17 апрель
17 апрель — рәсми календарь буйынса йылдың 107-се (кәбисә йылында 108-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 258 көн ҡала.
| ← апрель → | ||||||
| Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
| 1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
| 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
| 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
| 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
| 27 | 28 | 29 | 30 | |||
| 2026 йыл | ||||||
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Америка Самоаһы: Флаг көнө.
Габон: Ҡатын-ҡыҙҙар көнө.
Сүриә: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Ираҡ: Аҙыҡ-түлек һәм ауыл хужалығы ойошмалары көнө.
Ҡаҙағстан: Янғын һүндереү хеҙмәте көнө.
Куба: Хәрби-һауа көстәре һәм Һауа һөжүменә ҡаршы ғәскәрҙәр көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Эске эштәр органдары һәм эске ғәскәрҙәр ветерандары көнө.
Тажикстан: Фән көнө.
Төркмәнстан: Миграция органдары хеҙмәткәрҙәре көнө.
СССР: Совет фәне көнө.
- Янғындан һаҡлау хеҙмәте көнө.
Тарихи ваҡиғалар
- 1928 йыл: Башҡортостан дәүләт китап палатаһы ойошторола.
- 1936 йыл: Кушнаренко район гәзите «Авангард»тың тәүге һаны донъя күрә.
Был көндә тыуғандар
- Евлампиева Вера Фёдоровна (1880—7.06.1970), педагог. 1896 йылдан Рәсәй империяһы һәм 1919 йылдан Совет Рәсәйе һәм СССР мәктәптәре уҡытыусыһы. 1933—1942 йылдарҙа Өфөләге 11-се урта мәктәп уҡытыусыһы, 1943—1953 йылдарҙа 3-сө урта мәктәптең уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире, бер үк ваҡытта 1932—1953 йылдарҙа Башҡортостан уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу институты методисы. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1944). Ленин ордены кавалеры (1949).
- Наливкин Василий Дмитриевич (1915—5.11.2000), геолог-ғалим. СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1968), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (1991), геология-минералогия докторы, профессор. Ленин премияһы лауреаты, ике тапҡыр И. М. Губкин исемендәге премия лауреаты (1960, 1986), ер аҫтын почётлы тикшереүсе (1958). Ике Ленин, Октябрь Революцияһы, өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
тулы исемлек
- Перепёлкин Пётр Сергеевич (1925—7.03.2004), агроном. Совет-япон һуғышында ҡатнашыусы. 1954—1981 йылдарҙа «Стәрлетамаҡ» совхозының бүлексә идарасыһы һәм агрономы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1981), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1973, 1976) кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Покровка ауылынан.
- Рафиҡов Мәжит Мәғсүм улы (1925—1988), Татар АССР-ы яҙыусыһы, тәржемәсе һәм журналист. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Күгәрсен ауылынан.
- Сафарова Валентина Исаевна (1950), химик-ғалим, эколог. 1972 йылдан Бөтә союз гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр ғилми тикшеренеү технология институты (Өфө) хеҙмәткәре, 1981 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1991 йылдан — аналитик үҙәк етәксеһе. 1994 йылдан Башҡортостан Республикаһының Тирә яҡ мөхитте һаҡлау буйынса дәүләт комитетының аналитик үҙәге начальнигы, 1995 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығының Дәүләт аналитик контроль идаралығы начальнигы. Химия фәндәре докторы (2005), профессор (2005). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған экологы (2005). Сығышы менән хәҙерге Краснодар крайы Самурская станицаһынан.
- Шилкин Константин Михайлович (1901—11.09.1976), инженер-металлург. 1916—1956 йылдарҙа (өҙөклөк менән) Белорет металлургия комбинатының яуаплы хеҙмәткәре: 1932—1937 йылдарҙа бүлек мөдире, 1938 йылдан — цех начальнигы, 1956 йылда комбинат директорының хеҙмәт буйынса урынбаҫары. Өсөнсө дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1952). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1945).
