Этнографтар көнө
Этнографтар көнө — төрлө этнография мәктәбе вәкилдәренең һөнәри байрамы. 17 июлдә билдәләнә. Этнограф һәм сәйәхәтсе Николай Николаевич Миклухо-Маклайҙың тыуған көнө хөрмәтенә булдырылған.
Байрам тарихы
Беренсе тапҡыр этнограф Көнө СПбГУ-ның тарих факультетының этнография һәм антропология кафедраһының беренсе мөдире Р.ф. Итс инициативаһы буйынса билдәләнә башлай.
Шулай итеп, байрам XX быуаттың 70-80-се йылдарынан әүҙем билдәләнә. Июль уртаһы этнографик практикалар үткәреү өсөн традицион ваҡыт булғанлыҡтан, экспедиция уртаһына тура килгән байрам тиҙ арала популярлыҡ яулай. Уны билдәләүсе белгестәр һаны йылдан-йыл арта.
Байрам йолалары
Әлеге ваҡытта Этнографтар көнөн байрам итеүҙең ниндәй ҙә булһа берҙәм традицияһы барлыҡҡа килмәгән. Һәр учреждениела, ҡайһы берҙә һәр экспедиция отрядында был байрамды үткәреүҙең дөйөм ҡағиҙәләре юҡ, һәр ерҙә үҙенсә үткәрелә.
Байрамдың дөйөм атрибуттары сифатында: Миклухо-Маклай һәм Рудольф Итс хөрмәтенә тосттар менән тантаналы табын башлана. Бынан тыш, Этнографтар көнөндә ғәҙәттә этнографик экспедицияла беренсе тапҡыр ҡатнашҡандар өсөн этнографтарға «бағышлау» йолаһы үтә.
Һылтанмалар
- Роман Козлов. День этнографа. Сайт студентов Исторического факультета СПбГУ. Архивировано из оригинала 16 май 2003 года.
- Сергей Старостенков. Песни о дне этнографа.
- Т. Б. Щепанская. Полевик: фигура и деятельность этнографа в экспедиционном фольклоре
- С. М. Кушнаренко. Об этнографической практике украинского отряда 2004 года