәү дәүләт университеты һәм Санкт-Петербург дәүләт университеты — Юғары аттестация комиссияһы менән эш итмәйенсә ғилми дәрәжәләр биреү вәкәләтенә эйә була[16]. 2017 йылдан тағы 19 юғары уҡыу йорто һәм дүрт фәнни учреждение шундай уҡ вәкәләттәр ала[17], ә һуңынан исемлекте бер нисә тапҡыр киңәйтеү һөҙөмтәһендә 2022 йылдың көҙөнә бөтәһе 32 ойошма Юғары аттестация комиссияһынан башҡа үҙ аллы дәрәжә биреү хоҡуғына эйә була.
Дәрәжәнән мәхрүм итеү мөмкинлеге
Ғилми дәрәжә билдәләнгән тәртиптәрҙе боҙоп бирелгән осраҡта, ҡағиҙә булараҡ, диссертация советтары үтенестәре нигеҙендә, Юғары аттестация комиссияһы ғилми дәрәжәнән мәхрүм итә ала[18].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ Кандидат наук / М. Н. Волков // Италия — Кваркуш. — М. : Советская энциклопедия, 1973. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров ; 1969—1978, т. 11)
- ↑ Пересмотр Международной стандартной классификации образования (МСКО). UNESCO (5 сентября 2011). Архивировано 15 июля 2013 года
- ↑ Приказ Минобрнауки РФ от 24.02.2021 г. № 118 «Об утверждении номенклатуры научных специальностей…» [вступил в силу 17.04.21]. Российская газета (7 апрель 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 май 2021. Архивировано 20 май 2021 года.
- ↑ В. А. Гуртов, Л. В. Щеголева, С. И. Пахомов. Прогнозная оценка численности докторов и кандидатов наук в России. Инженерные технологии и системы, т. 29, No. 4, с. 510-528 ( 2019). — см. рис. 4. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 июнь 2021. Архивировано 21 сентябрь 2021 года.
- ↑ Степень не заменит опыта. Российская газета (6 март 2012). — «[но]... большинство работодателей подтверждают, что наличие учёной степени является плюсом к резюме соискателя». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 июнь 2017. Архивировано 10 ғинуар 2015 года.
- ↑ Постановление Правительства Российской Федерации от 10 декабря 2013 г. N 1139 г. Москва «О порядке присвоения ученых званий» [см. п. 10б]. Российская газета. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 декабрь 2013. Архивировано 21 август 2014 года.
- ↑ ВПН-2010. Федеральная служба государственной статистики. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 декабрь 2017. Архивировано 16 март 2013 года.
- ↑ Кричевский Г. Г. Ученые степени в университетах дореволюционной России // История СССР. — 1985. — Вып. 2. — С. 141—153.
- ↑ Иванов А. Е. Высшая школа России в конце XIX — начале XX века. — М: Наука, 1991. — 392 с.
- ↑ Kassow S. Students, Professors, and the State in Tsarist Russia. — California, 1989.
- ↑ Каблуков И. А. Как приобретались ученые степени в прошлое время // Социалистическая реконструкция и наука. — 1935. — Вып. 4. — С. 96—102.
- ↑ Постановление СНК СССР от 13.01.1934 г. № 79 «Об учёных степенях и званиях»
- ↑ Кандидат наук / М. Н. Волков // Италия — Кваркуш. — М. : Советская энциклопедия, 1973. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 11).
- ↑ Требование публичности защиты отменяется лишь для секретных исследований.
- ↑ Иностранцам разрешено защищать диссертации в России на родном языке, ИА REGNUM. 30 октябрь 2018 тикшерелгән.
- ↑ Федеральный закон от 23 мая 2016 г. N 148-ФЗ "О внесении изменений в статью 4 Федерального закона "О науке и государственной научно-технической политике". Российская газета (25 май 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 октябрь 2017. Архивировано 14 октябрь 2017 года.
- ↑ О перечне научных и образовательных организаций, которым предоставляется право самостоятельно присуждать учёные степени. Документы Правительства России (25 август 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 октябрь 2017. Архивировано 3 октябрь 2017 года.
- ↑ Лишение (восстановление) учёных степеней. Российское образование. Федеральный образовательный портал. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 декабрь 2017. Архивировано из оригинала 14 октябрь 2017 года.
Һылтанмалар
- Нормативные документы Архивная копия от 29 декабрь 2013 на Wayback Machine на сайте ВАК
- Перечень сокращений в РФФИ
- «Наука и Науки» // Вестник Российской академии наук. 2007. Т. 77. № 12. С. 1139—1143