Автомобилистар көнө

Автомобиль һәм ҡала пассажир транспорты хеҙмәткәрҙәре көнө (рус. Де́нь рабо́тников автомоби́льного и городско́го пассажи́рского тра́нспорта; Автомобилистар көнө, Водителдәр көнө, Шофёрҙар көнө) — автомобиль транспорты хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы. Рәсәй Федерацияһында йыл һайын октябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә билдәләнә. Тәүге тапҡыр 1976 йылдың 15 ғинуарында раҫланған. 2012 йылдан байрамдың исеме «Автомобиль һәм ҡала пассажир транспорты хеҙмәткәрҙәре көнө» тип атала.

Водителдәр, автотранспорт һәм пассажирҙар ташыусы автопредприятиелар хеҙмәткәрҙәренең, инженер-техник хеҙмәткәрҙәрҙең һәм эшселәрҙең, тармаҡ фәне ғалимдарының һәм профилле уҡыу йорттары уҡытыусыларының байрамы[1].

Тарихы

Байрам Рәсәй Президентының 2012 йылдың 25 июнендәге «Автомобиль һәм ҡала пассажир транспорты хеҙмәткәре көнө тураһында»ғы 897-сы Указы менән булдырылһа ла[2], уның тарихы СССР осоронан башлана. 1976 йылдың 15 ғинуарында граждандарҙың мөрәжәғәттәренә яуап итеп, СССР Юғары Советы Президиумы «Автомобиль транспорты хеҙмәткәрҙәре көнө» тип аталған йыллыҡ байрам булдырыу тураһындағы № 2847-IX Указына ҡул ҡуя[3][4]. Байрам көнө итеп октябрҙең һуңғы йәкшәмбеһе билдәләнә.

1980 йылдың 1 октябрендә СССР Юғары Советы Президиумының «Байрам һәм иҫтәлекле көндәр тураһында»ғы № 3018-Х Указы был байрамды раҫлай[5].

1991 йылда, СССР тарҡалғандан һуң, элеккесоюздаш республикалар байрамдың яҙмышын үҙаллы билдәләй: Белоруссияла ғына ул үҙгәрешһеҙ һаҡланып ҡала, ә БДБ-ның башҡа илдәрендә үҙгәртелә йәки бөтөрөлә.

1996 йылдан алып Рәсәйҙә ул «Юлсылар көнө» менән берләштерелә. Байрам «Автотранспорт һәм юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө» тип атала. Әммә Рәсәй Президентының 2000 йылдың 23 мартындағы «Юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө тураһында»ғы № 556 Указы[6] байрам көндәрен ҡабаттан айыра — Автомобиль транспорты хеҙмәткәрҙәре көнө итеп октябрҙең һуңғы йәкшәмбеһе ҡалдырыла, ә юл хужалығы хеҙмәткәрҙәренең профессиональ байрамы октябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһенә күсерелә.

2012 йылдан байрамдың рәсми исеме «Автомобиль һәм ҡала пассажир транспорты хеҙмәткәре көнө» тип үҙгәртелә, һәм уны ҡала транспорты хеҙмәткәрҙәре: трамвай, троллейбус йөрөтөүселәре, автовокзал, метро хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа белгестәр ҙә байрам итә башлай[7].

Автомобилистар көнөнән тыш, Рәсәйҙә йыл һайын 29 майҙа Рәсәй Федерацияһының автомобиль ғәскәрҙәре хеҙмәткәрҙәре һәм хәрби хеҙмәткәрҙәре байрам иткән Хәрби автомобилистар көнө (рус.)баш. билдәләнә.

Кемдәр билдәләй

Был көндә профессиональ водителдәрҙе һәм ҡала транспорты хеҙмәткәрҙәрен — йөк машиналары, метро поездары, автобустар, трамвайҙар, троллейбустар һәм такси йөрөтөүселәрҙе ҡотлайҙар.

Бынан тыш, транспорт сараларын сервис хеҙмәтләндереүселәр һәм производствола эшләүселәр: автослесарҙар, механиктар, шиномонтажсылар, автомобиль инженерҙары һәм конструкторҙары, транспорт предприятиелары етәкселәре һәм башҡа хеҙмәткәрҙәр тәбрикләнә.

Ваҡыт үтеү менән байрам үҙенең тәүге әһәмиәтен киңәйтә һәм уны профессиональ водителдәр генә түгел, водитель таныҡлығы һәм шәхси автомобиле булған һәр кем билдәләй.

Традициялары

Транспорт саралары һәм уларға комплекттар сығарылған заводтар урынлашҡан ҡалаларҙа: Мәскәү, Түбәнге Новгород, Курган, Ульяновск, Тольятти, Ижевск, Яр Саллы, Мейәстә киң күләмле тантаналар үтә.

Был көндә пассажирҙар һәм йөк ташыу менән шөғөлләнгән транспорт компанияларында саралар уҙғарыла, уларҙа хеҙмәткәрҙәргә рәхмәт хаттары һәм почёт грамоталары тапшырыла. Байрамға премиялар һәм аҡсалата дәртләндереүҙәр бирелә.

Байрам программаһына раритет автомобилдәр парады, концерттар, хәүефһеҙлек буйынса акциялар, һөнәри оҫталыҡ конкурстары (тиҙлеккә тәгәрмәс алмаштырыу, ваҡытҡа ремонт эшләү һ.б.) инә[8]. Автомобилистар көнөндә күргәҙмәләр ойошторола, уларҙа килеүселәргә автомобиль сәнәғәте тарихы, шулай уҡ машиналар, уларҙың ҡоролошо һәм нисек эшләүе тураһында һөйләйҙәр.

Башҡортостанда

Башҡортостанда Автомобилистар көнөндә республика етәксеһе Радий Хәбиров, хөкүмәт, министрлыҡтар вәкилдәре шулай уҡ Дәүләт автоинспекцияһы начальнигы Владимир Севастьянов тармаҡ хеҙмәткәрҙәрен, ветерандарҙы һәм транспорт менән бәйле барыһын да ҡотлай[9][10]. Телмәрҙәрҙә транспорттың ауылдар араһында бәйләнеш булдырыуы, пассажирҙар һәм йөк ташыуы, шулай уҡ водителдәрҙең махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы алып барып-алып ҡайтыуы, гуманитар ярҙам ташыуы тураһында әйтелә.

Байрам алдынан йәки байрам көнөндә тантаналы саралар үтә, уларҙа хеҙмәт ҡаҙаныштарына өлгәшеүселәргә дәүләт наградалары, почёт грамоталары, рәхмәт хаттары, ведомствоның отличие билдәләре тапшырыла. Мәҫәлән, «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһы хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләү: уларҙа вице-премьер, министрҙар, мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнаша, коллективтың ҡаҙаныштары билдәләнә[11]. Бындай саралар һәр районда ойошторола[12].

Иҫкәрмәләр

  1. Указом Президента Российской Федерации от 25 июня 2012 г. № 897 учрежден профессиональный праздник работников автомобильного и городского пассажирского транспорта. mintrans.gov.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июль 2026.
  2. Указ Президента Российской Федерации от 25.06.2012 г. № 897. 1 июль 2026 тикшерелгән.
  3. Указ Президиума Верховного Совета СССР от 15.01.1976 N 2847-IX "Об установлении ежегодного праздника "Дня работников автомобильного транспорта". base.garant.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июль 2026.
  4. Никита Соколов. День автомобилиста в России в 2025 году: какого числа отмечается, как поздравить (21 октябрь 2025). 1 июль 2026 тикшерелгән.
  5. Указ Президиума ВС СССР от 01.10.80 N 3018-X — Редакция от 31.05.2006 — Контур.Норматив. normativ.kontur.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июль 2026.
  6. Указ Президента Российской Федерации от 23.03.2000 г. № 556. 1 июль 2026 тикшерелгән.
  7. День автомобилиста 2025: какого числа отмечается, идеи подарков (24 октябрь 2020). 1 июль 2026 тикшерелгән.
  8. Полина Григорьева. День автомобилиста в 2025 году в России: какого числа праздник, история и традиции, что подарить. vesti.ru (24 сентябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июль 2026.
  9. Начальник Госавтоинспекции Башкортостана поздравил всех причастных с Днем автомобилиста (26 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июль 2026.
  10. Логотип RuTube Глава Башкортостана поздравил ветеранов и сотрудников «Башавтотранса» с Днем автотранспорта
  11. В преддверии День работника автомобильного и городского пассажирского транспорта Алан Марзаев вручил государственные награды сотрудникам Башавтотранса. pravitelstvorb.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июль 2026.
  12. День автомобилиста. kultura-tatyshly.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июль 2026.

Тема буйынса өҫтәмә