Граждандар авиацияһы хеҙмәткәрҙәре көнө

Граждандар авиацияһы хеҙмәткәрҙәре көнө — Рәсәйҙең граждандар авиацияһы белгестәренең һөнәри байрамы. Йыл да 9 февралдә билдәләнә[1][2][3].

Тарихы

1923 йылдың 9 февралендә СССР Хеҙмәт һәм Оборона Советы «Граждандар авиацияһы буйынса Совет ойоштороу тураһында» һәм «Һауа линияларын техник күҙәтеүҙе Һауа флотының баш идаралығына йөкмәтеү тураһында» ҡарар ҡабул итә. Был документтар ватан граждандар һауа флотын булдырыу һәм үҫтереү өсөн хоҡуҡи нигеҙ була[4].

Төп мәҡәлә:Рәсәйҙә граждандар авиацияһы тарихы (рус.)баш.

1923 йылдың июнендә Мәскәү менән Түбәнге Новгородты тоташтырыусы беренсе даими эске авиалиния асыла. 1932 йылда — «Аэрофлот» берҙәм авиапредприятиеһы, 1964 йылда СССР граждандар авиацияһы министрлығы ойошторола.

undefined

Рәсми рәүештә Граждандар авиацияһы хеҙмәткәрҙәре көнө Рәсәй Федерацияһы президентының 2013 йылдың 9 февралендәге 98-се указы менән булдырыла[1][5].

2023 йылда Рәсәйҙең граждандар авиацияһы 100 йыллыҡ юбилейын билдәләй[6][7].

undefined

Аэрофлот менән бәйләнеше

Граждандар авиацияһы хеҙмәткәрҙәре көнө бығаса СССР-ҙа булған Аэрофлот көнө менән бәйле. Был һөнәри байрам 1979 йылда булдырыла һәм йыл һайын февралдең икенсе йәкшәмбеһендә билдәләнә. 1988 йылда ул махсус указ менән граждандар һәм хәрби авиация хеҙмәткәрҙәре өсөн дөйөм байрам булған Һауа флоты көнө менән берләштерелә[8].

2013 йылда граждандар авиацияһы белгестәре өсөн айырым һөнәри байрам тергеҙелә. Был ваҡиға Рәсәйҙә граждандар авиацияһының рәсми булдырылыуының 90 йыллыҡ юбилейына тура килә.

Байрам итеү йолалары

Граждандар авиацияһы хеҙмәткәрҙәре көнөн байрам итеү рәсми һәм корпоратив сараларҙы үҙ эсенә ала[7].

Ғәҙәттә, йыйылыштар һәм бүләкләү саралары үткәрелә, унда РФ Транспорт министрлығы, Һауа транспорты буйынса федераль агентлыҡ (Росавиация) һәм авиакомпаниялар етәкселеге иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрҙе тәбрикләй[2]. Уңыш ҡаҙанған белгестәргә дәүләт һәм ведомство наградалары, шул иҫәптән «Һауа транспорты отличнигы» күкрәк билдәһе тапшырыла[9].

2026 йылдың 9 февралендә Граждандар авиацияһы көнөндә Рәсәй Хөкүмәтендәге вице-премьерҙар ҡатнашлығындағы кәңәшмәлә тармаҡты үҫтереү тураһында фекер алышалар. Ултырышты Премьер-министр Михаил Мишустин алып бара[10].

2026 йылда Рәсәй граждандар авиацияһы көнөнә «Норильск Авиа» акционерҙар йәмғиәтенең 24 хеҙмәткәре Рәсәй Федерацияһы Транспорт министрлығының күкрәккә тағыла торған отличие билдәләренә лайыҡ була. Авиакомпания тарихында беренсе тапҡыр күмәк бүләкләү була был.

Наградалар тапшырыу тураһындағы бойороҡҡа 2025 йыл аҙағында уҡ ҡул ҡуйыла, әммә улар 2026 йылдың 9 февралендә һөнәри байрам көнөндә тапшырыла. «Һауа транспортында күп йыллыҡ һәм аварияһыҙ эше өсөн» осоусылар составы — пилоттар, борт механиктары һәм штурмандар билдәләнә. Тантаналы бүләкләү эш шарттарында — көндәлек кәңәшмәлә үтә[11].

