17 ғинуар
17 ғинуар (рус. 17 января) — рәсми календарь буйынса йылдың 17-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 348 көн ҡала (кәбисә йылында 349). Мосолман календары буйынса 1446 йылдың Рәжәб айының 18-се көнө. Өфөлә ☀️Ҡояш 9 сәғәт 22 минутта ҡалҡа, 17 сәғәт 15 минутта бата. Көн оҙонлоғо 🕒 7 сәғәт 52 минут. 🌖 Кәмеүсе Ай (йәше 17.45 көн).
← ғинуар → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
27 | 28 | 29 | 30 | 31 | ||
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер:
- Балаларҙың асыштары (уйлап сығарыуҙары) (Асыш яһаған балалар) көнө.
- Ижад һәм илһам көнө.
- Канатлы юлдар көнө.
Ер: Остаздар көнө.
- 1918 йыл: Рәсәй Халыҡ Комиссарҙары Советының Мосолман эштәре буйынса комиссариаты ойошторола. Рәйесе — М. Вәхитов, урынбаҫарҙары — Ғ. Ибраһимов һәм Ш. Манатов.
- 1934 йыл: Башҡортостан АССР-ының Арғаяш һәм Ҡоншаҡ райондары Силәбе өлкәһе составына бирелә. Ике райондан Арғаяш башҡорт милли округы булдырыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Баязитов Зөлфәр Яҡуп улы (1910—?), малсылыҡ хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ҡырмыҫҡалы районы «Победа» колхозының элекке ферма мөдире. Ленин ордены кавалеры (1966). Сығышы менән Сахай ауылынан.
- Туҡаева Инира Мөтиғулла ҡыҙы (1930—?), педагог. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән Ауырғазы районынан.
тулы исемлек
- Имашев Урал Булат улы (1945—3.02.2018), химик-ғалим, йәмәғәтсе. 1981—1992 йылдарҙа Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университетының органик химия кафедраһы мөдире, 1992—1997 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Нефтехимик эшкәртеү проблемалары институты директоры. 1992—1995 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Д. И. Менделеев исемендәге Химиктар союзы рәйесе. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (1995), химия фәндәре докторы (1980), профессор (1981). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1981), Рәсәй Федерацияһының почётлы нефтсеһе (1995). Д. Ф. Варфоломеев исемендәге премия лауреаты (2006). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
- Ғиззәтуллина Фәниҙә Хан ҡыҙы (1950), малсы. 1966—1984 йылдарҙа Кушнаренко районының Ильич исемендәге колхоз һауынсыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған малсыһы.
- Ғәзизов Юнир Хәсән улы (1950—15.02.2006), цирк артисы, һауа гимнасы. 1973—1990 йылдарҙа СССР Дәүләт цирк компанияһының Башҡортостан цирк коллективы артисы, шул иҫәптән 1982—1990 йылдарҙа коллектив директоры; 1990—1997 йылдарҙа Рәсәй Дәүләт цирк компанияһы артисы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1984). Бөтә Союз цирк артистары конкурсы (Свердловск ҡалаһы, 1982), Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1986) лауреаты.
- Мәзитова Әлиә Карам ҡыҙы (1950), химик-ғалим. 1971 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2002 йылдан — ғәмәли химия һәм физика, 2015 йылдан — ғәмәли һәм тәбиғи-фәнни дисциплиналар кафедраһы мөдире; бер үк ваҡытта 1994—1996 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Химия бүлеге ғилми секретары, 2000—2002 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы вице президенты ярҙамсыһы. Химия фәндәре докторы (2000).
- Мишина Евгения Алексеевна (1955), муниципаль орган хеҙмәткәре. Салауат ҡала хакимиәтенең элекке эштәр идарасыһы. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе.
- Водарацкова Валентина Ивановна (1965), эшкәртеү тармағы хеҙмәткәре. Мәләүез һөт-консерва комбинаты аппаратсыһы. Башҡортостан Республикаһы аҙыҡ-түлек индустрияһының атҡаҙанған хеҙмәткәре.
- Коваленко Олеся Николаевна (1975), спортсы. Самбо һәм дзюдо буйынса халыҡ-ара класлы спорт мастеры, дзюдо буйынса ике тапҡыр Европа чемпионы, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, сумо буйынса туғыҙ тапҡыр донъя чемпионы, егерме өс тапҡыр Рәсәй чемпионы һәм ун дүрт тапҡыр Европа чемпионы.
- Байназаров Баязит Рәмзи улы 1980), йырсы, ҡурайсы. 2013 йылдан Сибай концерт-театр берекмәһе солисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2009).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Майский (Мәхүбғәлиев) Сәхиб Нурлығаян улы (1901—24.01.1943), граждандар, совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы хәрби хеҙмәткәр, механизацияланған бригада командиры урынбаҫары, гвардия подполковнигы. Советтар Союзы Геройы (1940).
- Прокшин Валериан Георгиевич (1911—10.03.2000), әҙәбиәт белгесе-ғалим. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1939—1957 йылдарҙа (өҙөклөк менән) К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1952—1955 йылдарҙа урыҫ теле һәм әҙәбиәте факультеты деканы; 1957—1995 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1973—1976 йылдарҙа филология факультеты деканы. Филология фәндәре докторы (1982), профессор (1982). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1987). II дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Вологда өлкәһе Бөйөк Устюг районының Пополутково ауылынан.
тулы исемлек
- Колмыков Алексей Иванович (1921—15.02.1997), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, инженер-сапёр бригадаһы айырым мотоинженер разведка ротаһының сапёр-разведчигы. Дан орденының тулы кавалеры.
- Ушанов Юлай Ғиниәт улы (1946—2.02.2002), балет артисы. 1967—1988 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, 1991 йылдан — Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография училищеһы уҡытыусыһы. Ульяновск (1968) һәм Ленинград (1969) ҡалаларында үткән Башҡорт АССР-ы мәҙәниәте көндәрендә, Ҡарағалпаҡ АССР-ында үткән Башҡортостан әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә (1976) ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1974). Театр актёры, режиссёр, ҡурайсы, бейеүсе һәм йырсы Ғиниәт Ушановтың улы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Ибәтуллина Рифа Барый ҡыҙы (1951), ғалим-гигиенист. 1978 йылдан (өҙөклөк менән) Өфө хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре, 1986 йылдан — өлкән, 1989 йылдан — төп, 2002—2008 йылдарҙа баш ғилми хеҙмәткәр. Медицина фәндәре докторы (2001). Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2003).
- Мостафин Урал Сабирйән улы (1951), шағир, яҙыусы. 2014 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союздары ағзаһы. Баймаҡ районының Батыр Вәлид исемендәге (2002) һәм Сәғит Агиш исемендәге әҙәби премиялар лауреаты (2011).
- Волчков Николай Семёнович (1956), ғалим-тау инженеры, нефтсе. 2005 йылдан «Башнефть» производство берекмәһе филиалы «Башнефть-Өфө»нөң Нижневартовск (Түбәнге Варта) идаралығы начальнигы.Техник фәндәр кандидаты (1999), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған, Рәсәй Федерацияһының почётлы нефтсеһе. Сығышы менән Октябрьский ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Аврас Леонид Фёдорович (1907—32.07.1986), инженер-механик. 1941 йылдан Өфө моторҙар эшләү заводының цех начальнигы, баш инженеры, директор урынбаҫары; 1958 йылдан Башҡортостан Халыҡ Хужалығы Советы Рәйесе урынбаҫары; 1963—1974 йылдарҙа Өфө элемтә аппаратуралары заводы директоры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1958).
- Йәрмөхәмәтов Зөлҡәрнәй Әнәс улы (1917—18.06.1999), уҡытыусы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.
тулы исемлек
- Халиҡов Тимербулат Ғәләүетдин улы (1917—17.06.1958), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 16-сы Чернигов гвардия кавалерия дивизияһының пулемёт расчеты командиры, өлкән сержант. 1944 йылдан хәҙерге Ишембай районы Һайран ауыл Советы, 1945—1948 йылдарҙа «Яңы тормош» колхозы, 1952 йылдан — «Алға» артеле рәйесе. Башҡорт АССР-ының 2-се саҡырылыш (1947—1951) Юғары Советы депутаты. Советтар Союзы Геройы (1944).
- Фазылов Авзах Хәбибрахман улы (1932—13.08.2019), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1962 йылдан Дүртөйлө районы «Победа» колхозы хисапсыһы, 1963 йылдан — бригадир, 1983 йылдан – рәйес урынбаҫары, 1988—1991 йылдарҙа — ферма мөдире. Ике Почёт Билдәһе ордены кавалеры (1971, 1976). Сығышы менән ошо райондың Иҫке Яндыҙ ауылынан.
- Ҡоҙабаев Фәрит Муса улы (1947—15.11.2021), журналист. «Хәйбулла хәбәрҙәре» гәзитенең элекке мөхәррире, үҙешмәкәр сәнғәттә ҡатнашыусы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы Аҡъяр ауылынан.
- Исмәғилев Салауат Ришат улы (1957), педагог. Нуриман районы Байгилде ауыл лицейы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы. Сығышы менән ошо ауылдан.
- Юлмөхәмәтов Ринад Салауат улы (1957), ғалим-математик. 1982 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Математика институтының ғилми хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, физика‑математика фәндәре докторы (1987), профессор (1993). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006).
- Замесина Виктория Александровна (1962), театр актёры, йәмәғәтсе. 2002 йылдан Стәрлетамаҡ рус дәүләт драма театры артисы, 2004 йылдан — директоры, Стәрлетамаҡ ҡала Советы рәйесе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының 5-се саҡырылыш (2013—2018) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2012). Сығышы менән ошо ҡаланан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мәғәсүмова Бәғиә (Бәһиә) Мәғәсүм ҡыҙы (1913—1.01.1995), комсомол органдары хеҙмәткәре, ғалим-педагог-методист. 1936—1939 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитеты инструкторы; 1948—1978 йылдарҙа К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты (1948). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971).
- Сайранова Сәрүәр Фәйзрахман ҡыҙы (1918—2006), актёр, режиссёр. 1948—1973 йылдарҙа Ишембай ҡалаһы башҡорт халыҡ театры режиссёры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1961), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Ишембай ҡалаһы һәм Ишембай районының почётлы гражданы (1999).
тулы исемлек
- Иҙрисов Миңдулла Сәлимйән улы (1948), театр артисы. 1972—1985 һәм 1998—2012 йылдарҙа Салауат башҡорт дәүләт драма театры актёры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2010) һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2003). «Иң яҡшы йыл актёры» премияһы лауреаты (2004, 2006, 2016).
- Бәҙретдинов Рәмил Рафаил улы (1958), ғалим-табип, курортолог, муниципаль хеҙмәткәр, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәтсе. 1982 йылдан Дыуан район санитария-эпидемиология станцияһы табибы, 1984 йылдан участка дауаханаһының баш табибы, 1987 йылдан — райондың, 1993 йылдан — Дәүләт санитария-эпидемиология күҙәтеүенең Дыуан терриориаль берекмәһенең баш дәүләт санитар табибы, 1994 йылдан район хакимиәте башлығы урынбаҫары. 2001 йылдан — «Янғантау» шифаханаһы, 2012 йылдан «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһы директоры, бер үк ваҡытта 2007 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университетының дипломдан һуң белем биреү институты уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының 4-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Медицина фәндәре докторы (2007), профессор. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре (2006), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1992) һәм атҡаҙанған төҙөүсеһе (2004), Рәсәй Федерацияһының (2007) һәм Башҡортостан Республикаһының (1992) һаулыҡ һаҡлау отличнигы. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2010).
- Фәтҡуллина Флүзә Ғабдулла ҡыҙы (1958), ғалим-тел белгесе. 1984 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2012 йылдан — рус һәм сағыштырма филология кафедраһы мөдире. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһның мөхбир ағзаһы, филология фәндәре докторы (2002), профессор (2011). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2011), Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2015). Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2021).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Абдуллина Кәрима Мөхәмәтйәр ҡыҙы (1914—27.12.2002), агроном, йәмәғәтсе. 1944 йылдан Благовар районы Благовар МТС-ының өлкән, 1948 йылдан Һынташтамаҡ МТС-ының баш агрономы, 1953 йылдан район ауыл хужалығы һәм әҙерләүҙәр идаралығы начальнигы, артабан 1953—1962 йылдарҙа район советы башҡарма комитеты рәйесе. РСФСР-ҙың 3-сө (1951—1955) һәм 4-се (1955—1959) саҡырылыш Юғары Советы депутаты, Юғары Совет Президиумы Рәйесе урынбаҫары; Башҡорт АССР-ының 5-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, Юғары Совет Президиумы Рәйесе урынбаҫары. КПСС-тың 20-се (1956) һәм 22-се (1961) съездары делегаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» (1949) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районы Ҡоншаҡ ауылынан.
- Толпыго Виктор Алексеевич (1939—26.02.2002), металлург-инженер. 1964 йылдан Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең цех начальнигы, металлургия производствоһының баш металлургы, начальнигы, 1986 йылдан — әҙерләү-механика производствоһының начальник урынбаҫары, 1993 йылдан тимерселек цехы начальнигы, 1996—2000 йылдарҙа төп етештереү буйынса директорҙың урынбаҫары һәм ярҙамсыһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1977). Сығышы менән хәҙерге Украинаның Одесса өлкәһе Беляевка районы Беляевка ауылынан.
тулы исемлек
- Ковалёв Валерий Васильевич (1949), спортсы, тренер-педагог, спорт судьяһы. Биатлон буйынса олимпия резервының Өфөләге махсус мәктәбе тренеры. Саңғы спорты буйынса юғары категориялы тренер, биатлон буйынса 1-се категориялы судья. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2007) һәм Башҡортостандың иң яҡшы тренеры (2001). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дыуан районы Дыуан ауылынан.
- Мусин Хәйҙәр Хәләф улы (1949—2017), ауыл хужалығы һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1989—2005 йылдарҙа Миәкә районы «Ҡаран» совхозының директоры һәм генераль директоры, 2005—2016 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Пенсия фондының Миәкә районындағы идаралыҡ етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, «Почёт Билдәһе» һәм Салауат Юлаев (2003) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Күл-Ҡуңҡаҫ ауылынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1706 йыл: Бенджамин Франклин, АҠШ ғалимы, журналист, сәйәси эшмәкәр.
- 1863 йыл: Константин Станиславский, театр режиссёры, СССР-ҙың беренсе халыҡ артисы (1936).
тулы исемлек
- 1890 йыл: Юрий Файер, дирижёр, скрипкасы, СССР-ҙың халыҡ артисы (1951).
- 1930 йыл: Барлас Камалов, Татарстан яҙыусыһы, журналист.
- 1940: Мирча Снегур, Молдованың беренсе президенты (1990—1997).
- 1942: Мөхәммәт Али, АҠШ боксёры, өс тапҡыр донъя чемпионы.
- 1945: Семён Альтов, СССР һәм Рәсәйҙең сатирик яҙыусыһы.
- 1960: Игорь Николаев, СССР һәм Рәсәй композиторы, йырсы һәм актёр.
- 1961: Майя Чибурданидзе, шахмат буйынса алтынсы донъя чемпионы.
- 1969: Tiësto, Нидерланд музыканты, композитор, диджей һәм продюсер.