Учалы (ауыл)
Ауыл | |
Учалы | |
---|---|
рус. Учалы | |
Файл:Учалы - panoramio.jpg | |
54°22′08″ с. ш. 59°26′03″ в. д.HGЯO | |
Ил | Рәсәй Федерацияһы |
Федерация субъекты | Башкортостан |
Муниципаль район | Учалы |
Ауыл советы | Учалы |
Тарихы һәм географияһы | |
Сәғәт бүлкәте | UTC+6:00 |
Халҡы | |
Халҡы | ↘6049[1] кеше (2010) |
Һанлы идентификаторҙар | |
Почта индексы | 453731 |
Код ОКАТО | 80 253 896 001 |
Код ОКТМО | 80 653 496 101 |
Номер в ГКГН | 0800250 |
|
Учалы (рус. Учалы) — Башҡортостан Республикаһының Учалы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 6049 кеше булған[2]. ОКАТО коды — 80253896001.
Ауыл Учалы ҡалаһынан 5 км алыҫлыҡта. Ауылда 6049 кеше йәшәй. Райондың иң эре тораҡ пункты (үҙәгенән һуң).
Ауыл аша Учалы — Мейәс — Силәбе автомобиль юлы үтә.
Ауылда район китапханаһы, район мәҙәниәт һарайы, тимер юл станцияһы, мәсет, балалар йорто (социаль приют) урынлашҡан.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Учалы ауылына 1737 йылда нигеҙ һалынған. 1930—1965 йылдарҙа Учалы районының үҙәге. Учалы ауылы иң ҙурынан һанала. 1744—1917 йылдарҙа Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Учалы- Типтәр-Учалы улусының үҙәге була. Бөтә ун ике ауыл ошо улусҡа ҡарай. Атамаһы шул уҡ исемле күлдән алынған, ауылды XVIII быуатта документтарҙа һәм 1786 картала Ачулы-Асыулы тип йөрөткәндәр. XIX быуаттан Учалы тип аталған. Барлыҡҡа килеү мәлендә Митрәй тип аталған. Ул атама аныҡ билдәләнмәгән, сөнки ундай исем һәм фамилия халҡы араһында булмаған. Учалы халҡы йылдам артҡан. 1783 йылда IV ревизия буйынса унда 297, 1795 йылда — 408, 1859 йылда — 1640, 1920 йылда 3129 кеше йәшәгән. Йорттар 1795 йылда — 63, 1859 йылда — 120, 1920 йылда 631 иҫәпләнгән.
Ике мәсет ҡарамағында башланғыс мәктәп эшләгән. Шаршамбы һайын баҙарҙа төрлө әйберҙәр, тауарҙар менән һатыу иткәндәр. Яҙ, көҙ һәм ҡыш йәрминкәләргә алыҫтан сауҙагәрҙәр килгән. Бында улус идаралығы һәм почта станцияһы урынлашҡан[3]
Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Вәлиев Әхмәт Хажи улы (15.08.1927—14.11.2024), колхозсы, шахтёр, водитель. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, отделение командиры. Учалы автотранспорт предприятиеһының элекке йөк машинаһы водителе. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм 3-сө дәрәжә Дан ордены кавалеры[4].
- Бүләков Илдус Ҡасим улы (29.06.1940—18.09.2016), ғалим-әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты (1973). Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгән (2000)
- Ғарипов Әхмәтшәриф Хәләф улы (2 ғинуар 1929 йыл) — хеҙмәт ветераны. 1949—1984 йылдарҙа Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының экскаватор машинисы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
- Ғәбитов Геннадий Абдрахман улы (21.07.1941), иҡтисадсы-ғалим, инженер-механик, ауыл хужалығы, партия, урындағы башҡарма һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1986). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1970).
- Имашев Урал Булат улы (17 ғинуар 1945 йыл—3 февраль 2018 йыл), ғалим-химик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы (1995), химия фәндәре докторы (1980), профессор (1981). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1981), Рәсәй Федерацияһының почётлы нефтсеһе (1995). Д. Ф. Варфоломеев исемендәге премия лауреаты (2006). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
- Кликич Лилиә Миңлеғәлим ҡыҙы (2 август 1954 йыл), ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре докторы (2006), профессор (2013)[5].
- Минасов Булат Шамил улы (4 ғинуар 1956 йыл), ғалим-травматолог-ортопед, йәмәғәтсе. 1983 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1997 йылдан Дипломдан һуң белем биреү инстиутының травматология, ортопедия һәм өҫтәмә медицина белеме биреү курстары булған хәрби-ялан хирургияһы кафедраһы мөдире; бер үк ваҡытта 2008 йылдан ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы табибы. 2003 йылдан Башҡортостан Республикаһы травматологтары, ортопедтары һәм протезсылары ассоциацияһы президенты. Медицина фәндәре докторы (1995), профессор (1997). Рәсәй Федерацияһының (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының (1999) атҡаҙанған табибы, СССР-ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1987)[6].
- Хөснөтдинов Әхнәф Ғәлимйән улы (28 апрель 1925 йыл — 12 июль 2005 йыл) — совет хәрби хеҙмәткәре, Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашҡан, Дан орденының тулы кавалеры, 29-сы гвардия бригадаһы (10-сы гвардия танк корпусы, 4-се танк армияһы) 3-сө мотоуҡсылар батальонының танкыға ҡаршы орудие батареяһы орудиеһының замковыйы, гвардия рядовойы.
- Хисмәтуллина Зөмәрә Вәли ҡыҙы ( 21 июль 1930 йыл—21 май 2009 йыл) — уҡытыусы-методист (1983), географ, тыуған яҡты өйрәнеүсе, этнограф. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1981 йыл), РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1987 йыл), Муса Мортазин премияһы лауреаты (1994 йыл), Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (1997), Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының этнография музейын ойоштороусы.
Атамаһының тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
«Учалы» исеме ауыл эргәһендәге күл атамаһынан килә. XVIII быуаттың бөтә документтарында һәм 1786 йылғы картала был күл Ачулы — Асулы тип бирелгән. Уның башҡортса мәғәнәһен ҡайһы бер ғалимдар «асыулы» һүҙенә бәйләй, икенселәр иһә «асылы» — әсе, татырлы һуҙенән алынған тип аңлата; «юшалы» (йәшмәле) тигән аңлатма ла бар.
Бер риүәйәт буйынса, Учалы исеме «Үс алды» һүҙенән килә. XIV быуатта Аҡһаҡ Тимер Туҡтамыш ханды еңеп, уның союздаштары булған бер-нисә башҡорт ырыуын юҡҡа сығарған урын тип аңлатыла.
Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 6049 | 3086 | 2963 | 51,0 | 49,0 |
- Милли составы
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (78 %)[7].
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Ревизия материалдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1811 йылда[8] Учалы ауылында ла рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана.
Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Мәғариф[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Советтар Союзы Геройы Сөнәғәтуллин Йәүҙәт Ғүмерҙәк улы исемендәге һөнәрселек училищеһы
- Учалы ауыл урта мәктәбе
- Учалы ауылы башҡорт гимназияһы
Иҡтисад[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Рәсәй тимер юлдарының Көньяҡ Урал тимер юлының Межозерный-Учалы — Мейәс тимер юлында Учалы станцияһы. Мейәс–Учалы (Көньяҡ Урал тимер юлы, Башҡортостан Республикаһы буйлап 97 км). Учалы районы аша үтә. 1959 йылда төҙөлгән.
- «Учалинская райсельхозтехника» ЯСЙ, Башҡорт МТС-ы филиалы
- «Башкирнефтепродукт» ЯСЙ Нефтебазаһы, Учалы филиалы
- Учалы район юл ремонтлау-төҙөү идаралығы, «Башкиравтодор» ДУП филиалы
- «Учалы элеваторы» ЯСЙ
- Учалы метостанцияһы, «Башгидромет» ДУП ойошмаһы
- «Учалы майсырзаводы» ЯСЙ
Ваҡытлы матбуғатта[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 27. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ В Башкирии ушел из жизни еще один ветеран Великой Отечественной войны. ИА «Башинформ», 15 ноября 2024 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 ноябрь 2024)
- ↑ Башҡортостан энциклопедияһы — Кликич Лилиә Миңлеғәлим ҡыҙы 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 31 июль 2019)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Минасов Булат Шамил улы 2020 йылдың 6 декабрь көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 3 ғинуар 2021)
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ ревизия материалдары(недоступная ссылка)
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1811 йылғы ревизия материалдары(недоступная ссылка)
- 1811 йылғы ревизия материалдары(недоступная ссылка)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 27. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Учалы (ауыл) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 8 ғинуар 2019)