Туҡыу һәм еңел сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре көнө

Туҡыу һәм еңел сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре көнө — йыл һайын июндең икенсе йәкшәмбеһендә Рәсәйҙә билдәләнгән байрам. Байрамдың маҡсаты — еңел сәнәғәт хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын ҡотлау, уларҙың хеҙмәтен һәм тармаҡ үҫешенә индергән өлөшөн баһалау.

Байрам тураһында

Тарихы

Был көнд2 тәүге тапҡыр рәсми байрам итеп Совет власы заманында тарихҡа инә. 1980 йылдың 1 октябрендә Леонид Брежнев «Иҫтәлекле һәм байрам көндәре тураһында» ҡарарға ҡул ҡуя[1]. Әммә СССР тарҡалғас, ил сәнәғәтен ҡаҡшата һәм байрам онотолоп тора.

Рәсәй Президенты Владимир Путин указы сыҡҡандан һуң был көндө яңынан 2000 йылда билдәләй башлайҙар. Рәсми документҡа ярашлы, Еңел сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре көнө йыл һайын июндең икенсе йәкшәмбеһендә үткәрелә[2].

Йолалар

Халыҡ-ара классификация буйынса, еңел сәнәғәт составына 25 тармаҡ инә: текстиль, аяҡ кейемдәре, тегеү, тире эшкәртеү, трикотаж, ебәк етештереү, химия һәм башҡалар. Был байрамды ветерандар ҙа, эшләп йөрөгән хеҙмәткәрҙәр ҙә билдәләй. Айырыуса ҙурлап уны Мәскәү, Новгород, Владимир һәм Иваново өлкәләрендә үткәрәләр — улар Рәсәйҙең еңел сәнәғәт үҙәге һанала.

Сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре байрам сараларында әүҙем ҡатнаша: тәбиғәткә сығалар, байрам табындары ойошторалар, ҡунаҡтар саҡыралар. Ҡалаларҙа йәрминкәләр, күргәҙмәләр, мода күрһәтеү саралары үтә[3].

Байрам йәйге осорға тура килгәнгә күрә, эш биреүселәр хеҙмәткәрҙәре өсөн күңел асыу саралары, банкеттар ойоштора, маҡтаулы хеҙмәткәрҙәрҙе бүләкләй. Матбуғат саралары белгестәрҙең эшмәкәрлеген һәм тармаҡ үҫешен яҡтырта.

Тарихи факттар

  • Кешелек тарафынан уйлап табылған тәүге кейем — билбау, икенсеһе — итәк булған.
  • Боронғо кешеләр хайуан тиреләрен генә кейеп йөрөмәгән, ә моданы ла күҙәткән, тигән дәлилдәр бар. Мәҫәлән, ҡаҙыныуҙар ваҡытында йөндән эшләнгән комбинезондар табылған, улар мамонт һөйәктәре менән биҙәлгән булған.
  • Урта быуаттарҙа кешенең ҡайһы ҡатламға ҡарауы кейем төҫөнән күренгән: байҙар — ҡыҙыл төҫтә, ярлылар — һоро һәм көрән, банкирҙар һәм сәүҙәгәрҙәр — йәшел төҫтә йөрөгән.
  • 1996 йылдан 2011 йылға тиклем Рәсәйҙә еңел сәнәғәт етди кризис кисерә — яҡынса өс миллион кеше эшһеҙ ҡала

Иҫкәрмәләр

  1. 11 июня — День работников легкой промышленности: история и традиции. МИЦ «Известия» (10 июнь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 май 2024.
  2. Указ Президента Российской Федерации от 17.06.2000 г. № 1111. Администрация Президента России (17 июнь 2000). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 май 2024.
  3. Ольга Бондаренко. День работников легкой промышленности в 2024 году: история и традиции праздника. Комсомольская правда. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 май 2024.

Һылтанмалар