Артистар көнө
Артистар көнө (рус. День артиста) — Рәсәйҙә Театр эшмәкәрҙәре берлеге рәйесе Владимир Машков башланғысы менән 2025 йылдың июлендә булдырылған һөнәри байрам. Уның датаһы актёрлыҡ оҫталығы системаһы авторы Константин Станиславскийҙың тыуған көнөнә — 17 ғинуарға тап килтерелә[1]. Был көн — музыканттар, йырсылар, кино, театр һәм цирк артистарының һөнәри байрамы[2].
Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығына был ҡарарҙы нығытыусы норматив акт эшләргә йөкмәтелгән[3].
Тарихы
1917 йылда Рәсәйҙә беренсе тапҡыр Рус актёры көнө үтә, ул Рус театр йәмғиәте тарафынан театрҙы үҫтереүгә һәм мохтаж актёрҙарға аҡса йыйыу өсөн ойошторола[4].
2024 йылдың декабре башында Владимир Машков (рус.)баш. Театр эшмәкәрҙәре берлеге секретариатының киңәйтелгән ултырышындана Артист көнө булдырырға тәҡдим итәр. Уның әйтеүенсә: «был көн театр йәмғиәтендә мөһим буласаҡ. Уның атамаһы осраҡлы һайланмаған, ул театр, музыка, цирк, эстрада һәм кино сәнғәте өлкәһендә бөйөк ҡаҙаныштары өсөн бирелгән халыҡ һәм атҡаҙанған артист атамаһынан килә»[5].
Шулай уҡ Машков, РФ Театр эшмәкәрҙәре берлеге шулай итеп Мария Гавриловна Савинаның (рус.)баш. һәм Театр йәмғиәтенең, Актёр көнөндә йылына бер тапҡыр артистар спектаклдән килгән аҡсаны Санкт-Петербургта беренсе Сәхнә ветерандары йортон төҙөүгә йүнәлткән тарихи инициативаһын тергеҙергә теләй, тип белдерә[5].
Актёрҙарҙың башҡа байрамдары
26 августа бөтә донъяла, Рәсәйҙе лә индереп, беҙҙең эраның III быуатында йәшәгән, сәхнәлә христиандарға пародия күрһәткән, ул ваҡыттағы яңы дингә инеп китеп, үҙе лә христианлыҡты ҡабул иткән, был хаҡта тамашасы алдында иғлан иткән һәм шуның өсөн язаланған боронғо Рим актёры Генезий Римский (рус.)баш. иҫтәлегенә булдырылға Халыҡ-ара актёр көнө билдәләнә. Һуңынан ул изгеләштерелә һәм актёрҙар, музыканттар һәм эпилептиктарҙың ҡурсалаусыһы тип таныла[6][7].
Иҫкәрмәләр
- ↑ В России 17 января будет отмечаться День артиста (3 август 2025). 15 август 2025 тикшерелгән.
- ↑ В России 17 января будут отмечать новый праздник — День артиста (3 август 2025). 14 ғинуар 2026 тикшерелгән.
- ↑ В России будет отмечаться День артиста. government.ru (3 август 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 август 2025.
- ↑ День русского актера. Проект 1917. project1917.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 август 2025.
- ↑ 1 2 Машков предложил учредить День артиста. 15 август 2025 тикшерелгән.
- ↑ Генесий Мим. www.pravenc.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 август 2025.
- ↑ Catholic Encyclopedia: Genesius (ингл.). www.newadvent.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 август 2025.