Архангельск ҡалаһында Граждандар авиацияһы хеҙмәткәрҙәре көнөндә изге традиция буйынса Төньяҡ Двина яр буйы һәм Попов урамдары киҫешкән урында — «Төньяҡ авиаторҙары» һәйкәле янында ветерандар һәм хәҙерге осоусылар, уларҙың туғандары, аэропорттар һәм авиакомпаниялар вәкилдәре йыйыла.

Һәйкәл торған урын осраҡлы һайланмаған: уның ҡаршыһында 1930 йылдың 25 ғинуарында беренсе класлы үҙәк аэростанция эшләй башлай – ул ваҡытта аэропорт шулай атала. Шул уҡ йылдың февралендә беренсе категориялы осоусы, Беренсе донъя һуғышы ветераны Константин Дедущенко «Дорнье Комета II» самолетында Усть-Сысольскиға (Сыктывкар) оса. Асылда был Архангельскиҙан яһалған беренсе граждан рейсы була. Осош ете сәғәттән ашыу дауам итә. Пассажирҙар булып Коми делегаттары тора, улар край башҡарма комитеты сессияһынан ҡайтып килә.

Константин Евсеевич Дедущенконың архивта һаҡланған фотоһүрәте буйынса бронзанан осоусы фигураһын билдәле скульптор Сергей Сюхин тергеҙә. Һәйкәл эргәһендәге майҙансыҡ һәм сквер «Уңайлы диңгеҙ буйы» проекты буйынса төҙөкләндерелә.

Байрамда Архангельск аэропорты, Smartavia компанияһы, «Төньяҡ-Көнбайыш аэронавигацияһы» һауа хәрәкәтен ойоштороу үҙәге филиалы, Росавиацияның Архангельск төбәк-ара территориаль идаралығы ветерандары советы, 2-се Архангельск берләштерелгән авиаотряды етәкселектәре ветерандарға рәхмәт хаттары тапшыра[12].

Байрамдың мөһим өлөшө булып тармаҡ конференциялары һәм түңәрәк өҫтәлдәр тора, уларҙа граждандар авиацияһын үҫтереү, осош хәүефһеҙлеген арттырыу, һанлы технологияларҙы ғәмәлгә индереү, төбәк маршрут селтәрен киңәйтеү һәм квалификациялы кадрҙар әҙерләү мәсьәләләре тикшерелә.

Был көндө граждандар авиацияһы ветерандарына ҙур иғтибар бүленә. Авиация уҡыу йорттарында курсанттарҙың тәжрибәле остаздар менән осрашыуҙары ойошторола һәм буласаҡ белгестәр өсөн асыҡ ишектәр көндәре үткәрелә[2].

2026 йылдың 6 февралендә Санкт-Петербург дәүләт университетының Б. Г. Езерский исемендәге Хабаровск филиалында Граждандар авиацияһы хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы сараһы үтә. Росавиацияның Алыҫ Көнсығыш МТУ-һы начальнигы Николай Белов тармаҡта хеҙмәт иткән коллегаларын, уҡытыусыларҙы, курсанттарҙы һәм ветерандарҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлай[13].

2026 йылдың 9 февралендә Херсон өлкәһенең Каховка районындағы Чаплинка балалар һәм үҫмерҙәр ижады үҙәгендә Граждандар авиацияһы көнөнә арналған мауыҡтырғыс сара үтә. Төрлө түңәрәктәрҙә ҡатнашыусылар авиация һәм уның иҡтисад һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлек өсөн әһәмиәте тураһында белә.

IT-технология түңәрәгендә граждандар авиацияһы тарихын, заманса технологияларҙы һәм яңы авиамаршруттарҙы үҙ эсенә алған интерактив презентация үтә. Ҡатнашыусылар Рәсәйҙә авиацияны үҫтереү ҡаҙаныштарын һәм перспективаларын тикшерә. «Овация» театр түңәрәге тәрбиәләнеүселәре тарих сәғәтендә авиацияның барлыҡҡа килеүе, төрлө осоу аппараттары һәм авиаконструкторҙарҙың ҡаҙаныштары тураһында тыңлай. «Эрудит» түңәрәге йәш герой-антифашистар иҫтәлегенә оҫталыҡ дәресе үткәрә, унда тәрбиәләнеүселәр тематик эштәр ижад итә, һуғыш ваҡытында йәштәрҙең батырлығына хөрмәт белдерә. «Тылсымсылар» түңәрәгендә оҫталыҡ дәресе ойошторола, унда балалар самолёттар тарихы менән таныша һәм пластилиндан үҙ моделдәрен эшләй[14].

Авиация музейҙары ватан һауа флоты тарихына арналған тематик экспозициялар булдыра[9].

2026 йылдың 9 февралендә Санкт-Петербургтағы Пулково аэропортында Рәсәй граждандар авиацияһы хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған күргәҙмә асыла. Экспозицияла самолет иллюминаторҙары аша төшөрөлгән пейзаж фотолары ла ҡуйыла.

Фотопроект зәңгәр күк йөҙө менән бәйле булған – көн һайын «Пулково»ла эшләгән 4 мең хеҙмәткәргә рәхмәт йөҙөнән булдырыла. Милли премия һөҙөмтәләре буйынса Санкт-Петербург аэропорты Рәсәйҙең иң ҡунаҡсыл аэропорты тип таныла.

Пулково – эске рейстарҙағы пассажирҙар ағымы буйынса Рәсәйҙә икенсе хаб. 2025 йылда аэропорт 20 миллиондан ашыу кешене хеҙмәтләндереп рекорд ҡуя. Ул илдә беренсе булып биометрик системаны һынау өсөн һайлап алына — был рейсҡа ултырғанда ҡағыҙ документтарҙан тулыһынса баш тартырға мөмкинлек бирә[15].

Донъяла һәм айырым илдәрҙә

Халыҡ-ара граждандар авиацияһы көнө 7 декабрҙә билдәләнә. Иҫтәлекле көн 1994 йылда халыҡ-ара граждан авиацияһы ойошмаһы (ICAO) тарафынан уның ойошторолоуына 50 йыл тулыу хөрмәтенә булдырыла. 1996 йылда БМО-ның Генераль Ассамблеяһы Халыҡ-ара граждандар авиацияһы көнөн рәсми байрам тип таныған резолюцияны ҡабул итә.

Граждандар авиацияһы пассажирҙар, йөк, почта ташыу менән бәйле бөтә осоштарҙы үҙ эсенә ала һәм донъя транспорт системаһының мөһим өлөшө булып тора. Тармаҡ тарихы 1903 йылда ағалы-ҡустылы Уилбер һәм Орвилл Райт самолет уйлап тапҡандан башлана. Уларҙың Flyer машинаһында осоуы ни бары 12 секунд дауам итә, әммә тап ул авиация дәүере башланғысы була.

Беренсе пассажир рейсы 1914 йылда АҠШ-та була, был һауа транспортының коммерция файҙаланыуына нигеҙ һала. 1920—1930 йылдарҙа тәүге авиакомпаниялар барлыҡҡа килә.

Бөгөн самолеттар иң хәүефһеҙ һәм уңайлы транспорт төрҙәренең береһе булып һанала. Йыл һайын граждандар авиацияһының һауа суднолары 4 миллиардтан ашыу кешене ташый, ә рейстар донъяның теләһә ҡайһы нөктәһенә тиерлек башҡарыла[16][17].

Яҡын сит илдәрҙә

Сит илдәрҙә лә Граждандар авиацияһы хеҙмәткәрҙәре көнөн байрам итәләр. Әзербайжанда ул — 2 июндә, Молдовала — 19 сентябрҙә Ҡырғыҙстанда 7 октябрҙә билдәләнә.

Әзербайжанда Граждандар авиацияһы хеҙмәткәрҙәре көнө президент Илһам Алиевтың 2006 йылдың 18 майындағы указы буйынса 2 июндә байрам ителә. Ул тармаҡтың бөтә белгестәренә: пилоттарға, бортпроводниктарға, авиаинженерҙарға, диспетчерҙарға, техник персоналға һәм аэропорт хеҙмәткәрҙәренә арнала.

1938 йылдың 2 июнендә Әзербайжанда беренсе авиатөркөм ойоштороу республиканың граждандар авиацияһын үҫтереү өсөн нигеҙ булып тора.

1991 йылда ил бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һуң тармаҡ яңы кимәлгә сыға: 1992 йылда Әзербайжан халыҡ-ара граждандар авиацияһы ойошмаһына (ИКАО), ә 2002 йылда Европа граждандар авиацияһы конференцияһына (ЕСАС) инә, был донъя авиация берләшмәһе менән бәйләнеште нығыта.

Йыл һайын 2 июндә Әзербайжанда тантаналы саралар үтә: авиакомпания хеҙмәткәрҙәре һәм етәкселеге Баҡыла милли лидер Гейдар Алиев һәм академик Зарифа Алиеваның тармаҡ үҫешенә индергән өлөшөн хөрмәтләп ҡәберҙәренә сәскә һала. Әзербайжан президенты яҡшы эшләгән белгестәргә маҡтаулы исемдәр бирә («Атҡаҙанған осоусы», «Атҡаҙанған инженер») һәм «Терегги» («Прогресс») миҙалын тапшыра. Эфирҙа Эйюб Ягубовтың «Баҡы—Мәскәү самолеты» йәки Мирбабаевтың «Ağ təyyarə» («Аҡ самолет») кеүек тематик йырҙар яңғырай.

Байрам өс төп аспектты кәүҙәләндерә:

  • Иҡтисади үҫеш: Граждандар авиацияһы 40 халыҡ-ара йүнәлештә 25 ил менән бәйләнеште тәьмин итә, сауҙа, туризм һәм инвестициялар үҫешенә булышлыҡ итә. ИКАО стандарттарына ярашлы, Boeing һәм Airbus самолеттары Әзербайжандың технологик прогресының визит карточкаһы булып тора.
  • Хәүефһеҙлек һәм профессионаллек: 1995 йылдан кадрҙар әҙерләүҙе Милли авиация академияһы сертификатлаған Дәүләт-ара авиация комитеты алып бара. Был пилоттарҙың һәм техниктарҙың юғары квалификация кимәлен гарантиялай.
  • Милли абруй: Донъялағы иң матур аэропорттарҙың береһе тип танылған Гейдар Алиев исемендәге Баҡы аэропорты илдең уңыштарын кәүҙәләндерә. Байрам йәмғиәткә авиацияның Әзербайжандың тотороҡлолоғон һәм халыҡ-ара абруйын тәьмин итеүсе меңәрләгән белгестәрҙең хеҙмәте һөҙөмтәһе булыуын иҫкә төшөрә[18].

Молдовала 19 сентябрь — граждандар авиацияһы менән бәйле булғандар хеҙмәткәрҙәрҙең рәсми байрамы. Дата осраҡлы һайланмаған: 1944 йылда тап ошо көндә Молдованың беренсе граждан авиацияһы предприятиеһы ойошторола. Был көндө осоусыларҙы, бортпроводниктарҙы, диспетчерҙарҙы, техниктарҙы һәм осош хәүефһеҙлеген һәм уңайлылығын тәьмин итеүселәрҙе ҡотлайҙар[19].

Ҡырғыҙстанда байрам датаһы 1994 йылда Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте тарафынан булдырыла.

Ҡырғыҙстандың граждандар авиацияһы Ҡырғыҙ ССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советының 1933 йылғы ҡарарынан башлана. Шул уҡ йылда аэропорт асыла, уның самолет паркы өс У-2 ауыл хужалығы самолетынан тора.

1933 йылда 7 октябрҙә У-2 самолеты (шул уҡ "Кукурузник") тәүге осош яһай, 3500 метр бейеклектәге тауҙар аша оса. Шунан һуң Фрунзе — Рыбачье — Пржевальск маршруты буйынса осоштар башлана.

Бөгөн граждандар авиацияһы Ҡырғыҙстан үҫешенә баһалап бөткөһөҙ өлөш индерә. Йылдан-йыл илдә туристик тармаҡ үҫешә, шуға күрә халыҡ-ара ташыуҙар — яҡынса 57 процент, ә эске күрһәткес 43 процент тәшкил итә.

7 октябрҙә илдә граждан авиацияһына ҡағылышлы һөнәр эйәләрен — пилоттарҙы, бортпроводницаларҙы, бортинженерҙарҙы, диспетчерҙарҙы, шулай уҡ аэропорттарҙа эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәрен, менеджерҙарҙы, таможня хеҙмәткәрҙәрен, хоҡуҡ һаҡсыларын, теркәү буйынса агенттарҙы, IT-белгестәрҙе һәм башҡаларҙы ҡотлайҙар[20].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 9 февраля — День гражданской авиации в России: история, традиции, поздравления (9 февраль 2026). 23 февраль 2026 тикшерелгән.
  2. 1 2 3 Юлия Осокина. Они управляют самолётами и заботятся о безопасности пассажиров в небе и на земле (7 февраль 2026). 23 февраль 2026 тикшерелгән.
  3. 9 февраля в России отмечают День гражданской авиации (9 февраль 2021). 23 февраль 2026 тикшерелгән.
  4. НП ИнфоРост. Электронная библиотека исторических документов (ЭБИД) | Постановление Совета Труда и Обороны. О возложении технического надзора за воздушными линиями на Главное Управление воздушного флота и об организации Совета по гражданской авиации. 9 февраля 1923 г. docs.historyrussia.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 февраль 2026.
  5. Указ Президента РФ от 09.02.2013 N 98 "О Дне работника гражданской авиации". base.garant.ru (9 февраль 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 февраль 2026.
  6. 100 лет гражданской авиации России. rostec.ru (9 февраль 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 февраль 2026.
  7. 1 2 Торжественный вечер по случаю 100-летия гражданской авиации России (9 февраль 2023). 23 февраль 2026 тикшерелгән.
  8. 20 августа — День Воздушного флота России. Вольская жизнь (20 август 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 февраль 2026.
  9. 1 2 Беседа «День гражданской авиации России». 23 февраль 2026 тикшерелгән.
  10. В День гражданской авиации развитие отрасли обсуждали на совещании в правительстве. Первый канал (9 февраль 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 февраль 2026.
  11. Анжелика Степанова. Государственные награды ко Дню гражданской авиации получили 24 сотрудника «Норильск Авиа». news.sgnorilsk.ru (20 февраль 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 февраль 2026.
  12. На крыльях по жизни: в Архангельске отметили День работника гражданской авиации. bclass.ru (9 февраль 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 февраль 2026.
  13. 6 февраля 2026 года в Хабаровском филиале им. Б.Г. Езерского СПбГУ ГА состоялось торжественное мероприятие, посвященное Дню работника гражданской авиации. Дальневосточное МТУ Росавиации (9 февраль 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 февраль 2026.
  14. 9 февраля 2026 года: День гражданской авиации в Чаплинском центре детского и юношеского творчества (9 февраль 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 февраль 2026.
  15. Ситец небес: фотовыставка открылась в Пулково в честь Дня работника гражданской авиации. tvspb.ru (9 февраль 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 февраль 2026.
  16. Международный день гражданской авиации 7 декабря (ингл.). www.un.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 февраль 2026.
  17. 7 декабря — Международный день гражданской авиации: история и традиции. Известия (6 декабрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 февраль 2026.
  18. День работников гражданской авиации Азербайджана. rus.team. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 февраль 2026.
  19. День работника гражданской авиации в Молдове. kp.md. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 февраль 2026.
  20. День гражданской авиации Кыргызстана. rus.team. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 февраль 2026.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә