Программистар көнө

Программистар көнө (рус. День программиста) — Рәсәй мәғлүмәт технологиялары һәм программлау өлкәһе белгестәренең рәсми һөнәри байрамы. Йыл һайын йылдың 256-сы көнөндә билдәләнә[1]. Рәсәй Федерацияһы Президентының 2009 йылдың 11 сентябрендәге 1034-се Указына ярашлы, байрам ғәҙәти йылдарҙа — 13 сентябргә, кәбисә йылдарҙа 12 сентябргә тура килә[2][3]. 256 (28) һаны осраҡлы һайланмаған — был һигеҙ разрядлы байт ярҙамында күрһәтергә мөмкин булған төрлө ҡиммәттәрҙең максималь һаны, шулай уҡ 2 һанының йылдағы көндәр һанынан артмаған максималь дәрәжәһе[1][2]. Байрам рәсми ял көнө булып иҫәпләнмәй.

Тарих

Тарихҡаса булған ваҡиғалар һәм тәүге башланғыстар

Рәсәйҙә Программистар көнөн рәсми булдырыу идеяһы 1996 йылда, журналист һәм «Компьютерра» нәшриәт йортоноң ойоштороусыһы Дмитрий Мендрелюк һөнәри байрамды йылдың 256-сы көнөндә билдәләүҙе тәҡдим иткәс, барлыҡҡа килә. Ул Программистар көнөн сентябрҙең беренсе йомаһында — "Таҙа йома"ла билдәләргә тәҡдим итә[4].

Рәсми статусы барлыҡҡа килгәнгә тиклем Рәсәй программистары үҙҙәренең һөнәри байрамын ғәҙәттә 22 апрелдә (22.04) билдәләй, был 220400 «Иҫәпләү техникаһы һәм автоматлаштырылған системаларҙың программа тәьминәте» махсус совет коды менән бәйле була[1][5][6].

2002 йылда Программистар көнө булараҡ йылдың 256-сы көнөн рәсми таныу идеяһын «Параллельные технологии» веб-студияһы хеҙмәткәрҙәре Валентин Балт һәм Михаил Червяков әүҙем яҡлай[7][6]. Улар был көндө программистарҙың рәсми байрамы итеп таныу тураһында Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенә мөрәжәғәт менән ҡултамғалар йыя[4]. Биш көн эсендә петицияға 9800-ҙән ашыу ҡултамға йыйыла, был кәрәкле минимумдан артыҡ була[5][7][6].

2026 йылда Программистар көнө 13 сентябргә тура килә.

Рәсми танылыу

2009 йылдың 24 июлендә Рәсәй Федерацияһы Элемтә һәм киң мәғлүмәт саралары министрлығы тарафынан «Программистар көнө тураһында» Рәсәй Президенты указы проекты әҙерләнә һәм Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенә индерелә[2]. Документ проектын әҙерләгәндә министрлыҡ белгестәре бөтә Рәсәй һөнәри союздар берләшмәһе, шулай уҡ Компьютер һәм мәғлүмәт технологиялары предприятиелары ассоциялары (АПКИТ) һәм «Руссофт» тармаҡ ассоциациялары менән кәңәшләшә[8].

2009 йылдың 11 сентябрендә Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев «Программистар көнө тураһында» 1034-се Указға ҡул ҡуйып[2][3][8], илдә яңы рәсми 120-се һөнәри байрам булдыра[9].

Саралар

Корпоратив саралар

Программистар көнө Рәсәйҙең IT-компанияларында төрлө корпоратив саралар менән киң билдәләнә. Ғәҙәттә, был өлкә хеҙмәткәрҙәре коллегаларынан һәм етәкселәрҙән ҡотлауҙар һәм бүләктәр ҡабул итә[5][10]. Компания етәкселәре премиялар, дипломдар һәм грамоталар менән бүләкләй, айырым ҡаҙаныштарға өлгәшкән хеҙмәткәрҙәргә наградалар тапшыра[5][10].

Корпоратив байрамдар табындар, фуршеттар йәки тимбилдингтарҙы үҙ эсенә ала[10]. Ойошмалар тематик кисәләр ойоштора, офисты плакаттар һәм күләмле цифрҙар рәүешендә нулдәр һәм берәмектәр менән биҙәй[10].

Һөнәри ярыштар һәм хакатондар

Программистар көнөндә программлау буйынса төрлө конкурстар, олимпиадалар һәм хакатондар үткәрелә[5][10]. Ярыштар айырым белгестәр араһында ла, командалар араһында ла ойошторола. Мәҫәлән, Мәскәүҙә «Музеон» сәнғәт паркында йыл һайын 16:00, 17:00 һәм 18:00 сәғәттәрҙә өс спринт менән масштаблы хакатон (рус.)баш. үткәрелә, унда ҡатнашыусылар төрлө программалау телдәрендә бәләкәй ҡушымталар эшләй[11][12].

Бөтә эштәр Mos.Hub баш ҡала платформаһында башҡарыла, унда 25 меңдән ашыу кеше теркәлгән һәм 30 меңгә яҡын проект булдырыла[11][12]. Еңеүселәр башҡарыу тиҙлеге һәм йыйылған балдар һаны буйынса билдәләнә[11][12].

Фәнни конференциялар һәм белем биреү саралары

Күп ҡалаларҙа программлау һәм мәғлүмәт технологиялары өлкәһендәге һуңғы ҡаҙаныштарға арналған фәнни конференциялар, семинарҙар һәм оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә[5]. Эш башлаған белгестәр өсөн программлау буйынса семинарҙар һәм оҫталыҡ дәрестәре ойошторола, уҡыу курстарына, шул иҫәптән бушлай курстарға ла ҡабул итеү асыла[10].

Масштаблы сара булып Ырымбурҙа 12-13 сентябрҙә традицион рәүештә үткәрелгән Merge + IT Fest һөнәри конференцияһы тора, ул бер майҙансыҡта IT-ның бөтә йүнәлештәрен берләштерә[13].

Киң мәғлүмәт сараларында

Рәсәй киң мәғлүмәт саралары Программистар көнөнә арналған материалдар баҫтыра, уларҙа һөнәрҙең әһәмиәте тураһында мәғлүмәт бирә. Телевидение, радио һәм баҫма матбуғат IT-индустрия үҫеше һәм Рәсәй программистарының ҡаҙаныштары тураһында махсус материалдар әҙерләй[14][10][9].

2018 йылда ул ваҡыттағы элемтә һәм киң мәғлүмәт саралары министры Игорь Щёголев Рәсәй белгестәренең кимәле юғары булыуын билдәләй[9].

«Точка» финтех компанияһының Рәсәйҙең халҡы миллиондан ашҡан 16 ҡалаһының 12 460 программисы араһында үткәргән һорау алыуы һөҙөмтәләре буйынса, IT белгестәренең 39,2 проценты илдә программистарҙың һөнәри байрамы билдәләнеүен белмәй[15]. Шул уҡ ваҡытта яуап биреүселәрҙең 82 проценты байрамды билдәләмәй[15].

Башҡортостанда

Башҡортостанда Программистар көнө төрлө форматта үтә. 2025 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың ИТ өлкәһе вәкилдәре менән осраша[16]. Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжы беренсе курс студенттарын программист һөнәренә бағышлау менән бер рәттән, интеллектуаль квиз да ойоштора[17]. 2025 йылда республика беренсе тапҡыр ИТ диктантҡа ҡушыла[18].

Оҡшаш байрамдар

Халыҡ-ара программистар байрамы

Рәсәй Программистар көнөнән тыш, донъяла 7 ғинуарҙа Халыҡ-ара программистар көнө билдәләнә[15][19]. Был байрам бөтә донъя программистарына бағышлана һәм уларҙың хәҙерге цифрлы йәмғиәттәге эшенең әһәмиәтен билдәләй[15].

Программлау тарихы менән бәйле башҡа даталар ҙа бар. 19 июлдә Ада Лавлейс тарафынан Чарльз Бэббидждың аналитик машинаһы өсөн беренсе компьютер программаһы яҙылған көн билдәләнә[1]. 10 декабрҙә — тарихтағы беренсе программист тип аталған Ада Лавлейстың тыуған көнө[1][6].

4 апрелдә интернеттың һәм компьютер ҡулланыусыларының рәсми ҡурсыусыһы изге Исидор Севильский көнө билдәләнә, уны Папа Иоанн Павел II 1999 йылда интернет ҡурсыусыһы тип атай[20][21].

Башҡа IT-байрамдар

IT өлкәһендә һөнәри байрамдар календары бар. Система администраторы көнө 2000 йылдан алып июлдең һуңғы йомаһында Америка сисадмины Тед Кекатос тәҡдиме буйынса билдәләнә[22][23]. Рәсәйҙә был байрам айырыуса популяр — 2006 йылдан алып Калуга янында йыл һайын бөтә Рәсәй система администраторҙары йыйыны үткәрелә[23].

Халыҡ-ара компьютерсылар көнө 14 февралдә 1946 йылда беренсе ENIAC I компьютеры күрһәтелгән көн иҫтәлегенә арнап билдәләнә[24]. Тестлаусы көнө 9 сентябргә тура килә[25], ә Халыҡ-ара интернет көнө (рус.)баш. донъяла 4 апрелдә билдәләнһә, Рәсәйҙә - 30 сентябрҙә[26].

Шулай уҡ Хәүефһеҙ интернет көнө (февралдең беренсе шишәмбеһе)[27], Рунеттың тыуған көнө (7 апрель)[28], Мәғлүмәт йәмғиәте көнө (17 май)[29] һәм IT индустрияның күп башҡа махсус байрамдары бар.

Башҡа илдәрҙә альтернатив даталар

Ҡайһы бер илдәр Программистар көнөн билдәләү өсөн үҙ даталарын һайлаған. Мәҫәлән, Ҡытайҙа был байрамды 24 октябрҙә билдәләйҙәр, был программистар өсөн тағы ла бер мөһим һан — 1024 (210) һаны менән бәйле[30]. Украин эшләүселәре традицион рәүештә үҙ байрамын 13-сө йомала билдәләй, был FidoNet заманынан уҡ килгән ғәҙәт[7].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 День программиста в России: история праздника. ria.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 сентябрь 2026.
  2. 1 2 3 4 Указ Президента РФ от 11.09.2009 N 1034 "О Дне программиста" | ГАРАНТ. base.garant.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 сентябрь 2026.
  3. 1 2 Указ Президента Российской Федерации от 11.09.2009 г. № 1034. 15 сентябрь 2026 тикшерелгән.
  4. 1 2 Кирилл Юрьев. День программиста в России в 2026 году: дата, история и традиции праздника. lenta.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 сентябрь 2026.
  5. 1 2 3 4 5 6 Дарья Ивашкина. День программиста 2025: какого числа, история и традиции праздника. 15 сентябрь 2026 тикшерелгән.
  6. 1 2 3 4 В России отмечается День программиста - CNews. 15 сентябрь 2026 тикшерелгән.
  7. 1 2 3 12 сентября — День программиста: история, традиции, поздравления. 15 сентябрь 2026 тикшерелгән.
  8. 1 2 Медведев утвердил 13 сентября Днем программиста. 15 сентябрь 2026 тикшерелгән.
  9. 1 2 3 Ольга Вандышева. В России отмечают День программиста (13 сентябрь 2009). 15 сентябрь 2026 тикшерелгән.
  10. 1 2 3 4 5 6 7 12 сентября — День программиста: история, традиции, поздравления (11 сентябрь 2024). 15 сентябрь 2026 тикшерелгән.
  11. 1 2 3 Шевченко, Любовь. День города и День программиста отметят в парке искусств «Музеон» - Москва.Центр — Газета Центрального административного округа Москвы (8 сентябрь 2025). 15 сентябрь 2026 тикшерелгән.
  12. 1 2 3 Сергунина: В столице проведут хакатон в честь Дня города и Дня программиста - Вечерняя Москва. vm.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 сентябрь 2026.
  13. Merge + IT Fest Oren | Global Digital Space. gdspace.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 сентябрь 2026.
  14. С Днем программиста! Федеральное государственное бюджетное образовательное учреждение высшего образования «Санкт-Петербургский государственный университет телекоммуникаций им. проф. М.А. Бонч-Бруевича». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 сентябрь 2026.
  15. 1 2 3 4 Больше трети ИT-специалистов не знают, что в России отмечается день программиста - CNews. 15 сентябрь 2026 тикшерелгән.
  16. Лейла Аралбаева. Радий Хабиров встретился с представителями ИТ-сферы Башкирии. bashinform.ru (10 сентябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 сентябрь 2026.
  17. От клятвы программиста до первого квиза: как первокурсники УКРТБ отметили свои профессиональные праздники! ukrtb.ru (2026-0-15). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 сентябрь 2026.
  18. Жанна Миронова. В Уфе на площадке «Школы 21» впервые пройдёт ИТ-диктант. resbash.ru (11 сентябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 сентябрь 2026.
  19. 7 января — Международный день программиста: история и традиции праздника (6 ғинуар 2024). 15 сентябрь 2026 тикшерелгән.
  20. Сегодня День святого Исидора - покровителя Интернета. 15 сентябрь 2026 тикшерелгән.
  21. День святого Исидора — покровителя интернета : Некоммерческая Исследовательская Служба "Среда". sreda.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 сентябрь 2026.
  22. 25 июля — День системного администратора: история праздника, как поздравить (24 июль 2025). 15 сентябрь 2026 тикшерелгән.
  23. 1 2 День Системного Администратора. infosystems.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 сентябрь 2026.
  24. День компьютерщика 2027: история и традиции всемирного праздника. kp.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 сентябрь 2026.
  25. День тестировщика в 2026 году: история и традиции праздника. kp.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 сентябрь 2026.
  26. Анна Минеева. Международный день Интернета в 2026 году: когда и кто его отмечает. lenta.ru (6 ноябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 сентябрь 2026.
  27. Международный день безопасного Интернета. ria.ru (11 февраль 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 сентябрь 2026.
  28. От инноваций к блокировкам. В день рождения Рунета рассказываем, как он развивался и во что превратился. ufa1.ru (7 апрель 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 сентябрь 2026.
  29. Всемирный день электросвязи и информационного общества. Справка. ria.ru (17 май 2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 сентябрь 2026.
  30. ITExpert team. Календарь IT-праздников: международный день разработчика и не только. itexpert.work (19 ноябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 сентябрь 2026.

Тема буйынса өҫтәмә