Яруллин Вилдан Халиҙәр улы
Вилдан Халиҙәр улы Яруллин (1968 йылдың 17 апреле, Мулдаҡай, Башҡорт АССР-ы) — Рәсәйҙең мәҙәниәт эшмәкәре, йырсы, етәксе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2001), Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2018). 2019 йылдан алып «Башҡортостан» дәүләт концерт залы директоры. Каруанһарай төркөмөнөң художество етәксеһе һәм солисы.
Биографияһы
1968 йылдың 17 апрелендә Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Мулдаҡай ауылында тыуған. Мулдаҡай урта мәктәбен, артабан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған.[1]
2000-се йылдар башынан республика мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнаша. Каруанһарай төркөмөнөң художество етәксеһе һәм башҡарыусыһы булараҡ, башҡорт халыҡ моңдарын заманса музыкаль йүнәлештәр менән оҫта итеп берләштергән ижади эшмәкәрлек алып бара. 2001 йылда — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, 2019 йылда Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы исемдәренә лайыҡ була[2].
Эшмәкәрлеге
2019 йылдың 6 июнендә Вилдан Яруллин «Башҡортостан» дәүләт концерт залы директоры итеп тәғәйенләнә[3]
Мәҙәни эшмәкәрлектән тыш, Өфө ҡалаһында бер нисә коммерция структураһының милексеһе булып тора. Улар араһында «Иремельбашресурс» компанияһы һәм Каруанһарай студияһы ла бар.
Дискография
- Вилдан Яруллин. Ваҡыт ҡуласаһы. 27.12.2024
- Вилдан Яруллин, Darman project.Ай-ҙай мегамикс.07.06.2024
- Бәхетле кәләш
Маҡтаулы исемдәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисты (2001);
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисты (2018).
Енәйәт эше
2025 йылда вазифа вәкәләттәрен артыҡ файҙаланыу буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла. Башҡортостан Республикаһы буйынса Тәфтиш комитеты һәм ФСБ хеҙмәткәрҙәре тарафынан тикшереү барышында хоҡуҡ боҙоуҙар асыҡлана. Уның эш урынында һәм йәшәгән ерендә тентеүҙәр үткәрелә, тикшереү өсөн мөһим документтар һәм әйберҙәр тартып алына.[4] Тәфтиш мәғлүмәттәре буйынса, мәҙәни саралар ойоштороусы Гөлнара Юрина менән бергә «Время героев» конкурсына майҙан әҙерләү өсөн бүленгән 33,6 млн һум аҡсаны сметаны артыҡ күрһәтеп үҙләштергән.
Шулай уҡ, Яруллин менән бәйле булған компанияларҙың береһе Учалы районында алтын ҡаҙыу эштәре тамамланғандан һуң ерҙе рекультивацияламағаны өсөн 400 мең һум штрафҡа тарттырылған[5].
2025 йылдың 24 майында Өфө район судтарының береһе уны 4 июлгә тиклем СИЗО-ға ябыу ҡарарын сығара[6].
Адвокат Эдуард Минибаев хәбәр итеүенсә, уның клиенты Вилдан Яруллин, ғәйебен инҡар итһә лә, енәйәт эшен туҡтатыу өмөтө менән Оборона министрлығы менән килешәү төҙөргә ниәтләй. Артист быға тиклем дә МХО зонаһында булған һалдаттарға ярҙам иткән. Яруллин СИЗО-ла тотолғандан һуң әле өйҙә арест аҫтында ҡала[7].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Яруллин Вильдан. Учалинская филормония.
- ↑ Художественный руководитель группы «Караван-сарай» Вильдан Яруллин удостоен звания Народного артиста РБ. Gtrk.tv (25 март 2019).
- ↑ Амина Шафикова представила коллективу ГКЗ «Башкортостан» нового директора. Министерство культуры Республики Башкортостан (6 июнь 2019).
- ↑ Директора ГКЗ «Башкортостан» Вильдана Яруллина отправили в СИЗО. Уфа1.ру.
- ↑ УФСБ и СК раскрыли подробности дела народного артиста Башкирии Яруллина. РБК (26 май 2025).
- ↑ Народного артиста Башкирии Вильдана Яруллина отправили в СИЗО. 26-05-2025. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 май 2025.
- ↑ Вильдан Яруллин хочет искупить вину кровью на СВО — Новости Уфы и Башкирии. Медиакорсеть (29 сентябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 сентябрь 2025.