- Аҙнабаева Лариса Алексеевна (1941), тел белгесе-ғалим. 1963 йылдан Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (2000), профессор (2002). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001).
тулы исемлек
- Буйлов Пётр Захарович (1951), спорт өлкәһе хеҙмәткәре, тренер, педагог. 1975 йылдан Өфө уҡыу-производство предприятиеһы инструкторы, тренеры, 1986 йылдан — Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең Башҡортостан республика идаралығы мәҙәниәт йортоноң, 1996 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Юғары спорт оҫталығы мәктәбенең, 2009 йылдан Олимпия резервының 7-се махсуслашҡан балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең өлкән тренеры, бер үк ваҡытта 2009 йылдан Башҡортостан физик культура институты уҡытыусыһы. Еңел атлетика буйынса РСФСР‑ҙың атҡаҙанған тренеры (1988). Рәсәй Федерацияһының (2007) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре. Паралимпия уйындарының ике тапҡыр көмөш призёры (1988). Халыҡтар дуҫлығы (1992), Почёт (2002) һәм «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2000) ордендары кавалеры.
- Зәйнетдинов Миңлеғәфүр Миңләхмәт улы (1971), ҡумыҙсы-музыкант, педагог. 2000 йылдан Өфөләге мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениелары, шул иҫәптән 2005—2012 йылдарҙа Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се республика балалар йорто уҡытыусыһы; 2013—2019 йылдарҙа Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының солист-инструменталисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2019), атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2011) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2004).
- Гусев Юрий Матвеевич (1937—28.12.2014), инженер-электромеханик-ғалим- 1960 йылдан (өҙөклөк менән) Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1968—2005 йылдарҙа сәнәғәт электроникаһы кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1971—1974 йылдарҙа электромеханика факультеты деканы; 1984 йылдан «Вихрь» ғилми конструкторлыҡ-технология бюроһы директоры—баш конструктор, 2008—2013 йылдарҙа — директорҙың фән һәм үҫеш стратегияһы буйынса урынбаҫары. Техник фәндәр докторы (1980), профессор (1981). Рәсәйҙең (1993) һәм Башҡорт АССР-ының (1982) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Сығышы Өфө ҡалаһынан.
- Ниғмәтуллин Сабирйән Хәбиб улы (1937), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1954 йылдан Баймаҡ районы «Сибай» совхозы эшсеһе, 1960—2007 йылдарҙа хужалыҡтың Иҫке Сибай бүлексәһе тракторсыһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1971), Иҫке Сибай ауылының почётлы гражданы. Сығышы менән ошо райондың 1-се Моҡас ауылынан.
тулы исемлек
- Ибраһимов Сәйфетдин Сәйфелмөлөк улы (1942), педагог. 1967 йылдан Хәйбулла районы мәктәптәре уҡытыусыһы, етәксеһе, шул иҫәптән 1984 йылдан Атингән урта мәктәбе директоры, 1997—2002 йылдарҙа — уҡытыусы. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1987). Сығышы менән ошо райондың Оло Әбеш ауылынан.
- Байбурина Зөһрә Фәнил ҡыҙы (1962), йырсы (меццо сопрано), педагог. 1990 йылдан хәҙерге Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры солисы; 2000 йылдан Италияның Милан ҡалаһы Юғары музыка мәктәбе, 2010 йылдан — АҠШ-тың Нью-Йорк ҡалаһындағы Манхэттен музыка мәктәбе уҡытыусыһы. Профессор (2000). Халыҡ-ара конкурстар лауреаты һәм дипломанты. Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1996).
- Ғәбитова Светлана Алексеевна (1962), бейеүсе, педагог-хореограф. 1979 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының, 1992 йылдан — Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең балет артисы, 2001 йылдан — ансамблдең балет буйынса репетиторы. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Талбазы ауылынан.
- Палтусов Сергей Александрович (1972), дәүләт хеҙмәткәре. Архангел районының дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондан.
- Фрих-Хар Исидор Григорьевич (1893—19.04.1978), СССР скульпторы, биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫтаһы, мемуарҙар авторы. Беренсе донъя һәм граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1927 йылда Италияның хәҙерге Монца Милан ҡалаһында уҙған Декоратив сәнғәттең 3-сө халыҡ-ара күргәҙмәһенә ҡуйылған «Салауат Юлаев» ағас скульптураһы — башҡорт халҡының милли батырының сәнғәттәге беренсе портреты авторы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған рәссамы (1969). Сығышы менән Кутаиси ҡалаһынан.
- Вәлишин Әһлиулла Хисмәт улы (1923—5.05.1961), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, танк бригадаһының разведчиктар отделениеһы командиры, гвардия старшинаһы. Дан орденының тулы кавалеры.
тулы исемлек
- Аҙнаев Тәлғәт Мөхәмәҙи улы (1933), водитель, үҙешмәкәр театр артисы. 1957 йылдан Салауат ҡалаһы предприятиелары һәм ойошмалары водителе, бер үк ваҡытта «Нефехимик» мәҙәниәт һарайының үҙешмәкәр башҡорт халыҡ театры артисы, 1993 йылдан — режиссер ассистенты, 1996 йылдан — коллекив етәксеһе. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Оло Байыҡ ауылынан.
- Скачкова Любовь Аркадьевна (1938), механизатор. 1958—1973 һәм 1977—1981 йылдарҙа Хәйбулла районы «Аҡъяр» совхозы механизаторы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1972). Сығышы менән ошо райондың Һамар ауылынан.
- Рамазанова Тәнзилә Рәхмәтулла ҡыҙы (1953), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәре. Ейәнсура районы Иҫәнғол район үҙәк дауаханаһының элекке баш табип урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
- Нәзмиева Люциә Рәфил ҡыҙы (1968), терапевт-ғалим. 1997 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре кандидаты (2000), доцент (2001). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Ярлыҡап ауылынан.
- Вилдан Яруллин (1968), йырсы, философ-ғалим, мәҙәниәт хеҙмәткәре. 2019 йылдан «Башҡортостан» дәүләт концерт залы директоры, «Ҡарауан-һарай» студияһының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2018). Философия фәндәре кандидаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Мулдаҡай ауылынан.
- Шиһабетдин Шәһәр (тулы исеме Шәһәретдинов Шиһабетдин Шәһәретдин улы; 1904—21.10.1941), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған әҙәбиәт белгесе һәм яҙыусы. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
- Аҙнабаева Зилә Рамаҙан ҡыҙы (1954), мәҙәниәт хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. Нефтекама дәүләт филармонияһының элекке режиссёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2003).
тулы исемлек
- Бикмөхәмәтов Хәлит Абдулсамат улы (1954), инженер-механик, төҙөүсе, йәмәғәтсе. 1993 йылдан «Востокнефтезаводмонтаж» акционер компанияһының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының 3-сө һәм 4-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2019).
- 1745 йыл: Семён Щедрин, Рәсәй империяһы рәссамы, пейзажист.
- 1820 йыл: Александр Картрайт, АҠШ-тың спорт өлкәһе хеҙмәткәре, бейсбол ҡағиҙәләрен төҙөүсе.
тулы исемлек
- 1855 йыл: Семён Венгеров, Рәсәй империяһы тәнҡитсеһе, әҙәбиәт тарихын өйрәнеүсе, библиограф һәм мөхәррир.
- 1885 йыл: Карен Бликсен, Дания яҙыусыһы.
- 1920 йыл: Эдмонда Шарль-Ру, Франция яҙыусыһы, журналист.
- 1940 йыл: Валерий Рубинчик, СССР һәм Белоруссия кинорежиссёры.
- 1985 йыл: Руни Мара, АҠШ киноактрисаһы, Канна кинофестивале призёры (2015).
Был көндә вафат булғандар
- 1790 йыл: Бенджамин Франклин, АҠШ-тың дәүләт эшмәкәре, ғалим.
- 1945 йыл: Абдрахман Ғәйфуллин (1908—1945), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, Советтар Союзы Геройы (1945, үлгәндән һуң).
тулы исемлек