Мулдаҡай (Учалы районы)

Мулдаҡай (Учалы районы)

Мулдаҡай — Башҡортостан Республикаһының Учалы районындағы ауыл, Илсеғол ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны — 253 кеше булған[2]. Почта индексы — 453710, ОКАТО коды — 80253820003.

Тарихы

Мулдаҡай ауылына Себер даруғаһы Ҡаратабын улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫба ерҙәрендә нигеҙ һалған, ауыл 1765 йылдан билдәле. 1850 йылға тиклем Илсеғол тигән икенсе исеме булған. Әммә XVIII быуат аҙағында ундай исемле ауылдар булмай. Мулдаҡай ауылы XIX быуат башында барлыҡҡа килә, тәүге төпләнеүсенең исемен ала. Рәүиз Мулдаҡайҙың һәм Илсеғолдоң улдарын, ейәндәрен (Ғайса Мулдаҡаев) телгә ала. 1834 йылда ауылда 284 кеше йәшәй, 25 йылдан һуң — шул уҡ. 1920 йылда 101 йортта 509 кеше иҫәпләнә. 391 кешенең 350 аты, 60 һыйыры, 200 һарығы һәм 25 кәзәһе булған[3].

1866 йылда 32 хужалыҡта 272 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Алтын приискыларында эшләгәндәр. Мәсет булған. 1900 йылда шулай уҡ мәктәп, һыу тирмәне теркәлгән[4].

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 509
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 460
1959 йыл 15 ғинуар 347
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 183
2002 йыл 9 октябрь 243
2010 йыл 14 октябрь 253 126 127 49,8 50,2
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (100 %)[5].

1900 йылда 398 кеше йәшәгән.

Географик урыны

Мулдаҡай ауылы Мейәс йылғаһы буйында урынлашҡан

Урамдары

  • Дуҫлыҡ урамы (рус. улица Дружбы)
  • Ҡайын урамы (рус. Березовая улица)
  • Йәштәр урамы (рус. Молодёжная улица)
  • Тыныслыҡ урамы (рус. улица Мира)
  • Тамъян урамы (рус. улица Тамъян)[7]

Ҡыҙыҡлы мәғлүмәт

  • Илсеғол, Мулдаҡай, Орловка ауылдары бер-береһенә яҡын булыуна сәбәпле, бер тораҡ пунктҡа оҡшаған.

Фоторәсемдәр

Башҡорттар Мулдаҡай ауылы янында көн уртаһы намаҙын ҡыла. Максим Дмитриевтың 1890-сы йылдарҙағы фотоһы

Иҫкәрмәләр

  1. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  2. Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
  3. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 16. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  4. 1 2 Мулдаҡай (Учалы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  6. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  7. Госсправка сайтында урамдар исеме

Сығанаҡтар

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан. — Справочник. Уфа: ГУП РБ "Издательство «Белая Река», 2007. −416 с. :илл. ISBN 978-5-87691-038-7

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә